Эстәлеккә күсергә

Юлдашбаев Азамат Рәмил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Азамат Юлдашбаев битенән йүнәлтелде)
Юлдашбаев Азамат Рәмил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 октябрь 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле башҡортса‎
Һөнәр төрө яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе, мәктәп директоры, шағир, журналист, мөхәррир

Юлдашбаев Азамат Рәмил улы (10 октябрь 1964 йыл) — башҡорт журналисы, публицист, шағир һәм әҙәби тәнҡитсе. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2005).

Азамат Рәмил улы Юлдашбаев Башҡорт АССР-ының (1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы[1]) Ейәнсура районы Саҙалы ауылында 1964 йылдың 10 октябрендә тыуған. Сиреғол урта мәктәбен тамамлағас, әрмелә хеҙмәт итә. 1984 — 1989 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡый һәм, диплом алғас, Ейәнсура районында гимназияла уҡытыусы һәм директор булып эшләй. 2003 йылдан республика йәштәр гәзите «Йәшлек»тең хәбәрсеһе, 2008 йылдан — «Шоңҡар», артабан «Ватандаш» журналының баш мөхәррире була.

2015 йылдың 28 сентябрендә «Башҡортостан» гәзитенең директоры — баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә[2] һәм был вазифала 2018 йылдың 2 апреленә тиклем эшләй[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мәлъяҙмалар. — Өфө: Китап, 2010.
  • Яңғыҙлыҡ анатомияһы («Анатомия одиночества»). — Өфө, 2011.

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Яуаплылыҡ ҡулға ҡәләм тоттора» / А. Р. Юлдашбаев //Йәшлек. — 2005. — № 109.
  • «Әтәс йылын ҡаршылағанда : хикәйә»/ А. Р. Юлдашбаев //Ағиҙел. — 2007. — № 3. — 103—112.
  • «Үҙ хөкөм: ғәйепле, үтә бер ҡатлы»/ А. Р. Юлдашбаев //Ағиҙел. — 2008. — № 1.
  • 2019 йыл 2 август [https://web.archive.org/web/20190802174151/https://shonkar.rbsmi.ru/articles/samauyr-y-yy-ansy/azamat-yuldashbaev-khattin-ashyrly-yl-m-yem-khattin-ashyrly-esh-eshl-m-yem-uyla-anymdy-yna-yt-m-d-te/ архивланған. Гөлшат Ҡаһарманова. АЗАМАТ ЮЛДАШБАЕВ: “ХАТТИН АШЫРЛЫҠ ҺҮҘ ҺӨЙЛӘМӘЙЕМ, ХАТТИН АШЫРЛЫҠ ЭШ ЭШЛӘМӘЙЕМ. УЙЛАҒАНЫМДЫ ҒЫНА ӘЙТӘМ ДӘ, ТЕЛӘГӘНЕМДЕ БАШҠАРАМ...” // Шоңҡар — 2019. — № 4.]
  • Абдуллина Л. Ижадсы кредоһы // Башҡортостан. — 2009. — № 194. — 4 б. 2.
  • Абдуллина Л. Творчество насыщенной гражданственности / Л. Абдуллина // Өмет. — 2005. — № 6. — С 3. 3.
  • Әлибаев С. Расправие белые паруса… / С. Әлибаев // Ағиҙел. — 2005. — № 12. — С. 106—108. 5.
  • Шарафутдинов Д. Истинный гражданин Азамат / Д. Шарафутдинов // Башҡортостан. — 2005. — № 24. — С. 6.
  • Ишкинин Т. Новая звезда политической журналистики / Т. Ишкинин // Йәшлек. — 2005. — № 6. — С. 7 7.
  • Хөсәинов Г. Большие раздумья о маленькой книге / Г. Хусаинов // Башҡортостан. — 2004. — № 12. — С. 3. 8.
  • Бикбаев Р. Судьбой предписано быть поэтом / Р. Бикбаев // Ағиҙел. — 2003. — № 3. — С. 137—140 . 6.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2017 йыл Өфөлә башҡорт телен яҡлап үҙенсәлекле һәм сағыу «Йөрәк һүҙе» проекты ойошторолдо. 28 ноябрҙә үткән шиғри алыш финалында 12 пар ҡатнашты, улар араһында башҡорт телендә иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр билдәләнде. Ҡатнашыусыларҙың береһе – шағир һәм депутат Йомабикә Ильясова әҙерләгән «тамашасы һөйөүе» бүләген Азамат Юлдашбаев менән Алина Ғәлиева алды[4].
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2017)