Эстәлеккә күсергә

Ильясова Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Йомабикә Ильясова битенән йүнәлтелде)
Йомабикә Ильясова
Тыуған көнө:

1 ноябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Хәйбулла районы Аҡъюл ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

дәүләт эшмәкәре, шағир һәм журналист

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Салауат Юлаев ордены
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002)

Ильясова Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы (1 ноябрь 1957 йыл) — дәүләт һәм матбуғат эшмәкәре, журналист һәм шағир. 1999—2013 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе (2008—2013 йылдар) һәм бишенсе (2013 йылдан) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2013 йылдан — Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары. 1985 йылдан СССР Журналистар союзы, 1995 йылдан — Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт (2002) хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).

Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова (ҡыҙ фамилияһы Аҡъюлова) 1957 йылдың 25 октябрендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Аҡъюл ауылында тыуған. 1974 йылда Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) уҡырға килә. Уны тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый.

1979—1991 йылдарҙа «Башҡортостан пионеры» республика балалар гәзитендә хәбәрсе, аҙаҡтан редакцияның әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире була.

1991 йылда етерлек тәжрибә туплаған журналист башҡорт телендә яңы сыға башлаған «Йәшлек» кә, баҫманың әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире итеп саҡырыла, һуңынан гәзиттең баш мөхәррире урынбаҫары вазифаһына үрләтелә.

1994—1996 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй.

1996 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» республика ҡатын-ҡыҙҙары журналына яуаплы сәркәтип итеп саҡырыла. 1999 йылда баҫманың баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә һәм был яуаплы вазифала 2013 йылға тиклем эшләй.

Республиканың гәзит һәм журналдарында күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте өсөн Йомабикә Ильясоваға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелгән.

2013 йылда икенсе саҡырылыш рәттән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған Йомабикә Ильясова беренсе ултырышта Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәҡдим ителә һәм ошо яуаплы эшкә бер тауыштан һайланып ҡуйыла.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2008—2013 йылдар — Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
  • 2013 йылдан — Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия 2016 йылға конкурста ҡатнашыуға алты дәғәүәсе менән бер рәттән Йомабикә Ильясованы ла индерҙе. Уның «Мин үҙеммен һаман» һәм «Етегән» шиғыр йыйынтыҡтары премияға Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы тарафынан тәҡдим ителде[1].

  • Яуа, яуа алтын япраҡтар: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — 30 бит.
  • Серле төн: Әкиәттәр. — Өфө: Китап, 1993. — 24 бит.
  • Һарғайма, йәй: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1994. — 80 бит.
  • Ҡабырсаҡта: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1998. — 160 бит.
  • Бәхет эргәһендә: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2005. — 302 бит.
  • Елгә ҡаршы: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2007.
  • Мин үҙеммен һаман: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2013.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙип һәм уның әҫәрҙәре хаҡында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар