Эстәлеккә күсергә

Туҡаев Рифҡәт Ғәлимйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Туҡаев Рифҡәт Ғәлимйән улы
Тыуған ваҡыты

10 октябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡортостан АССР-ы, Бөрө кантоны, Түбәнге Ҡарыш ауылы

Үлгән ваҡыты

19 июнь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (71 йәш)

Вафат урыны

Үзбәкстан, Андижан ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

пехота

Хеҙмәт итеү йылдары

1942—1945

Хәрби звание
Сержант
Сержант
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Туҡаев Рифҡәт Ғәлимйән улы (10 октябрь 1923 йыл19 июнь 1995 йыл) — уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, айырым разведка ротаһының отделение командиры, старшина. Дан орденының тулы кавалеры. Үзбәк ССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975). СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1984).

Рифҡәт Ғәлимйән улы Туҡаев 1923 йылдың 10 октябрендә Башҡортостан АССР-ы Бөрө кантоны[1] Түбәнге Ҡарыш ауылында тыуған. Мишәр.

1929 йылдан Андижан (хәҙерге Үзбәкстан) ҡалаһында йәшәй. Бохара уҡытыусылар институтында уҡый. 1940 йылдан Үзбәк ССР-ы Сурхандаръя өлкәһенең мәктәбендә урыҫ телен уҡыта.

1942 йылдың июненән Ҡыҙыл армия сафында, 1-се Мәскәү пехота-пулемёт училищеһында уҡый. 1942 йылдың ноябренән 2‑се Балтик буйы фронтында 10‑сы гвардия армияһы 379‑сы уҡсылар дивизияһының 1257‑се һәм 1250‑се уҡсылар полктарында хеҙмәт итә. 1944 йылдың декабренән 1‑се Украина фронтында 59‑сы армияның 245‑се дивизияһының 322‑се айырым разведка ротаһында отделение командиры була.

1944 йылдың 21 февралендә Псков өлкәһенең Пустошка ҡалаһы тирәһендә 433-сө разведка ротаһы бүлеге төркөмөнөң командиры старшина Туҡаевтың разведка төркөмө башында дошман тылына үтеп инә һәм яугирҙар менән алышҡа инеп разведка яһай. Алышта тиҫтәгә яҡын немец һалдаты юҡ ителә һәм бишеһе әсиргә алына. Туҡаевтың төркөмө ҡайтып килгәндә яраланған рота командирының ғүмерен ҡотҡара. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1944 йылдың 18 мартында 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1944 йылдың 12 июлендә Псков өлкәһе Янчево ауылы тирәһендә Туҡаев етәкселегендәге төркөм немец отряды менән алышҡа инә. Туҡаев үҙе дошман пулемёты менән 10-дан ашыу пехотасыны юҡ итә, 2 офицерҙы әсиргә ала. Дошман батареялары һәм инженер ҡоролмалары урынлашыуы тураһындағы йыйылған мәғлүмәттәрҙе разведчиктар ваҡытында штабҡа алып еткерә. Бында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1944 йылдың 22 авгусында 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1944 йылдың 29 сентябрендә Латвия ССР‑ының Мадлиена торама пункты тирәһендә дошман тылында алышҡа инеп разведка яһағанда Туҡаев дошиан штабы менән блиндажды шартлата, 5 автоматсыны юҡ итә, икеһен әсиргә ала. Был алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн 1944 йылдың 5 декабрендә йәнә 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә, әммә 1958 йылдың 26 ноябрендә был бүләк урынына 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә һәм шулай итеп Дан орденының тулы кавалеры була.

1945 демобилизациялана, Андижанға ҡайта. 1962 йылда Ташкент педагогия институтын тамамлай. Андижан өлкә уҡытыусыларҙы камиллаштырыу институтының хәрби-методик кабинеты мөдире булып эшләй. 1968 йылдан — отставкалағы старшина.

1995 йылдың 19 июнендә Үзбәкстандың Андижан ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • 1‑се дәрәжә Дан ордены (1958 йылдың 26 ноябре)
  • 2‑се дәрәжә Дан ордены (1944 йылдың 22 авгусы)
  • 3‑сө дәрәжә Дан ордены (1944 йылдың 18 марты)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
  • миҙалдар
  • Үзбәк ССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975)
  • СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1984)