Крючков Анатолий Иванович
Крючков Анатолий Иванович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 10 октябрь 1947 |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы |
Вафат булған көнө | 11 июль 2020 (72 йәш) |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Крючков Анатолий Иванович (10 октябрь 1947 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1984—1992 йылдарҙа Мәсетле районы халыҡ депутаттары башҡарма комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының йәштәр эштәре, физик культура һәм туризм буйынса комиссия рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Крючков Анатолий Иванович 1947 йылдың 10 октябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1970 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас тоҡомсолоҡ зоотехнигы булып башлай. 1973—1984 йылдарҙа агроном, КПСС-тың Мәсетле райомында һатыу алыуҙар һәм ауыл хужалығы продукцияһы сифаты буйынса баш дәүләтинстпекторы булып эшләй. 1984 йылда ауыл хужалығы идараһы начальнигы, РАПО советы рәйесе, Мәсетле районы халыҡ депутаттары башҡарма комитеты рәйесе. 1992 йылдан Мәсетле сбербанк бүлеге управляющие. [1] Мәсетле районы, 238-се Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының йәштәр эштәре, физик культура һәм туризм буйынса комиссия рәйесе. [2]
2020 йылдың 11 июлендә вафат булды.[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
- ↑ МИНИСТЕРСТВО СЕЛЬСКОГО ХОЗЯЙСТВА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 10 октябрҙә тыуғандар
- 1947 йылда тыуғандар
- Мәсетле районында тыуғандар
- 11 июлдә вафат булғандар
- 2020 йылда вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Халыҡ депутаттарының район комитеты рәйестәре
- Шәхестәр:Мәсетле районы