Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы
== Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы == | |
Файл:Логотип Стерлитамакского нефтехимического завода.png | |
Тип | |
---|---|
Нигеҙләнгән йыл | |
Урынлашыуы | |
Тармаҡ | |
Сайт |
«Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (ОАО «СНХЗ») — каучук, Агидол, авиация бензины етештереүҙә махсуслашҡан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы предприятие.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводына 1958 йылда Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводының тәжрибә подразделениеһы булараҡ нигеҙ һалына. Предприятиеға нигеҙ һалынған көн тип 1963 йылдың 28 декабрь көнө иҫәпләнә — тап ошо көндәрҙә СССР-ҙа тәүге тапҡыр, Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводында, СКИ-3 тибындағы изопренлы каучуктың беренсе партияһы алына. 1966 йылда тәжрибә производствоһы үҙаллы предприятиеға әйләнә, ул «СКИ-3 тәжрибә-сәнәғәт заводы» исеме ала.
1967 йылда предприятиела түбән молекулалы каучук, ә 1970 йылда — үтә күренмәле фенол антиоксиданты Агидол-1 һәм изометилтетра-гидрофталевый андигидрит эпоксид ыҫмалаһы өсөн ҡатырғыс етештереү үҙләштерелә. 1976 йылда заводтың исеме «Тәжрибә-сәнәғәт нефть химияһы заводы» итеп үҙгәртелә, ә 1991 йылдан хәҙерге исемен ала.
2011 йылдың 25 мартында предприятие «ТАУ» компаниялар төркөмө составына инә .
2011 йылдың 11 авгусынан предприятие менән «ТАУ НефтеХим» Идара итеүсе компания яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте идара итә башлай.
2016 йылда «Урал экспорт-100» Урал һәм Көнбайыш Себерҙең иң эре экспортлаусылар рейтингында, «Эксперт» журналының версияһы буйынса, Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы асыҡ акционерҙар йәмғиәте 27-се урынды биләй[1].
2017 йылдан компания авиация бензины етештерә башлай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы тарихы
- Башҡорт энциклопедияһы — Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы 2016 йыл 7 апрель архивланған.
- «ТАУ» — компаниялар төркөмө сайты
- Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы