Эстәлеккә күсергә

Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
== Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы ==
Тип

акционерҙар йәмғиәте

Нигеҙләнгән йыл

1963

Урынлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Стәрлетамаҡ

Тармаҡ

нефть химияһы сәнәғәте

Сайт

snhz.ru

«Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (ОАО «СНХЗ») — каучук, Агидол, авиация бензины етештереүҙә махсуслашҡан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы предприятие.

Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводына 1958 йылда Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводының тәжрибә подразделениеһы булараҡ нигеҙ һалына. Предприятиеға нигеҙ һалынған көн тип 1963 йылдың 28 декабрь көнө иҫәпләнә — тап ошо көндәрҙә СССР-ҙа тәүге тапҡыр, Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводында, СКИ-3 тибындағы изопренлы каучуктың беренсе партияһы алына. 1966 йылда тәжрибә производствоһы үҙаллы предприятиеға әйләнә, ул «СКИ-3 тәжрибә-сәнәғәт заводы» исеме ала.

1967 йылда предприятиела түбән молекулалы каучук, ә 1970 йылда — үтә күренмәле фенол антиоксиданты Агидол-1 һәм изометилтетра-гидрофталевый андигидрит эпоксид ыҫмалаһы өсөн ҡатырғыс етештереү үҙләштерелә. 1976 йылда заводтың исеме «Тәжрибә-сәнәғәт нефть химияһы заводы» итеп үҙгәртелә, ә 1991 йылдан хәҙерге исемен ала.

2011 йылдың 25 мартында предприятие «ТАУ» компаниялар төркөмө составына инә .

2011 йылдың 11 авгусынан предприятие менән «ТАУ НефтеХим» Идара итеүсе компания яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте идара итә башлай.

2016 йылда «Урал экспорт-100» Урал һәм Көнбайыш Себерҙең иң эре экспортлаусылар рейтингында, «Эксперт» журналының версияһы буйынса, Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы асыҡ акционерҙар йәмғиәте 27-се урынды биләй[1].

2017 йылдан компания авиация бензины етештерә башлай.