Лоцманов Юрий Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лоцманов Юрий Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 октябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Ош, Ҡырғыҙстан
Вафат булған көнө 11 июнь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Һарытау, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө онкология[d] һәм оториноларингология[d]
Эш урыны БДМУ
Һарытау дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто Һамар дәүләт медицина университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены "СССР-ҙың уйлап табыусыһы" күкрәк билдәһе

Лоцманов Юрий Александрович (10 октябрь 1927 йыл11 июнь 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй табип-отоларингологы, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры (1973-1982), медицина фәндәре докторы, профессор.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юрий Александрович Лоцманов 1927 йылдың 10 октябрендә Ҡырғыҙ ССР-ындағы Ош ҡалаһында медицина хеҙмәткәрҙәре ғаиләһендә тыуған.

1950 йылда Куйбышев медицина институтын тамамлаған.

1950 йылдан алып 1973 йылға тиклем Куйбышев медицина институтының оториноларингология клиникаһында эшләй, был учреждениела ул клиника ординаторы вазифаһынан доцентҡа тиклем хеҙмәт юлын үтә.

1960 йылда «К вопросу о рецидивах рака гортани» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1970 йылда «Клиника и лечение рецидивов рака гортани и глотки» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай».1975 йылда уға профессор дәрәжәһе бирелә.

1973 йылдан 1982 йылға тиклем — Башҡорт мединституты ректоры, бер үк ваҡытта (1977 йылдан) — санитар‑гигиена һәм стоматология факультеттарының ЛОР-ауырыуҙары кафедра мөдире.

1983 йылдан алып Һарытау дәүләт медицина университетында эшләй: 1991 йылға тиклем — оториноларингология дауалау факультетында кафедра мөдире, 1991 йылдан алып 1996 йылға тиклем — Н. П. Симановский исемендәге берләшкән оториноларингология кафедраһы мөдире, 1996 йылдан — кафедра профессоры.

Бөтә Рәсәй оториноларингологтар йәмғиәте идаралығы ағзаһы, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оториноларингология буйынса уҡытыу-методик комиссияһы, Рәсә Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Рәсәй Медицина фәндәре академияһының оториноларингология һәм логопатология буйынса ғилми Советы ағзаһы итеп һайлана.

Аҙаҡҡы йылдарҙа Һамарҙа РМФА академигы Солдатов Игорь Борисович менән хеҙмәттәшлек итә..

Фәнни һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғилми һәм ғәмәли эшмәкәрлеге -лоронкология өлкәһе.

Һарытауҙа эшләгән осорҙа Лор-органдар ауырыуҙарын аутогено кеүек-, магнито-, УЗ-, УФО-лазеротерапия һымаҡ ысулдар менән дауалауҙы ғәмәлгә индерә.

Балаларҙа аденоидит, ринит һәм риносинусит, хроник тонзиллитты дауалау ысулдарын уйлап таба..

Уның етәкселегендә 6 кандидатлыҡ һәм 1 докторлыҡ диссертация яҡдана.

107 фәнни эш һәм 7 уйлап табыу авторы.

1958 йылдан алып бөтә Союз, ә һуңынан Рәсәй оториноларингологтар съездарында ҡатнаша, бөтә Рәсәй оториноларингологтар йәмғиәтенең идара ағзаһы итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Профессор Юрий Александрович Лоцманов (к 80-летию со дня рождения). Дата обращения 18 января 2017.
  • ЛОЦМАНОВ Юрий Александрович  башкирская-энциклопедия.рф. Дата обращения 18 января 2017.
  • Скончался экс-ректор Башкирского медицинского института Юрий Александрович Лоцманов (неопр.). bashinform.ru. Дата обращения 18 января 2017.