Ош (Ҡырғыҙстан ҡалаһы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ош
ҡырғ. Ош
ФлагГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Ош
Дәүләт  Ҡырғыҙстан
Административ үҙәге Ош өлкәһе[d], Ошский кантон[d] һәм Ошский округ[d]
Административ-территориаль берәмек Ҡырғыҙстан
Сәғәт бүлкәте UTC+6
Халыҡ һаны 353 080 кеше (2022)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 963 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Санкт-Петербург[2], Амасья[d], Джиддә, Киев[3] һәм Истанбул[4]
Сиктәш Ош өлкәһе[d]
Ҡулланылған тел дунганский язык[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «Данакер»
Майҙан 182,5 км²
Почта индексы 723500
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Иң тәүге яҙма ваҡыты IX быуат
Рәсми сайт oshcity.gov.kg
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Оше (Кыргызстан)[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Osh[d]
Номер тамғаһы коды O, Z һәм 02
Карта
 Ош Викимилектә

Сөләймән тауҙан Ош ҡалаһы күренеше

Ош (ҡырғ. Ош) — Ҡырғыҙ Республикаһының республика ҡарамағындағы ҡалаһы, Ош өлкәһенеңадминистратив үҙәге.

Ош — халыҡ һаны буйынса Ҡырғыҙстандың Бишкәктән һуң икенсе ҡалаһы, илдең көньяғындағы иң ҙур ҡала, рәсми рәүештә «көньяҡ баш ҡала» тип йөрөтөлә.

2018 йылдың 18 декабрендә Ош төрки донъяның 2019 йылғы мәҙәни баш ҡалаһы тип иғлан ителде[5].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теүәл этимологияһы билдәле түгел. Әммә топоним буйынса ҡайһы бер фараз бар:

1) Шундай бер риүәйәт бар: ҡайһылыр походтарының береһендә Сөләймән батша ғәскәр башында килгән, ә уның алдынан һабан егелгән үгеҙҙәр вол барған. Үгеҙҙәр данлыҡлы тауға килеп еткәс, батша был урынды ял итеп алырға привал бик уңайлы тип таба һәм ул малдарҙы туҡтатыу өсөн: «Хош!» — "Булды, ярайһы!"тип ҡысҡырған һәм ошо һүҙҙәр бласаҡ ҡалаға исем биргән, имеш.

2)топоним «خوش»('huwuš) «һәйбәт, яҡшы» тигән фарсы килеп сыҡҡан. Һәм был «хош ҡала» (күңелгә ятышлы, хуш) тигәнде аңлата.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡ-Буура йылғаһы буйында балыҡ тотоу

Ош ҡалаһы Ҡырғыҙстандың көньяғында Бишкәктән (М43 автомобиль юлы буйлап 700 км) 300 км көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Ҡала Фирғәнә үҙәненең көнсығыш өлөшөндә, Алай тау һырттары итәгенән 870 метрҙан алып 1110 метрға тиклем бейеклектә Аҡ-Буура (Аҡбура) йылғаһы ағып сыҡҡан ерҙә урынлашҡан.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата, Халыҡ һаны 270 400 кеше (даими) йәки 257 100 кеше (хәҙерге ваҡытта булғаны), ҡала хакимиәтенә буйһонған сиктәге биләмәләрҙә (ҡала ситендәге 11 ауылды иҫәпкә алып), — 299 500 кеше (даими) һәм 284 600 кеше (хәҙерге ваҡытта булғаны) тәшкил итте.

2015 йылдың 1 ғинуарынан баһаһы буйынса, ҡала халҡына 243 300 кеше тәшкил итте. Ә 2012 йылда биҫтәлә йәшәгән халыҡ менән бергә ҡала халҡы 500 000 кеше тип баһаланды.

Ҡала хакимиәтенә , Ош ҡалаһының үҙенән башҡа, ҡала ситендә урынлашҡан халҡының дөйөм һаны 27 мең кешенән торған 11 ауыл (Алмалыҡ, Арек, Гулбаар-Толойкон, Жапалак, Кенеш, Керме-Тоо, Озгур, Орке, Пятилетка, Толойкон, Тээке) ҡарай.

Ош ҡалаһы хакимиәтенә буйһонған майҙан биләмәһе 182 км2 тәшкил итә.

2009 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Батша һәм сырғыҙҙар ҡала халҡының 43,05 % , ә үзбәктәр — 48,31 % тәшкил итте. Шулай Ош ҡалаһында рус, төрөк, татарҙар, уйғырҙар, тажик, әзербайжандар һәм башҡа этностар йәшәй.

Батша һәм совет осоронда хәҙерге ҡаланың үҙәк өлөшө шартлы рәүештә урындағы халыҡ — ул заманда башлыса үзбәктәр — йәшәгән «иҫке ҡала»ға (үҙәк баҙар, мәсет һәм уның тирәһендәге биләмәләр) һәм халыҡтың күпселеге урыҫ һәм урыҫ теллеләрҙән торған «яңы ҡала»ға (сиркәү/Мәҙәниәт йорто, хәрби гарнизон, пьянбазар, дәүләт хакимиәте) бүленгән[6].

Ҡала халҡы һаны, мең кеше
Йыл 1939 1959 1970 1974 1979 1989 1991 1999 2009 2010 2011 2012 2015 2019 йығы
Халыҡ,



мең кеше
33 65 120 143 169 213 212 212 220 235 231 230 243 257
Ош ҡалаһы халҡының этник составы
(буйһоноуында торған ауыл тораҡ пункттарынан башҡа)
Этнос Һаны
2009 йылғы
халыҡ иҫәбен алыу [7]
Доля (%)
Барлығы 232 816 100,00%
Үзбәктәр 112 469 48,31%
Ҡырғыҙҙар 100 218 43,05%
Урыҫтар 6 292 2,70%
Төрөктәр 5 506 2,36%
Татарҙар 2 703 1,16%
Төркмәндәр 885 0,38%
Уйғырҙар 791 0,34%
Тажиктар 679 0,29%
Әзербайжандар 587 0,25%
Украиндар 379 0,16%
Корейҙар 319 0,14%
Ҡаҙаҡтар 265 0,11%
Ҡытайҙар 221 0,09%
Курдтар 199 0,09%
Дунгандар 92 0,04%
Немецтар 90 0,04%
башҡалар 1121 0,48%

Ош ҡалаһы хакимиәтенә 11 ҡала яны ауылы (дөйөм халыҡ һаны 25 295 кеше) буйһона, уларҙың күпселек халҡын ҡырғыҙҙар (23 520 кеше йәки 93,0 %), ә үзбәктәр — аҙсылыҡты (1567 кеше йәки 6,2 %) тәшкил итә[7].

Ош ҡала хакимиәтенә буйһоноусы ауылдар
Исеме Халыҡ



01.01.2014 н



(кеше)[8]
Алмалыҡ 866
Арек 1959
Гулбаартолойкон 1198
Жапалак 4035
Кенеш 3826
Керма-Тоо 1642
Озгур (бер өлөшө) 3267
Орке 4557
Пятилетка 2243
Телейкен (бер өлөшө) 2873
Тээке 1705

Уҡытыу теле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус телле халыҡтың тарихи тыуған иленә сығыуҙарына ҡарамаҫтан, 2011/2012 уҡыу йылында ҡаланың 56 урта белем биреү учреждениелары араһынан 10-нда уҡытыу рус телендә, 11-ндә — рус һәм ҡырғыҙ телдәрендә алып барылған[9].

Сағыштырыу өсөн, 2006/2007 уҡыу йылында ҡаланың 56 мәктәбенең 15-ндә уҡытыу теле ҡырғыҙ теле (7853 уҡыусы), 8 мәктәптә — уҡытыу урыҫ телендә (7658 уҡыусы), 14 мәктәбендә — уҡытыу теле үзбәк теле (10 073 уҡыусы), 16 мәктәптә — 2 уҡытыу теле (25 608 уҡыусы), в 3-х мәктәп — 3 мәктәптә 3 уҡытыу теле (4378 уҡыусы) булған.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Климаты — континенталь, ҡоро. Ғинуарҙың уртаса температураһы — Цельсий буйынса −2 °, июлдең — +25/+26 градус с буйынса. Районда яуым-төшөм — йылына 400—500 мм.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 2 4 12 18 25 31 33 32 27 19 13 5 18
Уртаса минимум, °C −6 −5 2 6 11 16 18 17 11 6 −2 −4 6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 34 42 61 67 47 23 9 7 6 37 36 47 416
Сығанаҡ: Яндекс погода

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ош Урта Азия мосолмандарының дини үҙәктәренең береһе булып тора. Ҡала үҙәгендә урынлашҡан иң боронғо мәсеттәре, шулай уҡ традицион ғибәҙәт ҡылыу урыны булып торған Сөләймән-Тоо (Тахт-и-Сулайман, Соломон тәхете)[10] менән билдәле[11].

Боронғо дәүерҙәрҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Почта маркаһында «Сулайман-Тоо» музейы

Ҡала тау итәгендәге оазиста урынлашҡан. Сөләймән-Тау битләүендә бронза дәүеренә ҡараған игенселәр ауылы табылған.

Ош Ҡырғыҙстандың иң боронғо ауылдарының береһе булып тора. Хәҙер рәсми рәүештә ҡала тарихын 3000 самаһы, тип иҫәпләү тәҡдим ителгән[12][13].

Әммә тарих фәнендә ҡаланың йәшен уның тарихи акттарҙа тәүге тапҡыр телгә алыныу йылы буйынса иҫәпләү ҡабул ителгән. Йылъяҙмалар буйынса ҡала б.э. IX быуат, тип билдәләгәндә лә, уны илдең иң боронғо ҡалаһы тип һанарға мөмкин.

X быуатта Ош ҡалаһы, Һиндостан һәм Ҡытайҙан Европаға (ҡара: Бөйөк ебәк юлы) үткән каруан юлдарының киҫешеү нөктәһе булып, ҙурлығы буйынса Фирғәнәнең өсөнсө ҡалаһы тип иҫәпләнгән.

XI—XII быуаттарҙа Ош Ҡараханиҙарҙың төрки ҡағанаты составына, ә һуңынан — Көнбайыш Ҡараханиҙар ҡағанатына ингән. 1141 йылда ҡараҡытайҙар монгол ҡәбиләләре тарафынан яулап алынған, ә 1210 йылда Хорезмшаһтар дәүләте составына ингән.

1220 йылда Сыңғыҙ-хандың ҡоторонған ғәскәр өйөрө орда Ош ҡалаһын баҫып ала, һәм биләмә Сығатай улусы составына инә. 1340 йылда Моголистандың бер өлөшө булған, ә 1380 йылда Аҡһаҡ Тимер империяһына ингән.

Рәсәй империяһы составында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1876 йылда Коканд ханлығы баҫып алынғандан һуң, Ош Рәсәй империяһы составына (ҡара: Рәсәй империяһының Урта Азия биләмәләре) Фирғәнә өлкәһе Ош өйәҙенең административ үҙәге булараҡ инә.

Совет осоронда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Сулайман-Тоо"тыуған яҡты өйрәнеү музейы территорияһында ауыл хужалығын механизациялауҙың «тәүге ҡарлуғасы»

1918 йылдан Ош Төркөстан АССР-ы составына ҡушыла. 1924 йылдың 14 октябрендә РСФСР составына ингән Урта Азияны милли-территорияларға айырыу һөҙөмтәһендә тәүҙә Ҡара-ҡырғыҙ автономиялы өлкәһе барлыҡҡа килә, ә 1925 йылдың 25 майында ул Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһе тип үҙгәртелә.

1926 йылдың 1 февралендә уның статусы һәм атамаһы Ҡырғыҙ Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы тип үҙгәртелә, ә 1936 йылдың 5 декабрендә союздаш Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы сифатында РСФСР составынан сығарылған.

1925—1936 йылдарҙа Ош РСФСР-ҙың иң көньяҡ ҡалаһы исемлегенә ингән, 1939 йылда ул Ош өлкәһенең үҙәге булған.

Совет власы йылдарында ҡала эре сәнәғәт үҙәгенә әүерелә. Бында кизе-мамыҡ һәм ебәк комбинаттары, гренажный Гренаж: (франц. grainage, от graine — Грена) получение здоровой жизнеспособной грены (яиц) от бабочек тутового и дубового шелкопряда, мамыҡ таҙартыу һәм кирбес заводтары, тимер-бетон эшләнмәләре заводы, тегеү һәм аяҡ кейеме фабрикалары, аҙыҡ-түлек, машиналар етештереү һәм металл эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары эшләгән.

1950 йылда археолог Заднепровский Юрий Александрович Сөләймән тауҙың көньяҡ битләүендә боронғо кешеләр йәшәгән ҡалдыҡтар таба, һәм хәҙерге Ош территорияһында хатта 3 мең йыл элек тә йәшәгән тигән һығымта яһай.

1990 йылда Ош һәм Өзгөн ҡалаларында ҡырғыҙҙар менән үзбәктәр араһында милләт-ара бәрелештәр булды. Ҡала яны колхоз яландары биләмәләрендә, үзбәктәр ҡаршы булғанды иҫәпкә алмай, ҡырғыҙҙарға шәхси төҙөлөш өсөн участка бүлеүҙән башлана. Ҡалаға совет ғәскәрҙәрен индереү һөҙөмтәһендә генә бәрелештәр тиҙ тамамлана, әммә ҡала ике аҙна тирәһе комендант сәғәте шарттарында йәшәй.

Бойондороҡһоҙ Ҡырғыҙстан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡырғыҙстандың иҫтәлекле тәңкәһе, Ош ҡалаһының 3000 йыллығына арналған

2000 йылда Ҡырғыҙстан президенты Асҡар Аҡаев бойороғо менән Ош ҡалаһының 3000 йыллығы тантаналы билдәләнә. Шунан башлап 5 октябрҙә Ҡала көнө үткәреү традицияһы барлыҡҡа килә.

2003 йылдың июнендә Ош ҡалаһына республика әһәмиәтендәге ҡала статусы бирелә[14].

2005 йылғы власть көрсөгө осоронда Ош оппозиция контроле аҫтына күскән тәүге ҡалаларҙың береһенә әүерелә.

2008 йылдың 3 ноябрендә ҡабул ителгән 238-се «Республика һәм өлкә әһәмиәтендәге ҡала биләмәһендә урынлашҡан административ-территориаль берәмектәрҙе юҡҡа сығарыу тураһында» законына ярашлы, Ош ҡалаһында Жапалаҡ аил округы юҡҡа сығарыла[15].

2010 йылдың йәйендә, апрель революцияһы һәм үҙәк власының көсһөҙләнә барыуы сәбәпле, күп һанлы ҡорбандарға һәм Үзбәкстандың күрше өлкәләре территорияһына ҡасаҡтар ағымына килтергән ҡырғыҙҙар менән үзбәктәр араһындағы бәрелеш була[16]. Емерелгән объекттарҙың дөйөм һаны 888 тәшкил итте, шуларҙың 718 — торлаҡ йорттар.

Ош ҡалаһы статусы тураһында тәүге закон ҡабул ителгәндән һуң 10 йыл үтеүгә, 2013 йылдың 12 декабрендә, «Ош ҡалаһы статусы тураһында» тигән 219 һанлы яңы закон ҡабул ителә[17].

Символдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1908 йылғы Ош ҡалаһы гербы

1908 йылдың 22 октябрендә батша ғали йәнәптәре Ош ҡалаһының гербын раҫлаған[18]

Сөләймән тауҙың силуэты Ош ҡалаһы гербында ла үҙәк урынды биләй. Тауҙың силуэты өҫтөндә алтын нурҙарын таратыусы ҡояш һүрәтләнгән, бөтә композиция, гербтың аҫҡы өлөшөнә «ОШ» яҙыуы ҡуйылып, күк төҫтәге ҡырғыҙ биҙәге менән уратылған[19].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Данакер» ордены (2000 йылдың 4 октябре) — Ош ҡалаһының ҡырғыҙ дәүләтселеге аяҡҡа баҫыуы һәм үҫешендә, милләт-ара татыулыҡ һәм дуҫлыҡты нығытыуҙа айырым тарихи ролен иҫәпкә алып, уның Бөйөк Ебәк юлында бәйләүсе сауҙа-мәҙәни күпер булараҡ уникаль әһәмиәте һәм ҡалаға нигеҙ һалыныуға 3000 йыл тулыу уңайынан[20].

Иҡтисад[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙәк Азияла иң ҙур һаналған һәм совет осоронан бирле эшләп килгән кизе-мамыҡ комбинаты (ХБК) ҡала ойоштороусы предприятиеларҙың береһе булып тора.[21] Әлегә тиклем ебәк комбинаты («Ош-Жибек» АЙ), тейәүсе насостар заводы, туҡыу комбинаты («Туҡыусы» АЙ) эшләп килде.[22] Ош ТЭЦ-ы ҡаланы электр энергияһы менән тәьмин итә.

«Киләсәк» АЙ — Ош ит комбинаты, икмәк етештереүсе «Ош-Нан» АЙ, тәмәке эшкәртеү ферментациялау заводы эшкәртеү сәнәғәтенә ҡарай.

Сауҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалала үҙәк баҙарҙа тарихи сауҙа үҙәге булып ҡала үҙәгендә Ак-Буура йылғаһының һул ярындағы Баҙар урамында урынлашҡан үҙәк баҙар тора. Постсовет осоронан һуң баҙар майҙандары күпкә киңәйҙе, хәҙер сауҙа шулай уҡ яҡын локацияларҙа: «Шейит-Дёбё», «Тешик-Таш» (Ленин урамы) һәм Ҡара-Суй һәм Раимбәков урамындарында ла алып барыла

Ҡала янында, ҡаланан 22 км алыҫлыҡта (Ҡара суй районының Сарай ауыл идаралығы), Фирғәнә үҙәнендәге иң ҙур күмәртә-ваҡлап һатыу итеүсе «Тураталы баҙары» бар.

Әлеге ваҡытта ла күп яңы сауҙа үҙәктәре: «Киләсәк», «Датка», «Фрунзе» һ. б. асыла.

Транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ош ҡала автобусы

Урында төп транспорт төрө — автомобиль.

Ҡалала 56 автобус маршруттары бар, унда төрлө һыйҙырышлы яҡынса 1000 автобус, башлыса аҙ кеше йөрөтөрлөк Mercedes миниавтобустары (10-16 кеше) хеҙмәтләндерә. яңы автобустар ҡала уҡыусылар 2016 йылдың 30 декабрендә ҡала автопаркына 30 ярым түбән иҙәнле яңы ЛиАЗ-5293.60 килтерелде, бынан тыш Ҡытайҙа етештерелгән автобустар эксплуатациялана. 1977 йылдан бирле ҡалала троллейбус системаһы ғәмәлдә.

Ҡала яны һәм ҡала-ара бәйләнештәр башҡарыу өсөн — № 1 (ҡала үҙәгендәге"Иҫке" автовокзал) һәм № 2 («Яңы» тигән ҡала яны автовокзалы). 2015 йылдың сентябрендә үҙәк автовокзалдың бөтә маршруттары быға тиклем ғәмәлдә булмаған 2-се автовокзалға күсерелә.

Ҡалала шулай уҡ йөк ташыу хеҙмәтен күрһәтеү төп функцияһы булып торған «Ош-1» һәм «Ош-2» тимер юл станциялары бар. Совет осоронда Жалалабад һәм Андижан тимер юл станциялары вокзалдарынан ҡуҙғалыусы составтарға «Ош-1» станцияһында беркетелгән пассажирҙар вагондары ҡушылған. 1993 йылда пассажирҙар йөрөтөү туҡтатыла, урындағы Ош — Жалалабад араһында пассажирҙар хеҙмәтләндереү 2000 йылда тергеҙелә.

«Ош» аэропорты, урындағы һәм халыҡ-ара рейстарҙы ҡабул итеп һәм оҙатып, әүҙем эшләне.

Мәҙәниәт, мәғариф, иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Osh town2.jpg
Сөләймән тауҙа күҙәтеү майҙансығы һәм «Бабур өйө»
Сөләймән тау итәгендә Мавзолей
Ош ҡалаһында «Сулайман-Тоо» крайҙы өйрәнеү музейы
  • Ош берләштерелгән тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы

Ош ҡалаһы уртаһында матур булып ҡалҡып тороусы изге Сөләймән тау. Ҡырғыҙстанда ЮНЕСКО (2009 йылдан алып) исемлегенә ингән берҙән-бер объект[23].

  • Сөләймән тауҙың көнсығыш осондағы Бабур.бойороғо буйынса XVI быуатта төҙөлгән. Совет осоро йылдарында емерелгән була һәм үҙгәртеп ҡороу йылдарында тергеҙелә.
    • Тахт-и-Сөләймән мәсете
  • Аҡ -Бура ҡәлғәһе (I—XII)
  • Бабур исемендәге дәүләт академия музыкаль-драма театры
  • Сөләймән тау мәмерйәһендә урынлашҡан Тыуған яҡты өйрәнеү музейы
  • Сөләймән тауҙың көнсығыш яғында ҡаланың өс йөҙ йыллығын байрам иткәндә төҙөлгән «Бөйөк Ебәк юлы» крайҙы өйрәнеү комплексы
  • Урта быуат мунсаһы
  • Сурот-Таш ҡаяһы (б. э. т. I меңйыллыҡҡа ҡараған ҡаяла эшләнгән 100 һүрәт)

Дин менән бәйле иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Сөләймән тау»
  • Сөләймән тауҙағы комплекс (Тахт-и-Сулайман — Сөләймән тәхете) кәм тигәндә X быуаттан бирле хаж ҡылыу урыны, түлһеҙлек ҡотолорға теләгән ҡатын-ҡыҙ араһында айырыуса популяр[10].
  • Шәһит-Тәпә мәсете 5000 мосолманды һыйҙыра ала
  • Ача-Маҙар мәсете
  • Садиҡбай мәсете
  • Асаф-ибн-Бурхия Мавзолейы (XI—XVII)
  • Рават Абдулла хан мәсете (XVII—XVIII)
  • Мөхәммәт Йософ Байхужа улы мәсете (1909)
  • Михаил-Архангель сиркәүе
  • 2012 йылда иң ҙур «Сөләймән тау» мәсете төҙөлгән[24]

Театрҙар, Филармониялар, Кинотеатрҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • С. Ибраимов исемендәге Милли (Ҡырғыҙ) драма театры
  • Ҡурсаҡ театры (тәүгеһе менән бер бинала)
  • Бабур исемендәге Дәүләт академия музыкаль-драма театры
  • Р. Абдыҡадиров исемендәге өлкә филармонияһы
  • «Семетей» кинотеатры
  • «Ҡырғыҙстан» кинотеатры
  • «Нур» кинотеатры
  • «Ак-Буура» кинозалы — элекке өлкә ҡулланыусылар союзы бинаһында

Һәйкәлдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:RyspaiAbdykadyrov.jpg
Ош ҡалаһында үҙенең исеме менән аталған өлкә филармонияһы бинаһы янындағы Рысбай Абдыҡадиров һәйкәле
Ордо өсөн уйын майҙансығында һәйкәл
  • Токтоғул Сатылғанов һәйкәле
  • Барсбәк ҡаған һәйкәле
  • Алымбәк-дaтки һәйкәле
  • Алишер Науаи һәйкәле
  • «Айкол Манас» монументаль комплексы. 2013 йылдың майында асыла.[25]
  • Манастың ҡатыны Каныкәй һәйкәле
  • Kурманжан датки һәйкәле
  • Рысбай Абдыҡадиров һәйкәле
  • «Мәңгелек ут» мемориаль комплексы
  • «Әсә һағышы» мемориалы
  • Афғанстанда һәләк булған яугир-интернационалистар һәйкәле
  • Төп майҙанда В. И. Ленин
  • С. М. Киров һәйкәле
  • Ҡыҙылармеец В. Голубев һәйкәле
  • Космонавтар һәйкәле
  • «ГАЗ-АА» («Полуторка») автомобиле һәйкәле

Мәғариф[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бишкәктән һуң, Ош ҡалаһы илдең иң ҙур белем биреү. үҙәге булып тора. Илдең иң эре юғары уҡыу йортО — Ош дәүләт университетында 15000 ашыу студент уҡый.

Юғары уҡыу йорттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ош дәүләт университетының төп корпусы
  • Ош дәүләт университеты (Ленин урамы, 331)[26]
  • Ош технология университеты (Исәнов урамы, 81)[27]
  • А. Мырсабәков исемендәге гуманитар-педагогия институты (Исәнов урамы, 75)
  • Ҡырғыҙ-үзбәк университеты (Г. Айтиев урамы)
  • Рәсәй дәүләт социаль университеты филиалы (РГСУ).

Башҡалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Г. Айтиев исемендәге художество мәктәбе
  • N1 һәм N2 музыка мәктәптәре
  • Музыка училищеһы

Киң мәғлүмәт саралары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «ЭлТР» Дәүләт телерадиокомпанияһы
  • «ОшТВ» телекомпанияһы
  • «Ынтымаҡ» телекомпанияһы
  • «Кәрәмәт» телекомпанияһы
  • «Мезон ТВ» (2010 й. тиклем) телекомпанияһы
  • «Башат» телекомпанияһы — шәхси телекомпания. «CCTV» Ҡытай Милли телеканалы менән партнёрлыҡта эшләй, шулай уҡ рәсәй «ТНТ-Comedy» рәсәй телеканалының рәсми селтәр партнёры булып тора.
  • «Ош шамы» — ҡала ижтимағи-сәйәси гәзите. Баҫма өс телдә: ҡырғыҙ, рус һәм үзбәк сыға.
  • Ош жаңырығы — ҡырғыҙ телендәге өлкә ижтимағи-сәйәси гәзит
  • Эхо Оша 2021 йыл 6 март архивланған. — урыҫ телендә өлкә ижтимағи-сәйәси гәзит
  • Ўш садоси — үзбәк телендәге өлкә ижтимағи-сәйәси гәзит
  • «Рек-Парк» (элекке «Ош-Парк») ижтимағи-реклама гәзите
  • «Ош ордосу» ҡала реклама гәзите
  • ИА АКИ-Матбуғат Ош
  • «Биз» гәзите —үзбәк һәм ҡырғыҙ телдәрендә сығыусы ижтимағи-сәйәси гәзит.

Спорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әхмәтбәк Суюмбаев исемендәге «Ош» үҙәк стадионы.
  • Ош өлкә ипподромы.
  • «Алай» футбол клубы.
  • «Динамо» ирекле көрәш һәм футбол спорт клубы.
  • «Мөхәммәт Үмәр» дзюдо һәм ҡатнаш яңғыҙаҡ көрәш спорт клубы.

Консуллыҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһының генераль консуллығы.
  • Ҡаҙағстан Республикаһының генераль консуллығы.
  • Ҡытай Халыҡ Республикаһының генераль консуллығы.

Туғанлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Жамала (1983 йылғы) — украин ҡырым татары йырсыһы һәм актрисаһы, Евровидение-2016 йыр конкурсы еңеүсеһе, Украинаның халыҡ артисы[28].

Сәнғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ош ҡалаһына бағышланған:

  • Osh Runner 2020 йыл 17 февраль архивланған. мобиль уйыны
  • Сулайман-Тоо кинофильмы
  • «Алмаз — Ош шаарым» йыры
  • «Дилшодбек Хайдаров — Ўшлигим» йыры

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://citypopulation.de/en/kyrgyzstan/admin/21__oš_šaary/
  2. https://kvs.gov.spb.ru/en/agreements/
  3. https://old.kyivcity.gov.ua/files/2018/2/15/Mista-pobratymy.pdf
  4. https://www.ibb.istanbul/icerik/kardes-sehirler
  5. Новой культурной столицей тюркского мира в 2019 году станет город Ош 2019 йыл 4 апрель архивланған.
  6. Ош — уездный город
  7. 7,0 7,1 Национальный статистический комитет Кыргызской Республики. Перепись населения и жилищного фонда Кыргызской Республики 2009 года. Книга III(в таблицах). Регионы Кыргызстана. Город Ош. Дата обращения: 10 август 2011. Архивировано из оригинала 10 август 2011 года. 2011 йыл 10 август архивланған.
  8. Численность постоянного сельского населения Кыргызской Республики по айылным аймакам и айылам (селам) в 2014 г. 2015 йыл 15 апрель архивланған.
  9. Анна Бекова. В погоне за перспективой. «Российская газета-Неделя» — Киргизия № 5683 (10)
  10. 10,0 10,1 Города Кыргызстана — Бишкек, Ош, Талас, Джалал-Абад на русском языке. Дата обращения: 23 ноябрь 2011. Архивировано 22 февраль 2013 года. 2013 йыл 22 февраль архивланған.
  11. Сулейман-гора 2020 йыл 26 июнь архивланған.
  12. Microsoft Encarta 2006
  13. Жизнь города. Дата обращения: 29 август 2014. Архивировано 29 август 2014 года. 2014 йыл 29 август архивланған.
  14. Закон Кыргызской Республики «О статусе города Ош» от 11 июня 2003 года № 97
  15. Закон КР от 3 ноября 2008 года № 238 «Об упразднении административно-территориальных единиц, находящихся на территориях городов республиканского и областного значений»
  16. ООН насчитала 400 тысяч узбекских беженцев. Lenta.ru (17 июнь 2010). Дата обращения: 14 август 2010.
  17. Закон КР от 12 декабря 2013 года № 219 «О статусе города Ош»
  18. на Геральдических щитах. Золотые пчелы. На сайте «Российские соотечественники Иссык-Куля».
  19. Гербы Кыргызстана. г. Ош На сайте Геральдикум.
  20. Указ Президента Кыргызской Республики от 4 октября 2000 года № 276 "О награждении города Ош орденом «Данакер»
  21. Новосибирск — Ош: будем дружить городами. Вечерний Новосибирск (24 декабрь 2008). Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2014 йыл 24 июль архивланған.
  22. Азизбек Чамашев. Без производства нет развития. gezitter (10 сентябрь 2012). Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2015 йыл 4 март архивланған.
  23. Город Ош. Предчувствие будущего — Кыргызский Национальный Музей Изобразительных Искусств имени Гапара Айтиева.(недоступная ссылка)
  24. Сулайман-Тоо: музей vs мечеть. 15 октября 2012
  25. [fergana.akipress.org/news:209633/ Монументальный комплекс «Айколь Манас» в Оше]. Архивировано 18 июнь 2013 года.
  26. Ошский государственный университет. Дата обращения: 13 июнь 2010. Архивировано 30 ноябрь 2010 года. 2010 йыл 30 ноябрь архивланған.
  27. Ошский технологический университет. Дата обращения: 13 июнь 2010. Архивировано 30 ноябрь 2010 года. 2010 йыл 30 ноябрь архивланған.
  28. Уроженка Кыргызстана стала победительницей Евровидения-2016

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]