Жамала

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Жамала
Jamala
ESC2016 winner's press conference 01.jpg
Жамала «Евровидение 2016» конкурсының матбуғат конференцияһында
Төп мәғлүмәт
Исеме

рус. Сусана Алимовна Джамаладинова

Тыуған

27 август 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1] (35 йәш)

Һөнәрҙәре

йырсы, актёр

Йырлау тауышы

лирик-драматик сопрано[2]

Жанрҙар

джаз, соул, электро, поп, фолк

Коллективтар

«Beauty Band» (2001—2007)

Хеҙмәттәшлек

Олиас Барко, Елена Коляденко, Максим Паперник, Олесь Санин, Игорь Тарнопольский, Евгений Филатов, Иван Фролов, Андрей Хлывнюк, Дмитрий Шуров

Лейблы

Moon Records (2010—2013), Enjoy! Records (с 2014), Universal Music Group[3] (с 2016)

Наградалар Ҡалып:Народный артист Украины
jamalamusic.com
Commons-logo.svg Аудио, фото, видео Викимилектә

Сусана Әлим ҡыҙы Жамаладинова, Жамала йәки Jamala булараҡ билдәле (1983 йылдың 27 авгусында, СССР-ҙың Ҡырғыҙ ССР-ы Ош ҡалаһында тыуған) — ҡырымтатар сығышлы украин йырсыһы һәм актрисаһы, Украинаның халыҡ артисы (2016), Украина Милли музыка академияһын тамамлаған. Джаз, соул, фанк, фолк, поп һәм электро жанрҙарында йырлай, опера спектаклдәрендә һәм шоуҙарҙа ҡатнаша[4].

Биографияһы һәм карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юл башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сусана Әлим ҡыҙы Жамаладинова 1983 йылдың 27 авгусында Ош ҡалаһында (СССР, Ҡырғыҙ ССР-ы) тыуған. Атаһы — Әлим Айяр улы Жамаладинов, ҡырым татары, әсәһе — Галина Михайловна Тумасова, әрмән[5][6]. Бала сағы Ҡырымда Алушта эргәһендәге Малореченское ауылында үтә [комм. 1][комм. 1], ғаилә бында 1989 йылда Ҡырғыҙстандан күсеп килә.

Жамала бала саҡтан музыка менән шөғөлләнә. «Йондоҙло ямғыр» (1992), «Тере шишмәләр» (1993) кеүек конкурстарҙа ҡатнаша. Беренсе профессиональ яҙмаһы туғыҙ йәшендә эшләнә. Алуштаның 1-се музыка мәктәбен фортепиано класы буйынса тамамлай, шунан П. И. Чайковский исемендәге Симферополь музыка училищеһына уҡырға инә[4], ә унан һуң П. И. Чайковский исемендәге Киев Милли музыка академияһын опера вокалы класы буйынса ҡыҙыл дипломға тамамлай.[8].

Ғаиләһе һәм туғандары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әлим Айяр улы Жамаладинов — йырсының атаһы, ҡырым татары. Ҡырым татарҙарын Урта Азияға депортациялаған саҡта уның ата-бабалары Ҡырғыҙстанға эләгә. Шунда тыуып үҫә, буласаҡ Жамаланың әсәһенә өйләнә. Ул саҡта ҡыҙ — музыка училищеһында пианистка һәм уҡытыусы, ә егет үҙ ансамбленең хор дирижеры була[9].

Әлим Жамаладинов ата-бабалары төйәгенә, Ҡырымдың Кучук-Үзән ауылына (һуғыштан һуң Малореченское тип атала) ҡайтырға хыяллана. Ләкин депортацияланған ҡырым татарҙарына 1980-се йылдарҙа Ҡырымға күсеренергә, унда күсемһеҙ милек һатып алырға тыйылған була. Шул сәбәпле ғаилә хәйләгә бара: Жамаланың атаһы менән әсәһе айырылыша. Жамала атаһы һәм апаһы Эвелина[комм. 2][комм. 2] менән Украинаның Ҡырымға яҡын ғына Мелитополь тигән ҡалаһына (Запорожье өлкәһе) урынлаша, ә әсәһе, Малореченскоела ҡуртымға бер бүлмә алып, музыка мәктәбендә уҡыта башлай. Дүрт йыл тигәндә ул фатир һатып ала, бында бөтә ғаилә күсеп килә, һуңғараҡ башҡа Жамаладиновтар ҙа килеп төпләнә[9][4].

Назылхан — Жамаланың ҡарт өләсәһе, Әлимдең өләсәһе. Уның дүрт улы һәм бер ҡыҙы була. Жамаланың «Дождь» телеканалына биргән интервьюһында һөйләүенсә, 1944 йылдың 18 майында Назылхан балалары менән Урта Азияға депортациялана[11], ике-өс аҙна буйы юлда булалар, Нефтепром тигән ергә килеп еткәс, ҡыҙы Айшә астан үлә. Назылханға ҡыҙын ерләргә рөхсәт итмәйҙәр, баланың мәйетен һалдаттар вагондан ергә ырғытып китә[11]. Назылхандың атаһы, ағаһы, шулай уҡ ире Жамаладин Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп үлеп ҡала[11]. Әлимдең атаһы Айярға депортацияланған саҡта 16 йәш була[комм. 3]. Жамаланың ғаиләһе Ҡырымға егерменсы быуат аҙағында ҡайтып төпләнә. Ошо тарихҡа нигеҙләнеп, Жамала «1944» тигән йырын яҙа һәм «Евровидении-2016» конкурсында шул йыр менән Украина исеменән ҡатнаша[11].

Галина Михайловна Тумасова (Тумасян) — йырсының әсәһе, әрмән. Галинаның олатаһы менән өләсәһе Таулы Ҡарабахта тыуып үҫкән һәм йәшәгән. Ғаилә кулаклыҡтан сығарылыуға эләккәнлектән унан күсеп китергә мәжбүр була. Ул саҡта Галинаның атаһы Михаил биш йәштә була. Галина үҙе, ғаиләлә етенсе бала булып, Ҡырғыҙстанда тыуа[9].

2001—2009: «Beauty Band» һәм «Яңы тулҡын»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уҡыған осорҙа Сусана украин һәм сит ил фестивалдәрендә ҡатнаша: «Киләсәк тауыштары» (2000, Рәсәй), «Ҡырым яҙы» (2001), «Dо#Dж junior» (2001), «Il Concorso Europeo Amici della musica» (2004, Италия). 2001—2007 йылдарҙа Жамала «Beauty Band» квинтетында йырлай, шунда уны хореограф Елена Коляденко (укр.)баш. (укр.)баш. күрә һәм үҙенең «Па» тигән мюзиклына саҡыра (2008). Елена Коляденко Жамаланың тәүге продюсеры була[4].

Академия дипломы алғас, Жамала алдында классика менән джаздың ҡайһыһын һайларға тигән һорау тыуа. Италияның Милан ҡалаһындағы билдәле «Ла Скала» опера театрына стажировкаға саҡырыу килгәнлектән, опера еңер кеүек була. Әммә уға көтмәгәндә «Яңы тулҡын» 8-се халыҡ-ара конкурсын ҡатнашырға тәҡдим итәләр[12]. Сусана ризалаша һәм Жамала тигән псевдоним аҫтында сығыш яһай. Псевдоним фамилияһының тәүге өс ижегенән яһала. Йырсы «History Repeating» (инг.)баш. (инг.)баш., украин халыҡ «Ой верше мій, верше» һәм үҙе ижад иткән «Маменькин сынок» тигән йырҙарҙы башҡара. Индонезия конкурсанты Санди Сондоро менән 358-әр балл йыйып, еңеүҙе уртаҡлашалар.

2009—2012: Карьераһының башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Жамала 2012 йылда Одесса халыҡ-ара кинофестиваленең ҡыҙыл келәмле юлында

Жамала хореограф Елена Коляденко менән хеҙмәттәшлеген фекер айырымлыҡтары арҡаһында туҡтата[13]. 2010 йылда Игорь Тарнопольский Жамаланың яңы продюсеры булып китә. Тиҙҙән Жамала «Украиндар кумиры» номинацияһында «Йыл кешеһе» премияһына лайыҡ була[14].

2010 йылдың 28 февралендә «Интер» телеканалында йырсы ҡатнашлығында «Тауыш анатомияһы. Жамала»[15], тигән документаль фильм күрһәтелә, унда ғалимдар йырлаусы кеше организмында барған процестарҙы өйрәнә[16]. Яҙ Жамала «Йыл йырсыһы» номинацияһында «ELLE Style Award» премияһын ала, йәй Лос-Анджелесҡа бара, унда Уолтер Афанасьев менән осраша һәм уның АҠШ-ҡа саҡырыуынан баш тарта, сөнки продюсер булараҡ Уолтер ижади иркен ҡыҫыр тип хәүефләнә[17].

2010 йылда үҙе яҙған «Smile» тигән йыр менән Жамала 56-сы «Евровидение» конкурсына милли һайлауҙа ҡатнаша, ярымфиналда беренсе урынды алһа ла, финалда өсөнсө генә була.

2011 йылдың 12 апрелендә Октябрь һарайында Жамаланың беренсе яңғыҙ концерты була. Ул унда For Every Heart тигән тәүге альбомын халыҡ иғтибарына тәҡдим итә. Альбомдың аранжировкалаусыһы һәм музыкаль продюсеры — украин музыканты Евгений Филатов (укр.)баш. (укр.)баш., ә һүҙҙәр авторы — украин шағирәһе Татьяна Скубашевская[18].

2012 йылда Жамала «Йондоҙҙар операла» тигән вокаль шоуҙа ҡатнаша. Ул опера йырсыһы студент Влад Павлюк менән бер пар булып сығыш яһай. Жамала һәм Влад Павлюк, шулай уҡ Александр Пономарев менән Ирина Кулик шоу еңеүсеһе тип таныла. Шул уҡ йылды Жамала "Best Fashion Awards"тың «Илһам» тигән номинациялағы премияһын ала[19].

2013—2014: Кино һәм All or Nothing[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2013 йылдың 19 мартында йырсы студияла яҙҙырылған All or Nothing тигән икенсе альбомының релизын үткәрә. Альбом өҫтөндәге эшкә Евгений Филатов менән клавишасы Милош Елич үҙ өлөшөн индерә. Жамалаға «Йыл ҡатын-ҡыҙ йырсыһы» тигән номинацияла «ELLE Style Award» премияһы тапшырыла.

2013 йылда Жамала кешеләр менән сауҙа итеүгә ҡаршы ойошторолған «MTV Exit» кампанияһында ҡатнаша. «Һатыуға сығарылған тормош» тигән документаль фильмда төшә, был фильмда ул Украинанан сыҡҡан өс хеҙмәт мигрантының тарихын һөйләп биреүсе булып ҡатнаша[20][21]. 2014 йылда Жамала «Red Apple Awards» премияһына лайыҡ була. Ошо уҡ йылдың көҙөндә украин режиссёры Олесь Саниндың «Поводырь» фильмында Харьковтағы драма театры артисы һәм йырсыһы Ольга Левицкая ролен башҡара һәм «You're My Thrill» (инг.)баш. (инг.)баш.[22] тигән йырҙы йырлай. 2014 йылда Жамала режиссёр Максим Паперниктың «Алиса мөғжизәләр илендә» тигән телевизион мюзиклында Ҡарышлауыҡ ролендә ҡатнаша[23].

2014 йылдың 1 октябрендә Жамаланың Thank You исемле беренсе мини-альбомының релизы үткәрелә. Альбомдың музыкаль продюсерҙары — Евгений Филатов һәм йырсының төркөмөндәге гитарасы Сергей Еременко.

2015—хәҙерге ваҡыт: Подих һәм «Евровидение»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Евровидение 2016» конкурсының ярымфиналында Жамаланың сығышы

12 октября 2015 йылдың 12 октябрендә «Радио Аристократы» (укр.)баш. эфирында Жамаланың студияла яҙылған дүртенсе альбомы — Подих[24] презентациялана. Альбомдың продюсеры Евгений Филатов була. Йырҙарҙың һүҙҙәре һәм көйө авторҙаштар Виктория Платова, Арт Антонян («Обещание», «Sister’s Lullaby» йырҙары), Роман Черенов, ул Morphom тигән исем аҫтында нығыраҡ билдәле («Більше» йыры) һәм «The Erised» төркөмө («Drifting Apart» йыры)[25] менән хеҙмәттәшлектә Жамала тарафынан ижад ителә. Альбомда украин яҙыусыһы Лина Костенко («Неандертальці» йыры) һәм Рәсәй шағирәһе Марина Цветаева («Ночь» йыры) шиғырҙарына яҙылған йырҙар ҙа бар. Альбомда бөтәһе ун ике төп трек һәм бер бонус трегы («Заплуталась») бар. Подих альбомы 2016 йылғы «YUNA» (укр.)баш. музыкаль премияһының «Иң яҡшы альбом» номинацияһында еңеп сыға [26], ә «Иные» йыры Рәсәй режиссёры Александр Якимчуктың шул уҡ исемдәге телесериалының саундтрегы итеп алына[27].

2015 йылдың декабрь башында Киевта француз-белги режиссёры Олиас Барконың «Полина»ruuk тигән фильмы төшөрөлөп бөтә, унда Жамала фрейлинаны уйнай[28][29]. 2016 йылдың 26 ғинуарында Жамала «Евровидение 2016» конкурсына милли һайлауҙа ҡатнашасағы тураһында иғлан итә. Үҙенең «1944» тигән йыры менән финалға сыға һәм еңеү яулай[30].

Стокгольмда ярыш барышында йырсы конкурс йырындағы иң яҡшы юл өсөн «Eurostory Awards 2016» премияһын ала, шулай уҡ «Художестволы приз» номинацияһында «Marcel Bezençon Award» (инг.)баш. (инг.)баш. премияһына лайыҡ була[31]. «Евровидение» конкурсының 15 май төнөндә үткән финалында Жамала 534 очко менән еңеү яулай. 16 майҙа Украина Президенты Пётр Порошенко йырсыға «Украинаның халыҡ артисы» тигән почётлы исем бирә[32]. 20 майҙа Жамала «Йыр илһамы» тигән махсус номинацияла «Cosmopolitan Awards» премияһы менән билдәләнә. 26 майҙа Жамалаға «Киев ҡалаһының почётлы гражданы» тигән исем бирелә[33]. 29 майҙа Жамаланың «Ил тауышы» проектының етенсе миҙгелендә тренер буласағы тураһында белдерелә[34]. 10 июндә студияла яҙылған дүртенсе 1944 альбомының релизы үткәрелә, уны бөтә донъяла таратыу менән Universal лейблы шөғөлләнә. 2016 йылдың 25 июнендә Подих[35] альбомы менән таныштырыу концерты була.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Джамала на пресс-конференции «Евровидения» в Стокгольме, май 2016

Музыкаль тәнҡитселәр билдәләүенсә, Жамала сәхнәлә сағыу, хисле, ә тормошта тыныс, тотанаҡлы, теүәллекте ярата. Йырсы шәхси тормошо тураһында һөйләп бармай[36], шулай ҙа кейәүгә сығыу, ғаилә ҡороу хыялы барлығын йәшермәй, ләкин уның иҫ киткес тығыҙ графигына түҙерлек ир-егет табылыуын күҙ алдына ла килтерә алмай[36]. Жамала, уның үҙ һүҙҙәренә ҡарағанда, донъя көтөргә бик әүәҫ[36]. Әйтеүенсә, кейеме донъяға һәм музыкаға мөнәсәбәтенә тап килә[8]. Жамала йога менән мауыға[37]. Йырсы ислам[38] динендә тора. Тышҡы ҡиәфәтенә ҙур иғтибар бирмәй: «Мин — йырсы, ә ҡурсаҡ түгел. Мин сәхнәлә беренсе сиратта музыка тураһында уйлайым, һәм башҡа бер нәмә лә иғтибарымды алырға тейеш түгел»[39].

Әлеге көндә Жамала Киевта[37] тора. Йырсының ата-әсәһе, Рәсәй гражданлығы алып, Ҡырымда[40][41] йәшәй. Жамала донъя буйлап күп сәйәхәт итә[37]. Эшләп тапҡан аҡсаһын йырсы ижадҡа тотона, музыкаһы һәм клиптары донъя йондоҙҙарының хиттары тиңендә булһын тип тырыша[37].

Дискография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Студияла яҙылған альбомдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2011: For Every Heart
  • 2013: All or Nothing
  • 2015: Полих
  • 2016: 1944

Концерт альбомдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2012: For Every Heart: Live at Arena Concert Plaza

Мини-альбомдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2014: Thank You
  • 2016: 1944

Дәүләт бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2016 — Украинаның халыҡ артисы

Бүләктәр һәм номинациялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009:

  • йәш башҡарыусыларҙың «Яңы тулҡын» халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе[42].
  • «Йыл кешеһе» премияһы, «Украиндар кумиры» номинацияһы[14].

2010:

  • «Шоумания-2009» наградаһы, «Йыл асышы» номинацияһы[43].
  • «ELLE Style Award» премияһы, «Йыл ҡатын-ҡыҙ йырсыһы» номинацияһы[44].

2012: «Best Fashion Awards» мода премияһы, «Илһам» махсус номинацияһы[19].

2013: «ELLE Style Award-2012» премияһы, «Йыл ҡатын-ҡыҙ йырсыһы» номинацияһы[45].

2014: "Red Apple Awards" премияһы, Art номинацияһы (мәҙәниәтте үҫтереүгә һәм тыныслыҡты нығытыуға индергән өлөшө өсөн)[46].

2016:

  • «YUNA» музыкаль премиялары, «Иң яҡшы соло-артист», «Иң яҡшы альбом» (Подих), «Иң яҡшы йыр» («Ливень»), «Иң яҡшы дуэт» («Ливень»: Андрей Хлывнюк, Жамала һәм Дмитрий Шуров)[26] номинацияларында.
  • «Eurostory Awards 2016» премияһы: «Евровидение» конкурсында конкурс йырының иң яҡшы юлы өсөн — «You think you are gods, but everyone dies»[47].
  • «Marcel Bezençon Award» премияһы «Художестволы приз» номинацияһында (Best artistic performance)[31].
  • 61-се «Евровидение» йыр конкурсы еңеүсеһе[48][49].
  • «Украинаның халыҡ артисы» почётлы исеме[32].
  • «Киевтың почётлы гражданы» исеме[33].
  • «Cosmopolitan Awards» премияһы, «Йыл илһамы» махсус номинацияһы[50].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аңлатмалар
  1. В этом селе жили все прадеды Джамалы по отцовской линии до принудительной депортации крымскотатарского народа в мае 1944 года[7].
  2. Сестра Джамалы, Эвелина, замужем и переехала жить в Стамбул[10].
  3. Деду Джамалы Айяру Джамаладинов во время депортации было 16 лет[11].
Сығанаҡтар
  1. Discogs — 2000.
  2. Победителем музыкального конкурса «Евровидение-2016» стала Джамала. Ваш голос (15 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 июля 2016. 6 июля 2016 тикшерелгән.
  3. Анна Иванова Джамала: Первое большое интервью после триумфа. Elle Украина (2016-06-09). Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июнь 2016. 12 июнь 2016 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Джамала впервые эксклюзивно рассказала о первой любви  (укр.). Моя правда. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июнь 2016. 9 май 2016 тикшерелгән.(укр.). Моя правда. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июнь 2016. 9 май 2016 тикшерелгән. (недоступная ссылка с 22-10-2016 (75 дня))
  5. Джамала: «Отец хотел не просто в Крым, а в Малореченское, где мой прадед когда-то выкопал родник». Avdet (25 июня 2015). Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 августа 2016.
  6. Дмитрий Хончаров Журнал: день с певицей Джамалой. Vogue (17 декабря 2015). Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 ғинуар 2016.
  7. Инна Березницкая Джамала: Биография  (укр.). The Ukrainians. Тәүге сығанаҡтан архивланған 10 май 2016. 10 май 2016 тикшерелгән.
  8. 8,0 8,1 Дарья Игитян 15 интересных фактов о победительнице "Евровидения-2016" Джамале. Hello! Россия (15 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 июля 2016. 30 июля 2016 тикшерелгән.
  9. 9,0 9,1 9,2 Джамала стала музой этнического проекта TheNorDar. TheNorDar. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 апреля 2016. 7 мая 2016 тикшерелгән.
  10. Джамала наведалась к сестре в Турцию. Теленеделя (12 января 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июня 2016. 13 января 2016 тикшерелгән.
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 Михаил Козырев Исповедь Джамалы: как Украина восприняла её боль. Дождь (23 февраля 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 сентября 2016. 12 июля 2016 тикшерелгән.
  12. Джамала: не доехала до «Ла Скала». Теленеделя (2016-01-20). Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 май 2016. 4 май 2016 тикшерелгән.
  13. Джамала рассказала, чем ей не угодила Коляденко  (укр.). Tablo ID (2010-06-10). Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 ноябрь 2014. 9 май 2016 тикшерелгән.(укр.). Tablo ID (2010-06-10). Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 ноябрь 2014. 9 май 2016 тикшерелгән.
  14. 14,0 14,1 Кумир украинцев — 2009  (укр.). Человек года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 апреля 2016. 9 мая 2016 тикшерелгән.(укр.). Человек года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 апреля 2016. 9 мая 2016 тикшерелгән.
  15. Стопроцентная Джамала  (укр.). Молодая Украина. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 май 2016. 4 май 2016 тикшерелгән.(укр.). Молодая Украина. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 май 2016. 4 май 2016 тикшерелгән.
  16. Анатомия голоса. Джамала  (укр.). Интер. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июнь 2016. 4 май 2016 тикшерелгән.(укр.). Интер. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июнь 2016. 4 май 2016 тикшерелгән.
  17. Джамала рассказала корреспонденту, почему отказалась от переезда в США // 'Корреспондент' : журнал. — UMH group, 2011. — № 11.
  18. Джамала с аншлагом в Киеве  (укр.). На Все 100 (13 апреля 2011). Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 мая 2016. 4 мая 2016 тикшерелгән.(укр.). На Все 100 (13 апреля 2011). Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 мая 2016. 4 мая 2016 тикшерелгән.
  19. 19,0 19,1 Премия Best Fashion Awards-2012  (укр.). Ukrainian Fashion Week (20 сентября 2012). Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 мая 2016. 5 мая 2016 тикшерелгән.(укр.). Ukrainian Fashion Week (20 сентября 2012). Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 мая 2016. 5 мая 2016 тикшерелгән.
  20. Алёна Мельник «Жизнь на продажу»: премьера фильма о торговле людьми  (укр.). Tochka.net (20 ноября 2013). Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 мая 2016. 4 мая 2016 тикшерелгән.(укр.). Tochka.net (20 ноября 2013). Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 мая 2016. 4 мая 2016 тикшерелгән.
  21. MTV Exit and Iom produce documentary on human trafficking  (инг.). The United Nations Global Initiative (инг.)баш.. Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 февраля 2014. 4 мая 2016 тикшерелгән.(инг.). The United Nations Global Initiative (инг.)баш.. Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 февраля 2014. 4 мая 2016 тикшерелгән.
  22. Завершены съемки фильма «Поводырь»  (укр.). Украинская правда (14 января 2013). Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 декабря 2014. 4 мая 2016 тикшерелгән.(укр.). Украинская правда (14 января 2013). Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 декабря 2014. 4 мая 2016 тикшерелгән.
  23. Джамала стала гусеницей ради новогоднего мюзикла  (укр.). Украинская правда (5 ноября 2014). Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 декабря 2014. 4 мая 2016 тикшерелгән.(укр.). Украинская правда (5 ноября 2014). Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 декабря 2014. 4 мая 2016 тикшерелгән.
  24. Джамала. Презентация альбома Подих  (укр.). Mic Cloud. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июня 2016. 13 октября 2015 тикшерелгән.(укр.). Mic Cloud. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июня 2016. 13 октября 2015 тикшерелгән.
  25. Подих: Джамала презентовала новый альбом. L'Officiel (12 октября 2015). Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 мая 2016. 4 мая 2016 тикшерелгән.
  26. 26,0 26,1 Результаты музыкальной премии «YUNA-2016»  (укр.). Yuna. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 мая 2016. 9 мая 2016 тикшерелгән.(укр.). Yuna. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 мая 2016. 9 мая 2016 тикшерелгән.
  27. Джамала выпустила саундтрек к сериалу «Иные»  (укр.). Укринформ (17 ноября 2015). Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 ноября 2015. 4 мая 2016 тикшерелгән.(укр.). Укринформ (17 ноября 2015). Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 ноября 2015. 4 мая 2016 тикшерелгән.
  28. Эксклюзив: репортаж со съемок фильма «Полина». Vogue (11 декабря 2015). Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 мая 2016. 4 мая 2016 тикшерелгән.
  29. Ольга Черныш Джамала об обиженных "патриотов", письмо от Лины Костенко и российских агентов в мечетях  (укр.). Depo (28 ноября 2015). Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 декабря 2015. 4 мая 2016 тикшерелгән.(укр.). Depo (28 ноября 2015). Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 декабря 2015. 4 мая 2016 тикшерелгән.
  30. Елена Мильчановская Джамала: Надеюсь на 12 баллов от России. Собеседник (9 марта 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 10 марта 2016. 17 мая 2016 тикшерелгән.
  31. 31,0 31,1 Вручении премии Marcel Bezençon Awards-2016. Вживую!  (инг.). UA: Первый (13 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 мая 2016. 14 мая 2016 тикшерелгән.(инг.). UA: Первый (13 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 мая 2016. 14 мая 2016 тикшерелгән.
  32. 32,0 32,1 Порошенко поблагодарил Джамалу за «Крым наш». Lenta.ru (17 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июня 2016. 18 мая 2016 тикшерелгән.
  33. 33,0 33,1 Джамале и Нине Матвиенко присвоили звание «Почетный гражданин города Киева»  (укр.). Киевская Городская Государственная Администрация (26 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июня 2016. 27 мая 2016 тикшерелгән.(укр.). Киевская Городская Государственная Администрация (26 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июня 2016. 27 мая 2016 тикшерелгән.
  34. Джамала станет тренером седьмого сезона Голоса страны  (укр.). Голос страны. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июня 2016. 30 мая 2016 тикшерелгән.(укр.). Голос страны. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июня 2016. 30 мая 2016 тикшерелгән.
  35. Jamala - Подих (ШООМ live)  (укр.). YouTube (24 июня 2016). — Презентация. Тәүге сығанаҡтан архивланған 29 июня 2016. 29 июня 2016 тикшерелгән.(укр.). YouTube (24 июня 2016). — Презентация. Тәүге сығанаҡтан архивланған 29 июня 2016. 29 июня 2016 тикшерелгән.
  36. 36,0 36,1 36,2 Семь фактов из биографии победительницы «Евровидения» Джамалы. 7 дней. Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 июля 2016. 13 июня 2016 тикшерелгән.
  37. 37,0 37,1 37,2 37,3 Джамала - биография. Word You. Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 июня 2016. 23 июня 2016 тикшерелгән.
  38. Джамала: Моя мама христианка-армянка, папа крымский татарин-мусульманин. UA Report (25 февраля 2011). Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 августа 2016. 26 августа 2016 тикшерелгән.
  39. Марина Герц Эволюция Джамалы: от „новой Агузаровой“ до звезды мирового уровня. Обозреватель (27 августа 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 августа 2016. 27 августа 2016 тикшерелгән.
  40. Иван Коваленко Джамала рассказала о тайном визите журналистов к ее родителям в Крыму. Lenta.ru (22 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 июня 2016. 23 июня 2016 тикшерелгән.
  41. Юлия Хожателева, Анастасия Леонова, Евгений Холмогоров Джамала и ее родители зарабатывают в ненавистной им России. Комсомольская правда (17 мая 2016). 12 июля 2016 тикшерелгән.
  42. Алиса Антоненко. Джамала и Мила Нитич на гребне «Новой волны» // 'День' : газета. — Киев: Украинская Пресс-группа, 2009. — № 134.
  43. Александр Филатович — лучший клипмейкер 2009 года. Украинская правда (10 января 2010). Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июня 2016. 9 мая 2016 тикшерелгән.
  44. Илона Матишинец Церемония ELLE Style Awards - Киев. JetSetter (23 апреля 2010). Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 января 2012. 9 мая 2016 тикшерелгән.
  45. Журнал ELLE Украина вручил награды двенадцати самым успешным людям Украины. Elle Украина (25 апреля 2013). Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 апреля 2016. 9 мая 2016 тикшерелгән.
  46. Джамала в платье Podolyan на вручении Red Apple Awards 2014  (укр.). Ukrainian Fashion Week (30 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 мая 2016. 30 мая 2014 тикшерелгән.(укр.). Ukrainian Fashion Week (30 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 мая 2016. 30 мая 2014 тикшерелгән.
  47. The Winner of the Eurostory Award 2016 is Jamala from Ukraine for the line 'You think you are gods, but everyone dies.'  (нид.). Euro Story (13 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 мая 2016. 14 мая 2016 тикшерелгән.(нид.). Euro Story (13 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 мая 2016. 14 мая 2016 тикшерелгән.
  48. Ukraine Wins the 2016 Eurovision Song Contest  (инг.). Евровидение (15 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 мая 2016. 15 мая 2016 тикшерелгән.(инг.). Евровидение (15 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 мая 2016. 15 мая 2016 тикшерелгән.
  49. Джамала победила на Евровидении 2016  (укр.). Украинские новости (2016-05-15). Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июня 2016. 17 мая 2016 тикшерелгән.(укр.). Украинские новости (2016-05-15). Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июня 2016. 17 мая 2016 тикшерелгән.
  50. Джамала, Ефросинина и Усик получили премию модного глянца  (укр.). Украинская правда (20 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 мая 2016. 20 мая 2016 тикшерелгән.(укр.). Украинская правда (20 мая 2016). Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 мая 2016. 20 мая 2016 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]