Ош ваҡиғалары (1990)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ош ваҡиғалары
Урын Ош
Башланыу датаһы 4 июнь 1990
Тамамланыу датаһы 6 июнь 1990
Карта

Ош ваҡиғалары (1990) (ҡырғ. Ош окуясы; Ош ҡыйралышы) — Ҡырғыҙ ССР-ы территорияһында ҡырғыҙҙар һәм үзбәктәр араһындағы милләт-ара конфликт.

Ваҡиғалар башы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үзбәктәр күпләп йәшәгән Ош ҡалаһында 1990 йылдың иртә яҙынан формаль булмаған «Адолат» берекмәһе һәм «Ош аймағы» (ҡырғ. Ош-аймагы — «Ош районы»). йәмәғәт ойошмаһы үҙ эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Үзбәк халҡының традицияларын, телен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫештереү — «Адолат» берекмәһенең төп бурысы булып тора. «Ош аймағы» ойошмаһының маҡсаттары һәм бурыстары — кешенең конституцион хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу һәм торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкалары менән тәьмин итеү — башлыса ҡырғыҙ йәштәрен берләштерә.

1990 йылдың 27 майында ярлы йәш ҡырғыҙҙар торлаҡ төҙөү өсөн Ош ҡалаһы тирәһендәге Ленин исемендәге колхоз ерендә торлаҡ төҙөү өсөн участкалар биреүҙе талап итәләр. Властар был талапты үтәргә ризалаша. Йыйылған йәштәр шулай уҡ уларға Ленин исемендәге колхоздың 32 гектар мамыҡ баҫыуҙарын биреүҙе талап итәләр, был колхозда башлыса үзбәктәр йәшәй һәм эшләй. Дәүләт чиновниктары был талапты ла үтәй. 30 майҙан алып һорап алған баҫыу өҫтөндә ҡырғыҙҙар митингылар үткәрә, улар элекке өлкә партия беренсе секретары, Ҡырғыҙ ССР-ының Юғары Советы рәйесе урынбаҫарын эштән сығарыуҙы талап итәләр, сөнки ул, улар фекеренсә, ҡырғыҙ йәштәренең прописка, эшкә урынлашыу һәм торлаҡ мәсьәләләрен хәл итмәй һәм сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү өлкәләрендә башлыса үзбәктәр эшләүенә булышлыҡ итә.

Үзбәктәр ҡырғыҙҙарға ерҙәрҙе биреүҙе бик негатив ҡабул итә. Улар шулай уҡ митингылар үткәрә һәм Ҡырғыҙстан һәм өлкә етәкселегенә мөрәжәғәт ҡабул итәләр, улар Ош өлкәһендә үзбәк автономияһын булдырыуҙы, Үзбәк теленә дәүләт теле статусын биреүҙе, үзбәк мәҙәни үҙәкте асыуҙы, Ош педагогия институтында үзбәк факультетын асыуҙы һәм ҡырғыҙ халҡы мәнфәғәтен генә ҡайғыртыусы өлкә партия секретарын вазифаһынан бушатыуҙы талап итәләр. Яуапты улар 4 июнгә тиклем биреүҙе талап итәләр.

1 июндән алып ҡырғыҙҙарға фатир биргән үзбәктәр уларҙы сығара башлайҙар, һөҙөмтәлә 1500 ҡырғыҙ квартиратнты торлағҡ төҙөү өсөн ер һорай башлайҙар[1]. Шулай уҡ ҡырғыҙ ҙа ер биреү тураһында яуапты 4 июнгә тиклем биреүҙе талар итәләр.

Ләкин Ҡырғыҙ ССР-ының Министрҙар Советы рәйесе А.Жомағолов етәкселегендәге республика комиссияһы Ленин исемендәге колхоз ерҙәрен торлаҡ төҙөү өсөн биреүҙе законһыҙ тип таба һәм был маҡсаттарға башҡа ер участкаларын биреү ҡарар ителә. Ҡырғыҙҙарҙың күбеһе һәм үзбәктәр был ҡарар менән ҡәнәғәт була, әммә «Ош аймағы» ойошмаһының 200 тирәһе ағзаһы элекке участкаларҙы талап итә[2].

Конфликт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

4 июндә Ленин исемендәге колхоз баҫыуында ҡырғыҙҙар һәм үзбәктәр бәрелешә. Ҡырғыҙҙар яҡынса 1,5 мең кеше килһә, үзбәктәрҙең һаны күпкә өҫтөнлөклө була — 10 мең кеше. Уларҙы автоматтар менән ҡоралланған милиционерҙар айырып тора.

Үзбәк йәштәре милиция кордоны аша үтеп, ҡырғыҙҙарға ташланырға маташа, милицияға таш һәм шешәләр ырғыта башлайҙар. Ике милиционерҙы тотоп алалар. Милиция ут аса, һәм, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 6 үзбәк һәләк була. Бынан һуң үзбәктәр үҙҙәренең лидерҙары етәкселегендә «Ҡан өсөн ҡан!» тип ҡысҡырышып, Ош ҡалаһына юлланалар. 4 июндән 6 июнгә тиклем үзбәк погромсыларының һаны 20 меңгә тиклем арта, үзбәктәр райондарҙан, ауылдарҙан һәм Әндижандан (Үзбәк ССР-ы) килеп ҡушылалар. 30-40 тирәһе үзбәк Ош ҡала эске эштәр бүлеген, тикшереү изоляторы, Ош өлкә исполкомы биналарын баҫып алырға теләйҙәр, әммә был ниәттәре уңышһыҙ була. Милиция хеҙмәткәрҙәре яҡынса 35 әүҙем погромсыны ҡулға ала.

6-сы июндән 7-се июнгә ҡараған төндә УВД бинаһы һәм милиция наряды утҡа тотола, ике милиция хеҙмәткәре яралана. Әндижан өлкәһе сигендә күп меңлек үзбәк төркөмө туплана, улар Ош үзбәктәренә ярҙамға ашыға.

7 июнь көнө иртәнсәк насос станцияһына һәм ҡала автобазаһына һөжүмдәр яһала, 5 автобус яндырыла. Ҡалала аҙыҡ-түлеккә һәм эсер һыуға ҡытлыҡ башлана, сөнки һыуҙы таҙартыу өсөн шыйыҡ хлор менән тәьмин итеү туҡтатыла, транспорт ойошмаларының эш режимы боҙола.

Ҡырғыҙ-үзбәк бәрелештәре Ош өлкәһенең башҡа тораҡ пункттарында ла күҙәтелә. Үзбәк СССР-ының Фәрғәнә, Әндижан һәм Наманган өлкәләрендә ҡырғыҙҙарҙы ҡыйырһытыуҙар башлана, уларҙың йорттары үртәлә, ҡырғыҙҙар күпләп Үзбәкстан территорияһынан ҡаса башлайҙар.

Тәртипһеҙлектәр 6 июндең кисенә, өлкәгә армия частарын индергәндән һуң ғына, туҡтатыла. Армия һәм милиция ярҙамы менән Ҡырғыҙстан территорияһында үзбәк халҡын ҙур конфликтҡа йәлеп итеүҙән ҡотолдоралар. Намангандан һәм Әндижандан ҡораллы үзбәктәр Оштан бер нисә километр алыҫлыҡта туҡтатыла. Үзбәктәр милиция кордондарын ҡыйрата һәм автомобилдәрҙе яндыра, хатта армия подразделениелары менән бәрелештәр урын ала. Ҡорбандарҙы булдырмау өсөн Үзбәк ССР-ының төп чәйәси һәм дини эшмәкәрҙәре күп көс һалалар[3].

8 июндә ташкенттан Фрунзеға махсус рейстар менән ҡырғыҙ студенттары ҡайтарыла. Ошо һәм Фрунзе ҡалаларында комендант сәғәте индерелә.

Ҡорбандар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР прокуратураһының тәфтишселәр төркөмө мәғлүмәттәре буйынса, конфликт барышында ҡырғыҙҙар яғынан Үзгән һәм Ош ҡалаларында яҡынса 1200 кеше һәләк була, ә үзбәк яғынан тәфтишселәр 10 мең тирәһе енәйәт эпизодын табалар. Рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса ҡорбандарҙың һаны яҡынса 10 мең булған. судтарға 1500 енәйәт эше йүнәлтелә. Конфликтта яҡынса 30-35 мең кеше ҡатнаша, енәйәт яуаплылыҡҡа яҡынса 300 кеше тарттырыла. Ҡырғыҙстан бойондороҡһоҙлоҡ яулағандан һуң улар бөтәһе иреккә сығарыла.

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылғы Ош ваҡиғалары «Милли хәүефһеҙлек агенты» сериалында (2-се миҙгел, «Битлекһеҙ кеше» фильмы) телгә алына. Сюжет буйынса Константин Хабенской геройы, СССР КГБ офицер Хөсәйен Сәббах Ошта ҡанлы ҡыйралыш ойошторған милләтсел төркөмгә индерелә. Легендаһын раҫлар өсөн Сәббах тәртипһеҙлектәрҙә әүҙем ҡатнашырға һәм ябай кешеләрҙең ҡаны менән төркөмгә тоғролоғон иҫбат итергә тейеш була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Фәрғәнә ҡыйралышы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Жирохов М. А. Семена распада: войны и конфликты на территории бывшего СССР. — СПб: БХВ-Петербург, 2012. — 688 с. — 2000 экз. — ISBN 978-5-9775-0817-9
  2. Талант Разаков Ош коогаланы КГБнын маалыматтары боюнча (Ошские события по материалам КГБ). — Бишкек: Ренессанс, 1993. — С. 78-80.
  3. Жирохов М. А. Семена распада: войны и конфликты на территории бывшего СССР. — СПб: БХВ-Петербург, 2012. — 688 с. — 2000 экз. — ISBN 978-5-9775-0817-9

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]