Бутҡа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡарабойҙай бутҡаһы.

Бутҡа — һыуҙа (йәиһә һөттә), ҡайһы бер айырым осраҡта тоҙ, шәкәр, тәмләткестәр, емеш-еләк һәм кипкән емештәр, ҡайнатмалар ҡушып, бөртөклөләрҙән бешерелгән ашамлыҡ ул.

Бутҡа рус халыҡ аш-һыуында (кухняһында) киң таралған; күп илдәрҙә традицион иртәнге аш. Традиция (йола) буйынса бутҡаны балсыҡ һәм суйын һауыттарҙа мейестә бешергәндәр, хәҙер шулай уҡ кәстрүлдә кухня плитаһында йәки СВЧ-мейестәге махсус һауытта бешерәләр.

Рәсәйҙә армияла, бигерәк тә поход шарттарында, иң йыш әҙерләнгән эҫе ашамлыҡ төрө ул бутҡа булған. Шунандыр ҙа, армиялағы ашнаҡсыны йыш осраҡта «бутҡа бешереүсе» («кашевар») тип атау киң таралған. Ә һалдаттар үҙҙәре ҡайһы бер бутҡа төрҙәренә жаргон атамалар биргән, мәҫәлән, арпа бутҡаһын армияла үҙенсәлекле тышҡы күренеше менән хәрби жаргонса шрапнель йәки болт тип йөрөтөләр. Шулай уҡ армияла арпа һәм һоло бутҡаларын кирзуха тиҙәр, арпа бутҡаһын тағы наркоман бутҡаһы (бөртөклөнөң рус телендәге атамаһын боҙоп әйткәндән — пёрловая) тип тә атайҙар.

Бутҡа шулай уҡ балалар туҡланыуының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

Бутҡаға һөт, зәйтүн емеше, брынза, аҙ миҡдарҙа майлы сыр, аҡ май, йөҙөм, ҡураға, киптерелгән емеш-еләк һәм башҡа файҙалы һәм тәмле өҫтәмәләр ҡушып ашарға була.

Бутҡа төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һөттә бешкән һоло бутҡаһы.
  • Ҡарабойҙай бутҡаһы — ҡарабойҙай ярмаһынан әҙерләнгән бутҡа, рус, белорус, украин һәм поляк аш-һыуының (кухняһының) популяр ашамлығы;
  • Борсаҡ бутҡаһы — диетик продукт, күп ашамлыҡ ҡиммәтенә эйә һәм туҡлыҡлы (калориялы);
  • Манный бутҡаһы — беренсе ашамлыҡтарға һибеү өсөн (засыпка), йә манныйҙан яһалған сумар булараҡ ҡулланыла; икенсе ашамлыҡтарҙа — бутҡа, ҡоймаҡ, запеканка (ҡыҙҙырыла), биточка (ҡуйы бешерелгән манный ярмаһынан табала ҡурып әҙерләнә), котлет; татлы ашамлыҡтар өсөн — татлы манный (гурьев) бутҡаһы, суфле, пудинг, мусс һәм башҡалар; бәлеш (манник) әҙерләү өсөн; шулай уҡ ит фаршына ҡушыу өсөн;
  • Һоло бутҡаһы — иртәнге аш булараҡ, ябай ғына ысул менән әҙерләнгән, һәр ваҡыт ҡул аҫтында ғына булған файҙалы ашамлыҡ. Шотланд халҡы өсөн һоло бутҡаһы — бөтөн илдең төп ашы тип күрһәтерлек;
  • Арпа бутҡаһы — бешерелгән арпа ярмаһынан һөттә йәки һыуҙа әҙерләнгән ашамлыҡ;
  • Эшкәртелмәгән арпа ярмаһы бутҡаһы (ячневый) — түңәрәкләп шымартылмаған (шлифовка, полировка) арпанан әҙерләнә, шуның өсөн күҙәнәклеккә (клетчатка) бик бай;
  • Тары бутҡаһы — тышы һыҙыртылған тары ярмаһынан бешерелә;
  • Дөгө бутҡаһы;
  • Кукуруз бутҡаһы (Мамалыга, Полента);
  • Машлы (ваҡ ноҡот борсағынан) бутҡа;
  • Талҡан бутҡаһы;
  • Бойҙай бутҡаһы;
  • Яҫмыҡ бутҡаһы;
  • «Дубинушка» бутҡаһы — кәстрүлгә ҡатлап һалынып, төрлө ярманан һәм йәшелсәләрҙән әҙерләнгән бутҡа;
  • Гурьев бутҡаһы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «бутҡа» мәҡәләһе бар