Әбделмәнов Салауат Хөсәйен улы
Әбделмәнов Салауат Хөсәйен улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 октябрь 1937 |
Тыуған урыны | Байғусҡар, Татыр-Үҙәк ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2002 |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы, мәктәп директоры |
Биләгән вазифаһы | мәғариф ойошмаһы[d], директор[d] һәм инспектор учебного заведения[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Әбделмәнов Салауат Хөсәйен улы (10 октябрь 1937 йыл — 2002 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1980), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салауат Хөсәйен улы Әбделмәнов 1937 йылдың 10 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы Байғусҡар ауылында тыуған.
1956 — 1961 йылдарҙа К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.
1961 йылда Хәйбулла районының Целинный һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә эшкә ебәрелә. Бында ул математика уҡыта һәм директор урынбаҫары булып эшләй. Хәйбулла район комсомол комитетының икенсе секретары, бер аҙҙан беренсе секретары итеп һайлана.
Салауат Хөсәйен улы Әбделмәнов мәктәп эшенә яңынан ҡайта. Әбеш, Аҡъяр мәктәптәрендә директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары булып эшләй[1].
1966 йылда Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу (хәҙер Башҡортостан мәғарифты үҫтереү) институтына методист, 1967 йылда Халыҡ мәғарифы министрлығына мәктәптәр инспекторы итеп күсерәләр. Мәктәптәр эшен өйрәнгәндә ул уҡытыусыларҙың белем сифатын күтәреүгә, матди базаны нығытыуға, уҡытыу-тәрбиә эшен яҡшыртыуға, мәктәп, ғаилә һәм йәмәғәтселек хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә[1].
1970 йылда уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институты директоры итеп тәғәйенләнә.
Уның етәкселегендә был йылдарҙа институт уҡытыусыларҙың белемен, методик оҫталығын юғары кимәлгә күтәреүсе ойошмаға, педагогик үҙәккә әйләнә.
1976 йылда Башҡортостан һөнәрселек-техник белем биреү идаралығы башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Бында ул яңы эш — һөнәрселек-техник белем биреү системаһына дөйөм урта белем биреүҙе индереү мәсьәләләре менән шөғөлләнә[1].
1984 йылдың июненән Өфө ҡала Советы башҡарма комитетының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире.
1990 йылда Салауат Хөсәйен улы Әбделмәнов республика Халыҡ мәғарифы министрлығына эшкә күсерелә, уның милли мәктәптәр бүлеге башлығы, кадрҙар бүлегенең педагогия училищелары буйынса баш белгесе вазифаларын башҡара.
1996 йылдың февралендә республиканың «Салют» балалар санаторийы эргәһендәге урта мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә.
2002 йылда Өфөлә вафат була.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салауат Хөсәйен улы Әбделмәнов Башҡортостан Халыҡ мәғарифы министрлығы, уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институты, РСФСР Педагогия йәмғиәтенең Башҡортостан бүлеге тарафынан ойошторолған фәнни-ғәмәли конференцияларҙы, педагогик уҡыуҙарҙы үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1980)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 199—201-се б.б..
- 10 октябрҙә тыуғандар
- 1937 йылда тыуғандар
- Хәйбулла районында тыуғандар
- 2002 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- РСФСР халыҡ мәғарифы отличниктары
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличниктары
- Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр