Араҡай (Свердловск өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Араҡай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Свердловск өлкәһе

Муниципаль район

Түбәнге Серге районы

Координаталар

56°26′32″ с. ш. 59°13′02″ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

66, 96

ОКАТО коды

65 228 805 001

ОКТМО коды

65 628 104 146

ГКГН номеры

0089309

Араҡай (Рәсәй)
Араҡай
Араҡай
Араҡай (Свердловск өлкәһе) (Свердловск өлкәһе)
Араҡай

Араҡай — Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районында урынлашҡан ауыл.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 413 кеше йәшәй, шул иҫәптән 199 ир-ат һәм 214 ҡатын-ҡыҙ.[1]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихи мәғлүмәттәр буйынса Араҡай (Әрәкәй) ауылы Терһәк олоҫона кергән башҡорттар ауылы. Ауылдың тәүге исеме билдәһеҙ.[2]

1834 йылда ауылда 16 йортта йәшәүсе 118 башҡорт иҫәпкә алынған.[2]

1850 йылда 20 йортта 187, ә 1859 йылда 22 йортта 207 башҡорт иҫәпләнгән.[2]

1850 йылда үткәрелгән IX ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылда йәшәүсе 96 ир араһында Нигмәтулла, Сабитулла, Ямалтдин, Әхмәҙиә, Вәлиә исемле улдары булған 63 йәшлек Асмандияр Ракаев та иҫәпкә алынған. Тарихсы Ә.З.Әсфәндиәров фекеренсә, Асмандияр Ракаевтың фамилияһы атаһының исеме Ракай (Аракай) — ҙан барлыҡҡа килгән, ә үҙ сиратында был исем ауыл исеменә бәйләнгән, сөнки Аракай ауыл атамаһы Ракай(Аракай) исеменән үҙгәртелеп алынған.[2]

Шулай уҡ архив мәғлүмәттәре буйынса (РГАДА. Ф. 1355. Оп. 1. Д. 1106. Л. 32) XIX быуат башында 16 йорттан һәм 99 башҡорттан торған Аракай ауылына етәкселек иткән Аракай Аҫылбаев исемле старшина билдәле булған.[2]

1842 йылда 16 йортҡа һәм 188 башҡортҡа 160 бот ярма икмәк сәселгән.[2]

Аракай ауылы башҡорттары Михайлов заводы ерҙәрендә йәшәгәндәр. Был ерҙәрҙе ауыл халҡы завод хужаһына һатҡан булған.[2]

Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1850 йылда үткәрелгән IX ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]