Эстәлеккә күсергә

Ғимранов Мансур Ғимран улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғимранов Мансур Ғимран улы
Тыуған көнө

13 август 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Күгәрсен-Бүләк ауылы

Вафат булған көнө

8 ғинуар 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (91 йәш)

Эшмәкәрлеге

ғалим-микробиолог, медицина фәндәре докторы

Ғимранов Мансур Ғимран улы (13 август 1917 — 8 ғинуар 2009) — ғалим-микробиолог, медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968)[1].

Мансур Ғимран улы Ғимранов 1917 йылдың 13 авгусында Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Күгәрсен-Бүләк ауылында тыуған (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Шаран районының Күгәрсен-Бүләк ауылы)[2]. Уның әсәһе — Менәүәрә Ғәлләметдин ҡыҙы халыҡ медицинаһы менән яҡшы таныш, яҡташтарын дарыу үләндәре ярҙамында дауалаған булған. Ә атаһы Ғимран Ямалетдин улы ауылда мулла булған, мәғарифтың мөһимлеген яҡшы аңлаған һәм улын Чукаево ауылындағы рус мәктәбенә биргән. Бында Мансур Ғимранов рус телен яҡшы өйрәнә, был уның артабанғы яҙмышында мөһим роль уйнасаҡ.

Мансур бала саҡтан табип булырға хыяллана һәм 1936 йылда Өфө медицина рабфагы тыңлаусыһы була. Өс йылдан һуң, рабфакты уңышлы тамамлап, мединститут студенты булып китә. Тиҙҙән Мансур Ғимран улы Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, ә демобилизацияланырға ваҡыты еткәс тә Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә[3].

Мансур Ғимранов фронтта була, Көнбайыш Украинала Сож йылғаһы аша сығыу өсөн алышта ҡатнаша, унда аяғы ҡаты йәрәхәтләнә. Һуғыш яланынан уны полкташы һөйрәтеп сығара. Госпиталдә яраһы тәрән булғанға, аяғына киҫеп ташлау хәүефе янай. Бындай ҡарар ҡабул ителде тигәндә, әммә Мансур Гимрановичтың бәхетенә Тамбов госпиталенә билдәле доктор һәм архиепископ Войно-Ясенецкий килә. Ул яугирҙы ҡарап, аяғын ампутациялау кәрәкмәй, ти. Шулай итеп, Мансур Ғимран улы ошо ярсыҡтар менән ғүмер буйы йәшәй.

М. Ғ. Ғимранов госпиталдән һуң әрме хеҙмәтенә яраҡһыҙ тип таныла һәм демобилизациялана. Тыуған еренә ҡайтҡас та колхоз рәйесе урынбаҫары булып эш башлай. Тиҙҙән уға колхоз етәксеһен етәкләргә тәҡдим итәләр, әммә уны уҡырға теләүе көслөрәк булып сыға. Мансур Ғимранович Өфөгә килә һәм 1944 йылдың көҙөндә медицина институтының беренсе курсына уҡырға инә. Башҡорт дәүләт медицина институтын уңышлы тамамлағандан һуң Мансур Ғимран улы микробиология кафедраһында аспирант итеп ҡалдыралар. 1952 йылда ул кандидатлыҡ, һуңынан докторлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡлап, тәүҙә ассистент, һуңынан доцент булып эшләй. Профессор, ә 1967 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының микробиология кафедраһы мөдире. 1984 йылдан һуң Мансур Ғимранов күп йылдар профессор-консультант булып эшләй.

Профессор Ғимранов оҙаҡ йылдар микробиологтар, эпидемиологтар һәм паразитологтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһен етәкләй. Институттың «Медицина кадрҙары өсөн» гәзитендә мөхәррир, «Белем» республика йәмғиәте идараһы ағзаһы була. Фәнни эшмәкәрлеге ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмдар, шул иҫәптән эренле инфекция тыуҙырыусылар (стафилококк, стрептококк һ.б.), патогенлығының төп сифаттарын өйрәнеүгә арнала. Уның тарафынан эренле-шешле ауырыуҙарға ҡаршы һөҙөмтәле дауалау алымдары әҙерләнә, ҡайһылары республиканың дауалау-профилактика учреждениеларында әле булһа уңышлы ҡулланыла. Мансур Ғимран улы 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы[4].

1972 йылда уға «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. Шулай уҡ уның күкрәген Октябрь революцияһы, Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары һәм тиҫтәләгән миҙал биҙәне.

Мансур Ғимран улы Ғимранов 2009 йылдың ғинуарында 92-се йәшендә вафат була.

Мединституттың юғары курстарында әле Мансур Ғимранов Дүртөйлө районынан һылыу студентка Анва Йәнгирова менән таныша һәм улар үҙҙәренең яҙмышын бәйләргә ҡарар иттә. 1947 йылда улар өйләнешә. Мансур Ғимран улы менән Анва Йәнгирова ҡыҙҙары Зөһрә һәм малайҙары Рәисте тәрбиәләп үҫтереп, 60 йылдан ашыу бергә йәшәйҙәр.

  • “Ферменты патогенности” и токсины бактерий. — М., 1969 (авторҙаш).