Сигаков Николай Иванович
Сигаков Николай Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 22 апрель 1947 (77 йәш) |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Сигаков Николай Иванович (1947 йыл 22 апрель) — Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы (1997—1999), Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министры вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостан Премьер-министрының беренсе урынбаҫары.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Иванович Сигаков[1] 1947 йылдың 22 апрелендә БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ районы Май ауылында тыуа. «Инженер-механик» һөнәре буйынса Өфө нефть институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын 1963 йылда Салауат техник быяла заводында (хәҙер «Салаватстекло» асыҡ акционерҙар йәмғиәте) башлай: слесарь-көйләүсе, әйҙәүсе инженер, цех механигы, производство начальнигы урынбаҫары, цех начальнигы, планлы-производство бүлеге начальнигы, производство начальнигы.
КПСС ағзаһы. 1980 йылдан — предприятиеның партком секретары, 1983—1997 йылдарҙа — «Салауатбыяла»-ның генераль директоры.
Уның етәкселеге аҫтында предприятие техник йәһәттән үҙгәртеп ҡорола; стеклохолст етештереү индерелә, быяланы төрөү буйынса контейнерҙар әҙерләү цехы асыла.
9-сы һәм 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Вәкилдәр Палатаһы депутаты.
1997—1999 йылдарҙа — Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы.
Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһынан киткәндән һуң 1999 йылдан Башҡортостан Премьер-министрының беренсе урынбаҫары була.
2002 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. 2002 йылдың июнендә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡты яҡлау буйынса ведомство-ара совет ағзаһы итеп тәғәйенләнә.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почет Билдәһе» ордены
- Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сигаков Николай Иванович 2019 йыл 19 август архивланған.