Эстәлеккә күсергә

Һөйөндөкова Фәнүзә Шәрәф ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һөйөндөкова Фәнүзә Шәрәф ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған урыны Ырымбур өлкәһе
Һөнәр төрө мәҙәниәт хеҙмәткәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Һөйөндөкова Фәнүзә Шәрәф ҡыҙы (22 апрель 1935 йыл) — РСФСР-ҙың (1987) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Фәнүзә Шәрәф ҡыҙы Һөйөндөкова 1935 йылда Ырымбур өлкәһендә тыуған.

1960—1994 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире булып эшләгән.

Төп эшенән тыш 17 йыл Өфө ҡалаһы Киров районының Китап һөйөүселәр йәмғиәте етәксеһе лә була һәм әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Бөтә Рәсәй Китап һөйөүселәр йәмғиәтенең «Иң яҡшы китап һөйөүсе» билдәһе менән бүләкләнә.

Фәрит Бикбулатов менән берлектә Н. К. Крупская исемендәге республика китапханаһының 50 йыллығына бағышланған документаль телефильм төшөрөүҙе ойоштора. Р. Х. Тимерғәлина менән берлектә «Кире ҡайтарылған китаптар» (рус. «Возвращенные книги») тигән библиографик күрһәткесте мөхәррирләүҙә ҡатнаша[1] Дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыусылары һәм уҡыусылары өсөн ҡулланма итеп «Көнкүреш әйберҙәре» тигән һүҙлек-белешмә төҙөй[2] Шулай уҡ 1919—1959 йылдарҙа «Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары араһында эшмәкәрлек» тигән документтар йыйынтығы әҙерләй.

Клуб һәм мәҙәниәт йорттары өсөн «Һабантуй», «Яҙ байрамы», «Китап байрамы», «Еңеү байрамы», «Бөйөк Ватан һуғышы», «Бөйөк Еңеү» байрамдары сценарийҙары әҙерләп бирә.

25 йылдан ашыу Өфө китапхана техникумы уҡыусылары, Ҡазан, Куйбышев, Силәбе һәм Пермь мәҙәниәт институтында студенттары өсөн практика үткәрә.

Белемен камиллаштырыуға ҙур иғтибар бирә, ғилми эшкә тотоноп, кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләү өсөн имтихандар ҙа тапшыра, тик был хыялы тормошҡа ашмай ҡала.

Фәнүзә Һөйөндөкова ғүмере буйы хәҙерге Зәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһында эшләгән[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985)[4]
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987)[5]
  • СССР Мәҙәниәт министрлығының «Яҡшы эше өсөн» билдәһе
  • Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт ветераны (1985).