Салауат музыка колледжы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Салауат музыка училищеһы битенән йүнәлтелде)
Салауат музыка колледжы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Салауат
Рәсми сайт slvmuzkol.bash.muzkult.ru
Карта

Салауат музыка колледжы — Башҡортостандың Салауат ҡалаһындағы урта һөнәри музыкаль белем биреү дәүләт учреждениеһы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Колледж 1961 йылда музыка училищеһы булараҡ ҡаланың Хмельницкий урамындағы 40-сы ике ҡатлы торлаҡ йортта асыла, ҙур булмаған бинаның яртыһы уҡытыусыларға ятаҡ итеп бирелә.

Училищеның беренсе директоры Одесса консерваторияһын тамамлаған, һөнәре буйынса хор дирижеры Родионов Николай Николаевич була. Бында эшләү өсөн Мәскәүҙән, Ростовтан, Днепропетровскиҙән, Ҡазандан, Таллиндан консерватория тамамлаусылар килә. 1970-се йылдарҙа училищела Ҙур театрҙың буласаҡ  солисы (1991-2001), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Татаров Павел Александрович уҡый.

Бөгөнгө көндә колледж Космонавтар проспектындағы яңы дүрт ҡатлы бинала урынлашҡан[1].  Архитектор С. И. Соколов һәм скульптор А. В. Савченко — бинаның һоҡланғыс фасадтарының авторҙары.

Бина Гумановская Эльза Гейниховна директор булып эшләгән осорҙа төҙөлө. Ошо ваҡытта шулай уҡ хәҙер «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исемен йөрөткән Александр Коньков етәкселегендә «Big Band» эстрада оркестры ойошторола[2].

Сергей Шелыгин урыҫ һәм башҡорт фольклоры, мәҙәни-ағартыу эштәре һәм музыка педагогикаһы бүлектәре аса. Ул уникаль ваҡиғаға — хор дирижерҙары конкурсына нигеҙ һалыусы һәм уны ойоштороусы булып тора, башта конкурс республика статусына эйә була, ә аҙаҡ Бөтә Рәсәй конкурсына әйләнә.

Әлеге ваҡытта училищела директор булып Алапаева Лилия Камиловна эшләй.

Училищела бер нисә хор коллективы, 2004 йылда «халыҡ» исеме алған фольклор ансамблдәре эшләй; башҡорт һәм урыҫ халыҡ инструменттары оркестрҙары, тынлы инструменттар, скрипкасылар һәм ҡурайсылар ансамблдәре[3], симфоник оркестр[4] бар. Колледж уҡыусылары һәм уҡытыусылары Салауат ҡалаһында һәм республикала йылына 120-гә тиклем концерт бирә.

Училище бинаһының архитектураһы үҙенсәлекле. Уның икенсе ҡатына киң баҫҡыс илтә. уның ишек. Бинаның өҫкө һәм артҡы өлөшөн барельефтар биҙәй.

Училище директорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрлө йылдарҙа Салауат музыка училищеһының директорҙары булдылар:

  • Родионов Николай Николаевич
  • Эльза Гейниховна Гумановская
  • Владимир Иванович Турченко
  • Шелыгин Сергей Александрович
  • Жирнов Владимир Алексеевич
  • Абдраҡов Шамил Фаил улы
  • Иҫәнбаев  Ишбулат Лоҡман улы

Һөнәрҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Колледж көндөҙгө бүлектә түбәндәге һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләй:

  • 070102.01 «Фортепиано», белгес квалификацияһы — ҡоралда уйнау уҡытыусыһы, концертмейстер, ансамбль артисы.
  • 070102.02 «Ҡыллы оркестр инструменттары», белгес квалификацияһы — ҡоралда уйнау уҡытыусыһы, оркестр, ансамбль артисы.
  • 070102.03 «Тынлы һәм һуҡма инструменттар оркестры», белгес квалификацияһы — ҡоралда уйнау уҡытыусыһы, оркестр, ансамбль артисы.
  • 070102.04 «Халыҡ оркестры инструменттары», белгес квалификацияһы — ҡоралда уйнау уҡытыусыһы, концертмейстер, оркестр, ансамбль артисы 
  • 070102.04 «Башҡорт халыҡ инструменттары», белгес квалификацияһы — ҡоралда уйнау уҡытыусыһы, концертмейстер, оркестр, ансамбль артисы.
  • 070106.01 «Хор дирижерлығы», белгес квалификацияһы — хор һәм ижади коллектив етәксеһе, хор дисциплинаһы уҡытыусыһы, хор һәм ансамбль артисы.
  • 070106.02 «Урыҫ халыҡ хоры», белгес квалификацияһы — хор һәм ижади коллектив етәксеһе, хор дисциплинаһы уҡытыусыһы, хор һәм ансамбль артисы.
  • 070106.02 «Башҡорт халыҡ хоры», белгес квалификацияһы —  хор һәм ижади коллектив етәксеһе, хор дисциплинаһы уҡытыусыһы, хор һәм ансамбль артисы.
  • 070113 «Музыка теорияһы», белгес квалификацияһы — музыкаль-теоретик дисциплиналар уҡытыусыһы, ритмика уҡытыусыһы.
  • 070109.01 «Эстрада оркестры инструменттары», белгес квалификацияһы — оркестр, ансамбль артисты, эстрада коллективы етәксеһе, инструменттарҙа уйнау уҡытыусыһы

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Богдан Хмельницкий урамындағы музыка колледжының иҫке бинаһы. Ихатанан күренеш.

Колледжда ҙур концерт залы, спорт залы, уҡыу залы, китапхана, медицина кабинеты, музыка информатикаһы буйынса дәрестәр үткәреү өсөн компьютер класы, тауыш яҙҙырыу студияһы бар.

Колледжының концерт залы бинаһында музыкаль конкурстар, концерттар ойошторола[5], Рәсәйҙең күренекле музыканттары мастер-кластар бирә, йыл һайын академик хор дирижерҙары конкурсы үткәрелә.

2011 йылдың яҙына колледж үҙенең ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләй[6].

50 йыл эсендә Салауат музыка колледжы 2 500 белгес әҙерләгән. «Алтын юбилей» иҫтәлегенә беренсе тамамлаусылар шыршы ултырталар.

Колледжда «Муза-Mid» журналы нәшер ителә.

2014 йылдың октябрендә Салауат музыка колледжы базаһында йәш таланттар өсөн В. Т. Спиваков исемендәге музыка мәктәбе асыла. Мәктәп дирижер Владимир Спиваков патронаты аҫтында эшләй.

Билдәле тамамлаусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Злобина Наталья — халыҡ-ара конкурстар дипломанты (Германия, Франция), Мәскәү консерваторияһын тамамлай.
  • Алтынбаев Ғәли Мансур улы (1956 йылдың 19 декабрендә, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылында тыуған) — аккомпаниатор-концертмейстер, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012) (училищелағы педагогы — Николай Александрович Гредин).

Билдәле уҡытыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Голышев Вальтер Яковлевич (1935 й.р.) — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Голышевтың уҡыусылары пианиносы Светлана Пурис — П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы  аспиранты, Галина Казакова, Елена Руцкова, Елена Носорева һәм Полина Русяева — республика конкурстары лауреаттарыы, колледж педагогтары — А. Б. Норман, Т. И. Гагнидзе, Е. Б. Елисеева, Т. Э. Александрович, А. С. Кузнецова.
  • Мостафина-Ниғмәтуллина (1989-2001), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Газета Выбор № 134-134 от 8 сентября 2015 года. "Статья Юные таланты Спивакова".

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]