Һөйәрғолова Мөслимә Мәхмүтдин ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һөйәрғолова Мөслимә Мәхмүтдин ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 14 апрель 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (89 йәш)
Тыуған урыны Байназар, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған урыны Байназар, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Һөйәрғолова Мөслимә Мәхмүтдин ҡыҙы ( 14.04.1934, Байназар ауылы—Байназар ауылы) — ветеран уҡытыусы. Башкортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Биография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөйәрғолова Мөслимә Мәхмүтдин ҡыҙы 1934 йылдың 14 апрелендә Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының Байназар ауылында ударник булып эшләгән колхоз ағзалары ғаиләһендә тыуған.

1951-1952 уҡыу йылында Байназар мәктәбен тамамлап, 1952-1953 уҡыу йылында Байназар мәктәбендә өлкән пионервожатый булып эшләй.

1953-54 уҡыу йылында Стәрлетамаҡ ике йыллыҡ укытыусылар әҙерләү институтына уҡырға инә.

1954-1955 уҡыу йылында уны тамамлап, Бөрйән районына эшкә ҡайта һәм Әтек мәктәбенә ебәрелә.

1956- 1957 уҡыу йылында Мораҙым мәктәбендә директор-укытыусы булып эшләй.

1957- 1958 уҡыу йылында Байназар мәктәбенең башланғыс класында эшләй башлай.

1967-1968 уҡыу йылына тиклем Иҫке Собханғол урта мәктәбендә уҡыта.

1973 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте бүлегенә ситтән тороп уҡырға инә.

1974-1975 уҡыу йылында Байназар урта мәктәбендә эш башлай.

Эшләгән дәүерендә КМО етәксеһе, профсоюз ойошмаһында, РОНО советында ағза булып тора.

1979 йылда уның эшен юғары баһалап «Башкортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән исем бирелә.

К.Я. Яйыҡбаевтың «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре» тигән китапҡа ла уның исеме индерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]