Байымов Илсур Әхтәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байымов Илсур Әхтәр улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 14 апрель 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (49 йәш)
Тыуған урыны Сәкрәй урман участкаһы, Темәс ауыл советы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёр
Эш урыны Башҡорт дәүләт академия драма театры
Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Байымов Илсур Әхтәр улы (14 апрель 1974 йыл) — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илсур Әхтәр улы Байымов 1974 йылдың 14 апрелендә Баймаҡ районы Сәксәй ауылында тыуған[2][1]. 1991 йылда Башҡорт интернат-мәктәбен тамамлай. Мәктәп йылдарында уҡ ҡурайҙа уйнарға өйрәнә (уҡытыусыһы Әхиәт Ғәйетбаев)[2]. 1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай, ошо уҡ йылда ул академтеатрға эшкә саҡырыла. 1998-2000 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында конференсье, концерттарҙы алып барыусы булып эшләй[2].

Театрҙағы ролдәре[1][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Маҡтымһылыу, Әбләй һәм ҡара юрға) — Әй яусыһы

«Бирнәһеҙ ҡыҙ» — Гаврило

«Аҡ пароход» — автолавка шоферы, ир-егет, ҡатын-ҡыҙ, аҡын, яугир ролдәре.

«Бер мәл санаторийҙа» — Хәсән, 1-се бабай

«Нәркәс» — Байназар

«Әхмәтзәки Вәлиди Туған» — : Фазулла

«Серле көршәк» — Хасбулат, Алихан батша

«Мулла» — Әмир

«Кәкүк ояһы» — 2-се санитар

«Ҡоҙаса» — Мөхәмәтша мулла

«Әбейүшкә@тущка.ру» — Әхмәҙей

«Итекле бесәй» — Король

«Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» — Кеше ашаусы

«Йософ һәм Зөләйха» — Дан

«Антигона» — Гемон

«Шәүрәкәй» — Малыбай

«Баллы, тирәкле балтирәк» — Ҡарт

«Мин — Марат» — Марат Ғәли улы

«Рөстәмдең сере»- Бабай

«Гөлбостан»- Юламан

«Урал батыр» — Үгеҙ

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байымов Илсур Әхтәр улы 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.

Беҙ Баймаҡтар бит әле сайтынан. 21 апрель 2018 йыл. Байымов Илсур Әхтәр улы