Касеев Рөстәм Рәсиҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Касеев Рөстәм Рәсиҡ улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 14 апрель 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], Буинский кантон[d], Янтуған
Вафат булыу көнө 29 октябрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы
Ерләнгән урыны Кузьминское кладбище[d]
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө актёр, цирк артисы
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Дуҫлыҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы

Касеев Рөстәм Рәсиҡ улы (14 апрель 1929 йыл — 29 октябрь 1997 йыл) — цирк артисы, акробат, дрессировщик. Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1975) халыҡ артисы. Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1997). Бөтә Союз цирк сәнғәте конкурсы лауреаты (Мәскәү, 1977).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рөстәм Рәсиҡ улы Касеев ТАССР-ҙың Энтуганы ауылында 1929 йылдың 14 апрелендә тыуған. 1955 йылда Мәскәү өлкә педагогия институтын тамамлаған (физик тәрбиә бүлеге), 1968 йылда — Дәүләт театр сәнғәте институтын (ГИТИС) (театр белгесе факультеты, Ф. Г. Бардиан, Б. А Эдер курсы) тамамлай.

19571965 йылдарҙа циркта түбәнге көс акробаты булараҡ сығыш яһай. Айыуҙар менән «Оло Етегән Йондоҙлоғо» аттракционы булдыра.

1997 йылдың 29 октябрендә Мәскәүҙә вафат була.

Ғаиләһе: ҡатыны Касеева Нелли Александровна 1937 йылда тыуған, «Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы», хайуандарҙы күнектереүсе. Балалары: улы Ренат — Рәсәй дәүләт цирк компанияһы артисы (Мәскәү). Ҡыҙы Дания — «Союзгосцирк» Бөтә Союз ижади берекмәһе артисы, 1990 йылдан башлап АҠШ-та йәшәй һәм эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1992).
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1973).
  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1975).
  • Дуҫлыҡ Ордены (25.08.1997).
  • Бөтә Союз цирк сәнғәте конкурсы лауреаты (Мәскәү, 1977).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]