Магадха

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Магадха
Нигеҙләү датаһы Б. э. т. XII быуат
Рәсми тел Һинд-арий телдәре
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт Һиндостан
Административ үҙәк Раджгир[d]
Идара итеү формаһы Абсолют монархия
Алмаштырылған Империя Нанда[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата б. э. т. 345
Урынлашыу картаһы
 Магадха Викимилектә

Магадха (санскр. मगध) — Һиндостанда боронғо һәм тарихи өлкә, уны Рамаяна һәм Маһабһаратам да телгә ала, уның менән батша-буддасылар идара итә. Һиндостандың оҙайлы тарихы өсөн Магадханың күп династияы алмашына (Шайшунага, Нанда һ. б.). Магадха ун алты махаджанапад исемлегенә — будда һәм джайнизм сығанаҡтарында ҙур дәүләттәр иҫәбенә инә. Будда ваҡытында йәшәгән Харьянка династияһынан Батша Бимбисара (б.э. тиклем 543-491) буддизм үҫешенә булышлыҡ итә һәм джайнизмға яҡшы ҡарай.

Магадханың барлыҡҡа килеүе текстарҙағы мәғлүмәттәргә ярашлы, б.э. тиклем 600 йылда була. Иң тәүге телгә алыу Атхарваведела була, унда улар ангалар, гандхари һәм муджаваттар менән бер рәттән һаналып китә. Короллектең үҙәге Гангтан көньяҡҡа ҡарай Бихара өлкәһе була; уның беренсе баш ҡалаһы булып Раджагриха (хәҙерге Раджгир), һуңынан Паталипутраға (хәҙерге Патна) тора. Бихараның ҙур өлөшө һәм Ваджжи һәм Анги Конфедерацияһын яулап алыу менән Бенгплия ҡушылғас, Магадха киңәйә. Ахыр сиктә Магадха короллеге Бихарҙы, Джаркхандты, Ориссаны, Көнбайыш Бенгалияны, Уттар-Прадешты һәм хәҙерге Бангадеш менән Непал райондарын үҙ эсенә ала.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Магадха батшалығы, (ҙурайғанға тиклем) хәҙерге Патна, Джаханабад, Наланда, Аурангабад, Арвал Навада һәм Бихар көньяғындағы Гай һәм көнсығышта Бенгалия өлөшө райондарына тап килә. Төньяҡта Ганг йылғаһы, көнсығышта Чампа йылғаһы, көньяҡта Виндхья һырты һәм көнбайышта Сон йылғаһы менән сикләнә. Бөйөк Магадха дәүләтендә үҙ мәҙәниәте һәм индуизмдан алда килгән дин системаһы була. Урбанизацияның икенсе ҙур өлөшө беҙҙең эраға тиклем 500 йыл тирәһендә бара, һәм тап Магадхала джайнизм көслө була һәм буддизм барлыҡҡа килә. Магадха мәҙәниәтенең әһәмиәтен буддизм, джайнизм һәм индуизм уның ҡайһы бер үҙенсәлектәрен ҡабул итеүендә күрергә мөмкин, уларҙың иң мөһиме яңырыуға ышаныс һәм ҡармышлы яза тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Магадханың тәүге хакимдары тураһында мәғлүмәттәр аҙ. Иң мөһим сығанаҡ булып будда ҡануны, джайнизм агамдары һәм индуизм пурандары тора. Ошо сығанаҡтарҙан сығып, күрәһең, 200 йыл самаһы Магадха менән Харьянка династияһы идара иткән (б.э. тиклем 543 йылдан 413 йылға тиклем).

Буддизмға нигеҙ һалыусы Сиддхартха Гаутама, ғүмеренең күп өлөшөн Магадха короллегендә йәшәгән. Ул Бодх Гайела уяныу кисерә, Сарнатхта беренсе вәғәзен әйтә, һәм беренсе будда советы Раджгрихта үткәрелә.

Бимбисара династияһына нигеҙ һалыусы Көньяҡ Бихарҙан ваҡ юлбашсы улы була. Мираҫҡа алып ҡалған ерҙәрен ул уңышлы никахтары менән, шулай уҡ күршеләренә ҡаршы хәрби походтары менән (хәҙерге Көнбайыш Бенгалиялағы Анга короллеген баҫып ала) һәм Магадхала ғына түгел, уның тирәһендәге ҙур территорияларҙа үҙенең власын нығытып, байтаҡ киңәйтә.

Аджаташатру Ганг йылғаһынан төньяҡҡа ҡарай ерҙәрҙе баҫып алырға теләй, шуға күрә Личави менән һуғыш алып бара, ул , 15 йыл буйы дауам итә. Б.э. тиклем 468 йылдар тирәһендә Личави араһында сыуалыш ойоштороп һәм Вайшали стеналары янында ауыр катапульттар ҡулланып, Аджаташатру Личави конфедерацияһын еңә. Был ваҡиғаларҙың һүрәтләнеше буддизм һәм джайнизм сығанаҡтарында ҡаршылыҡлы.

Харьянка династияһынан һуңғы хаким булып Удайин тора. Уның вариҫтары власть өсөн үҙ-ара көрәшә. (уларҙы йылъяҙмаларҙа ата үлтереүселәр тип атайҙар). Бының менән Шайшунага министры файҙалана, ул тәхетте баҫып ала һәм б.э. тиклем 413 йылда яңы династияға нигеҙ һала.

Махападма министры Нанда б.э. тиклем 367 йылда күпмелер ваҡыт Калашоки улдары менән ышыҡланып торһа ла, Шайшунага династияһынан Калашокуны үлтерә һәм тәхетте баҫып ала (б.э. тиклем 345 тиклем йылда).

326 йылда Александр армияһы Магадханың көнбайыш сигенә килеп етә. Ганг янында шундай уҡ ғәйәт ҙур һинд армияһы менән бәрелеш буласағынан ҡото алынған армия Биас йылғаһы эргәһендә баш күтәрә һәм артабан көнсығышҡа барыуҙан баш тарта. Александр үҙенең офицерҙары менән осрашҡандан һуң кире әйләнеүҙе хуп күрә һәм көньяҡҡа борола һәм Инда буйлап түбәнгә океанға барып етә.

Б.э. тиклем 321 йылдар тирәһендә Чандрагупта Маурья династияһын юҡ итә, Чанакья ярҙамында бөйөк Маурьялар династияһының һәм Маурья империяһының беренсе батшаһы була. Һуңыраҡ империя король Ашок ваҡытында Көньяҡ Азияның күп өлөшөнә тарала, Ашок тәүҙә «Ҡаты бәғерле Ашок» булараҡ билдәле була, типәммә һуңыраҡ буддизмдың уҡыусыһы була һәм «Дхарма Ашока» булараҡ билдәле була. Һуңыраҡ Маурья империяһы, Харабеша һәм Шунга империяһы кеүек, Гупта империяһы менән алмашынып тамамлана. Гупта империяһының баш ҡалаһы Магадхала Паталипутра ҡала.

Мәҙәниәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер нисә шраман хәрәкәте б.э. тиклем VI быуатта булған, һинд философияһының астика һәм настика йолаларына йоғонто яһаған. Шраман хәрәкәте йән концепцияһын, атомизмды, материализм, атеизм, агностицизм, фатализмды ҡабул итеүҙән йәки инҡар итеүҙән алып ирекле ихтыяр, аскетизмды һәм ғаилә тормошон идеаллаштырыу һәм ҡәтғи ахимсаны һәм вегетарианлыҡ, көс ҡулланыу мөмкинлегенә һәм ит ашауға тиклем тайпылышһыҙ ышаныуҙарҙың киң спектрын барлыҡҡа килтерә

Магадха динен традиция буйынса шраман тип атайҙар һәм джайнизм, буддизм һәм шивиканы индерәләр. Буддизм һәм джайнизм тәүге Магадха батшалары Среника, Бимбисара һәм Аджаташтру һәм уларҙан һуң килгән Нанда династияһы күтәргән дин (б.э. тиклем 345-321 йй.). Был шрамандар дине аллаһҡа табынмаған, аскетизмдың ҡайһы бер формаларын һәм медитацияны ҡулланғандар һәм түңәрәк ҡурғандар төҙөргә ынтылғандар, шулай уҡ цикллы йәнә тыуыуҙан һәм ҡармышлы язанан рухи белем аша ҡотолорға теләгәндәр.

Магадха хакимдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Харьянка династияһы хакимдары (б. э. тиклем 545-413 йй.):[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аджаташатти (б.э. тиклем 493 йылдан алып 461 йылға тиклем)

Удаябхадта (Удайин) (б.э. тиклем 461 йылдан алып 445 йылға тиклем)

Ануруддха (б.э. тиклем 445 йылдан алып 437 йылға тиклем)

Мунда (б.э. тиклем 445 йылдан алып 437 йылға тиклем.)

Нагадасака (б.э. тиклем 437 йылдан 413 йылға тиклем).

Шайшунага династияһы хакимдары (б.э. тиклем 413-345 йй.):[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шайшунага (б.э. тиклем 413 йылдан алып 395 йылға тиклем.)

Калашока (б.э. тиклем 395 йылдан алып 367 йылға тиклем)

Калашоктың улдары, бер-береһен алмаштырып, беҙҙең эраға тиклем 367 йылдан 345 йылға тиклем Кшемадхарма, Кшетаджита, Видхисара (Бимбисара), Аджатасатра, Дарсака, Удаяна, Нандивардхана, Махананди (Ауграсайя) менән хакимлыҡ итә.

Нанда династияһы хакимдары (б.э. тиклем 345-320/13 йылдар):[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Махападма (йәки Уграсен Нанда) (беҙҙен эраға тиклем 345 йылдан 325 йылға тиклем.)

Дхана Нанда ( б.э. 325 йылдан 320/13 йылға тиклем)

Һуңыраҡ Магадха территорияһында дәүләттәр:

  • Б.э. тиклем 320/13— 187 йылдарҙа — Маурьялар империяһы
  • Б.э. тиклем 185-73 й.й. — Шунга
  • Б.э. тиклем 75-26 й.й .—Канва династияһы
  • Б.э. 320 алып 550 йылдарға тиклем — Гупта империяһы

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Магадха // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Magadha (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 19 июнь 2011.
Боронғо Һиндостан дәүләттәре (урта тарихи осор)
Период: Төньяҡ Ҡөньяҡ Пятиречье

 Б.Э.Т VI быуат
 Б.Э.Т V быуат
 Б.Э.Т IV быуат

 Б.Э.Т III быуат
 II быуат до н. э.

 Б.Э.Т I быуат
 I быуат


 II быуат
 III быуат
 IV быуат
 V быуат
 VI быуат
 VII быуат
 VIII быуат
 IX быуат
X быуат
XI быуат


















(Әһәмәниҙәр дәүләте)
(Македония империяһы)






(Һиндостанда ислам дәүләте)