Кабуки

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Кабуки (яп. 歌舞伎, төп мәғәнәһендә «йыр, бейеү, оҫталыҡ», «оҫта йырлау һәм бейеү») — Япония традицион театрының бер төрө. Ул йыр, музыка, бейеү һәм драма синтезынан ғибәрәт. Кабукиҙы башҡарыусылар ауыр символикалы ҡатмарлы грим һәм кейем ҡулланалар.

Кабуки артистары самурайҙарҙың һуғышын кәүҙәләндерә

«Кабуки» һүҙенең этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был һүҙ киң таралған «кабуку» — «ситкә тайпылыу» ҡылымынан барлыҡҡа килгән. Һуңыраҡ «кабуки» һүҙе ҡытай иероглифы менән яҙыла башлай, ә «кабуку» һүҙе әкренләп ҡулланыуҙан сыға[1].

«Кабуки» һүҙе японса оригиналында өс иероглифтан — 歌舞伎 тора, ундағы 歌舞 символдары (кабу) «йыр һәм бейеүҙе», ә 伎 символы (ки) — «оҫталыҡты» аңлата. XVII быуат башында ки һүҙенең омонимы булған «квалификациялы ҡатын-ҡыҙ» һәм «уйын» тигән иероглифтар ҡулланыла. Бындай символдарҙың комбинацияһы драманы һүрәтләй, сөнки ул ваҡытта уйын-көлкө, бейеү, йыр һәм төрлө скетчтар тап драманы барлыҡҡа килтереүсе элементтар булып торалар[2].

Хәҙерге заман япон телендә «кабуки» бер генә мәғәнәлә ҡулланыла: ул драманың популяр формаһын ғына аңлата[2]. Хәҙерге заман рус телендә «кабуки» үҙгәрмәй торған ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар родында торған исем . Баҫым икенсе ижеккә төшә[1].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эдо осоро (1603—1868)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кабуки жанры XVII быуатта халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Уның башында Идзумо Тайся ғибәҙәтханаһында эшләгән Окуни торған. Ул 1603 йылда Киото йылғаһының ҡороған үҙәне янында һәм күп кешеләр йөрөгән ҡала урамдарында ритуал бейеүҙәр башҡарған. Һуңыраҡ үҙ сығышына ул төрлө музыка ҡоралдарында(флейта, барбандар) уйналған музыка аҫтында романтик бейеүҙәрҙе лә ҡушҡан.

Кабуки театрына нигеҙ һалыусы Идзумо-но Окуни

Һуңыраҡ Окуни башҡалала ҙур дан ҡаҙанған һәм сәхнәлә сығыш яһай башлаған. Ҡатын-кыҙҙар ирҙәр һәм ҡатын-кыҙ ролен комик пьесаларҙа башҡарғандар. Уларҙың сюжеттары көндәлек тормоштан алынған булған. Яңы жанр бик тиҙ арала популярлыҡ яулай. Окуниҙы хатта Император һарайына ла сығыш яһарға саҡыралар. Театр сәнғәтенең был яңы төрө уңышлы булғанға күрә, үҙ-ара конкурентлашҡан труппалар ҙа барлыҡҡа килә, шуның арҡаһында бары тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына уйнаған кабуки театры донъяға килеүен раҫлай.

Башта кабуки тупаҫ һәм әҙәпһеҙ спектаклдәр күрһәткәнлектән кабуки актрисаларын куртизанкаларға тиңләп тә йөрөткәндәр.

1629 йылда ижтимағи әхлаҡты һаҡлау өсөн сегунат Токугава ҡатын-ҡыҙҙарға сәхнәлә сығыш яһауҙы тыя. Ҡайһы бер тарихсылар шулай уҡ боронғо геройҙар тураһындағы спектаклдәр урынына ябай кешеләрҙең тормошон күрһәтеүҙе хөкүмәт ҙур хата итеп һанаған тип тип әйтәләр.

Ҙур популярлыҡ яулаған кабуки театрында ҡатын-ҡыҙ башҡарыусыларҙың урынына йәш егеттәр киләләр. Был бейеүҙәрҙең драматик сәнғәт менән алышыныуына килтергән. Әммә был әхлаҡты төҙәтеүгә бик аҙ йоғонто яһай, сөнки егеттәр күп ваҡыт төрлө ыҙғыш-һуғыштар ойошторалар һәм шунлыҡтан 1652 йылда сегунат егеттәрҙең дә сәхнәлә уйнауын тыя.

1653 йылдан алып кабуки труппаларында бары тик оло ирҙәр генә сығыш яһай алған, ә был инде тәрән стилле, нәзәкәтле кабукиҙың яңы төрө — яро-кабуки (яп. 野郎歌舞伎, яро: кауки, «шаян кабуки») барлыҡҡа килтергән. Был метаморфоза шулай ваҡытта Японияла популяр булған кегэн комик театры йоғонтоһонда тормошҡа ашҡан. Бөгөнгө көнгә тиклем кабукиҙа бөтә ролдәрҙе лә ир-аттар башҡара. Ҡатын-ҡыҙҙар ролен башҡарыусыларҙы оннагата йәки ояма (яп. 女形, «ҡатын-кыҙҙар стилендәге актерҙар») тип йөрөтәләр. Башҡа ике стилдә уйнаусыларҙы арагото (яп. 荒事, «тупаҫ стиль») һәм вагото (яп. 和事, «йомшаҡ, гармониялы стиль») тип атап йөрөтәләр. Кабукиҙа төрлө стилдә уйнауҙа махсуслашҡан актерҙар династиялары бар.

Кабуки театрында тамаша. Ширма артында музыканттар йәшеренгән.

Гэнроку осоронда кабуки театры ҡурсаҡ театры бунраку менән бер рәттән ныҡ үҫешкән. Уның тәүге һөнәри авторы Тикамацу Мондзаэмон бер нисә бик матур әҫәрҙәр яҙа. Шуларҙың береһе «Сонэдзакиҙа һөйәркәләрҙең үҙ-үҙҙәрен үлтереүе» тигән пьесаһы ике театр өсөн дә яҙылһа ла, ул кабуки театрында ҡуйылып, авторға һәм театрға ҙур дан килтергән.

XVIII быуат уртаһында кабуки публиканың ҡыҙыҡһыныуын юғалтҡан, уның урынын түбән класс вәкилдәренең иғтибарын үҙенә бер нисә бик матур постановкалар ҡуйған бунраку тартып алған. XVIII быуаттың аҙағына тиклем кабуки бер ни менән дә артыҡ алдыра алмаған.

Мэйдзи осоро (1868—1912)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Японияның тарихи үҫешен үҙгәрткән Мэйдзиҙы реставрациялау башланыу менән, күп европа илдәренең тәжрибәһен илгә күсереп ала башлайҙар. Бының арҡаһында кабуки юҡҡа сыға яҙған. Күренекле театр эшмәкәре Морита Канъя XII (1845—1897), элекке өс кабуки театрының хужаһы, Эдолағы «Моритадза»[2]театрын башҡаланың Синтоми-те кварталына күсергән[3].

Итикава Дандзюро IX
Оноэ Кикугоро V
Итикава Садандзи I

Театр европаөлгөләре буйынса реконструкциялана. Иҫке театрҙарҙың атрибуты булған яһур башняһы юҡҡа сығарыла; европаса кейенгән тамашасылар өсөн ултырғыстар ҡуйыла, партерҙа яҡтыртҡыс газ фонарҙары ҡуйыла. 1878 йылда театра яңы «Синтомидза» исемендә тантаналы рәүештә асыла, уға меңдән артыҡ ҡунаҡтар, шул иҫәптән журналистар, сит илдәрҙең вәкилдәре һәм юғары власть органдарынан түрәләр саҡырыла. Театрҙа хәрби оркестр уйнай, ә фрактар кейгән кабуки актерҙары залдағы ҡунаҡтарға сәхнәнән мөрәжәғәт итәләр. Ошо формала театр үҙенең иҫке традицияларҙан арынып яңыса эшләй башлауын тамашасыға еткерәләр. 1887 йылда Морита Канья сит ил эштәре министры Иноуэ Каору менән берлектә император менән уның ҡатынын театр ҡарауҙы ойоштора. Был кабуки тарихында бығаса булмаған хәл булып тора [4]. Был факт йәмәғәтселек алдында театрҙың абруйын күтәреүсе күрһәткес булып тора һәм театр актерҙарын түбәнге социаль төркөмдән юғары күтәрә[5].

Мэйдзи осоронда хәҙерге замандың кабуки театрының нигеҙҙәрен һалыусы бөйөк актерҙар Итикава Дандзюро IX, Итикава Садандзи I һәм Оноэ Кикугоро V ижад итәләр[6].

Итикава Дандюро IX (1838[4] йә 1839[7]-1903), кабуки театрының иң оҫта сәнғәт эшмәкәре була[5], ул традицион башҡарыу техникаһы нигеҙендә спектаклдәрҙең яңы төрөн ижад итә[4]. 1878 йылда ул үҙе өсөн махсус яҙылған яңы кацурэки-гэк пьесаларында («тере тарих пьесаларында») уйнай, уларҙа тарихи ваҡиғалар бик ентекләп кәүҙәләндерелә[8]. Улар театрға популярлыҡ килтермәһәләр ҙә , кабукиның алдағы көндәрҙәге үҫешенә ҙур йоғонто яһайҙар. Театрҙа тарихи драмалар ҡуйылыу уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, ә киләсәктә ундай драмалар яҙыусыларға Итикава Дандзюро IX табыштары һәм хаталары фәһем алырға булышлыҡ итә[5].

Оноэ Кикугоро V (1844—1903[5][9]) -ИтикаваДандзюро IX дуҫы һәм ярышташы, ул көнкүреш тураһындағы яңы пьесалар жанры булған дзангири-мононың төп актеры [10] [5]. «Дзангири» «ҡыҫҡа сәсле» тигәнде аңлата, һәм бындай сәс феодал теммагэны(сәстең маңғай өлөшөнөң һәм елкәһендәгеһенең ҡырылыу) алыштыра һәм уны яңы пьесаларҙың персонаждары йөрөтә. Дзангири-моно пьесаһы булып Каватакэ Мокуамиҙың 1873 йылда «Моритадза» театрында ҡуйылған «Токе нитинити симбун» пьесаһы тора[5][11]. 1882 йылда был жанр ғәмәлдән сыға.

Итикава Садандзи I (1842—1904[12][13]) 1893 йылда «Мэйдзидза» театрын барлыҡҡа килтерә. Алты йылдан һуң бында кабуки театрының профессиональ драматургтары түңәрәгенә инмәгән Мацуи Сёёҙың «Акугэнта» пьесаһы ҡуйыла[12][14].Был консерватив ябыҡ түңәрәктәге сит яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уйнатмау ситуацияһын тап Итикава Садандзи I үҙгәртеп ебәрә. Киләсәктә кабуки театры өсөн күп яҙыусылар һәм драматургтар пьеса яҙа башлай[12].

Цубоути Сёё (1856—1935), Васэда университетының профессоры һәм күренекле шекспир әҫәрҙәрен өйрәнеүсе белгес, англия драматургының әҫәрҙәрен кабуки пьесаларының текстары менән даими рәүештә сағыштырып, кабукиҙағы һөйләп аңлатыуҙы алып ташларға кәрәклеген аңлай[15]. Ул «Кири хитоха» и «Хототогису кодзё-но ракугэцу» тиән пьесаларҙың авторы.

1902 йылда игеҙәк ағалы-ҡустылы Сираи Мацудзиро һәм Отани Такэдзиро «Сетику» [16] компанияһын асалар. был компания тиҙҙән иң ҙур театр һәм кинокомпанияһына әйләнә. Ҙур труппаларҙың етәкселәре менән килешеүгә инеп, улар айырым пьесаларҙы финанслайҙар, театр биналары һатып алып, театрҙар менән етәкселек итә башлайҙар[17]. 1911 йылдың март айында беренсе европа стилендәге «Тэйкоку гэкидзе»[18] театры асыла. Унда Европа театрҙарының тәжрибәһен уҡытҡан актерҙар мәктәбен асалар[15]. Актерҙарҙың балаларына өҫтөнлөктәр бирелмәй, мәктәпкә теләгән кеше уҡырға инә ала. Уҡытыу программаһына европа опера һәм балет дәрестәре индерелә, уларҙы италиялы Дж. Роси уҡыта. Ныҡлап әҙерләнгән актерҙар һәм актрисалар сәхнәлә оннагата менән бер рәттәнсыға башлайҙар. «Тойкоку гэкидзе» сәхнәһендә гастролдәргә килгән сит ил актерҙары ла йыш ҡына сығыш яһайҙар[15].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Русский орфографический словарь: около 180 000 слов [Электронная версия] / О. Е. Иванова, В. В. Лопатин (отв. ред.), И. В. Нечаева, Л. К. Чельцова. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: Российская академия наук. Институт русского языка имени В. В. Виноградова, 2004. — 960 с.
  2. Гришелёва, 1977, с. 86
  3. Гришелёва, 1977, с. 86, 87
  4. 4,0 4,1 4,2 Гришелёва, 1977, с. 87
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Гришелёва, 1977, с. 88
  6. Leiter, 2006, pp. 67, 68
  7. Leiter, 2006, p. 123
  8. Гришелёва, 1977, с. 87, 88
  9. Leiter, 2006, p. 298
  10. Leiter, 2006, p. 444
  11. Leiter, 2006, p. xxxiv
  12. 12,0 12,1 12,2 Гришелёва, 1977, с. 89
  13. Leiter, 2006, p. 125
  14. Leiter, 2006, p. xxxvii
  15. 15,0 15,1 15,2 Гришелёва, 1977, с. 90
  16. Leiter, 2006, p. 366
  17. Гришелёва, 1977, с. 91
  18. Leiter, 2006, p. 396