Гречишникова Елизавета Андрияновна
Гречишникова Елизавета Андрияновна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 12 декабрь 1983[1] (40 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Һөнәр төрө | еңел атлет |
Уҡыу йорто | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Масса | 50 килограмм[2] |
Спорт төрө | Еңел атлетика |
Ҡатнашыусы | Олимпиада уйындары 2012 |
Бейеклеге/буйы | 168 сантиметр[2] |
Гречишникова Елизавета Андрияновна Викимилектә |
Гречишникова Елизавета Андрияновна (12 декабрь 1983 йыл) — Рәсәй спортсыһы, еңел атлет. 2009 йылғы Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе һәм призеры. 2009 йылғы донъя чемпионаты, 2012 йылғы Олимпия уйындары ҡатнашыусыһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Елизавета Андрияновна Гречишникова 1983 йылдың 12 декабрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Олимпия резервы спорт йүнәлешендәге мәктәп-интернатында уҡый[3]. 2006 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура факультетын тамамлай. Еңел атлетика буйынса спорт мастеры исеменә лайыҡ була. Рәсәй Халыҡ-ара класы спорт мастеры, өлкән полиция сержанты.
Тренерҙары — М. Л. Храмов, Г В. Гречишников.
Иптәше — Гречишников Григорий Валентинович (Мордовияла Берсеневка ауылында 1980 йылдың 8 декабрендә тыуған). Бөтә Рәсәй ярыштарында ике төр ярыш буйынса күп тапҡыр еңеүсе һәм призер. Спорт мастеры. Рәсәй Федерацияһы эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған. Полиция капитаны.
Лондонда Олимпиадала 10000 метрлыҡ дистанцияла сығыш яһай һәм финалда 32:11.32 һөҙөмтәһе менән 19-сы урынды биләй.
2005 йылдан Рәсәй йыйылма командаһында ВФСО «Динамо» өсөн сығыш яһай[3].
Спорт ҡаҙаныштары[3]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2012).
- Рәсәй чемпионы (2010-ҡыш, 2011-ҡыш — 5000 м, 2012 — 10000 м).
- Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2007-ҡыш, 2010 — 5000 м) һәм бронза (2009 — 5000 м) призеры.
- Бөтә донъя Универсиадаһы бронза призеры (2007 — 5000 м).
Дисквалификация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2018 йылдың май айында Спорт арбитраж суды (CAS) Елизавета Гречишникованы ике йылға дисквалификациялай. Допинг-пробаларҙы ҡабаттан тикшергәндән һуң спортсыла тыйылған стероид туринабол табыла. Дисквалификация срогы 2017 йылдың майынан башлана[4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Elizaveta Grechishnikova // https://worldathletics.org/athletes/-/14297847
- ↑ 2,0 2,1 Olympedia (ингл.) — 2006.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Легкая атлетика
- ↑ CAS ДИСКВАЛИФИЦИРОВАЛ СЛЕСАРЕНКО НА ЧЕТЫРЕ ГОДА ЗА ДОПИНГ
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Елизавета Андрияновна Гречишникова — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
- Спортсмены. Гречишникова Елизавета Андриановна 2018 йыл 28 апрель архивланған.
- Легкая атлетика