Эстәлеккә күсергә

Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мортаза Рәхимов битенән йүнәлтелде)
Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов
Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов
Флаг
Флаг
Башҡортостан Республикаһы Президенты
Флаг
Флаг
12 декабрь 1993 — 15 июль 2010
Хөкүмәт башлығы: Баҡыев Рим Сәғит улы (1994—1999)
Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы (1999—2008)
Сарбаев Раил Сәлих улы (2008—2010)
Алдан килеүсе: вазифа раҫланған
Дауамсы: Хәмитов Рөстәм Зәки улы
Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе
1990 — 1993
Алдан килеүсе: Солтанов Фәйзулла Вәли улы, БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе булараҡ
Дауамсы: Дёмин Юрий Сергеевич, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе булараҡ
 
Дине: Сөнниҙәр
Тыуған: 7 февраль 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (90 йәш)
Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районы Тәүәкән ауылы
Үлгән: 11 ғинуар 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1] (88 йәш)
Өфө
Ерләнгән: Өфө мосолман зыяраты
Атаһы: Рәхимов Ғөбәйҙулла Зөфәр улы
Әсәһе: Яҡшыбаева Ғәлимә Әбделмөкмин ҡыҙы
Балалары: Рәхимов Урал Мортаза улы
Партия: Берҙәм Рәсәй
Белеме: Өфө нефть институты
 
Наградалары:
I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
За укрепление таможенного содружества миҙалы
За укрепление таможенного содружества миҙалы
«За содействие органам наркоконтроля» миҙалы
«За содействие органам наркоконтроля» миҙалы
«За взаимодействие с ФСБ России» миҙалы
«За взаимодействие с ФСБ России» миҙалы
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
I дәрәжә «Намыҫ һәм дан» ордены
I дәрәжә «Намыҫ һәм дан» ордены

Хата: рәсем асылмай йәки юҡ.

Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы
Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы
Салауат Юлаев ордены
I дәрәжә «Аль-Фахр» ордены
I дәрәжә «Аль-Фахр» ордены
РФ етәкселәренән исеме ҡуйылған Макаров пистолеты (ПМ)(1999) РФ етәкселәренән исеме ҡуйылған Макаров пистолеты (ПМ), 2004 йылдың 11 ноябры приказы

Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы (7 февраль 1934 йыл — 11 ғинуар 2023 йыл) — Советтар Союзының һәм Рәсәйҙең хужалыҡ, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты (12.12.1993 — 15.07.2010).

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуған. Милләте — башҡорт.

Атаһы — Ғөбәйҙулла Зөфәр улы Рәхимов Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бер нисә хужалыҡта рәйес булып эшләй һәм 1956 йылда «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

Мортаза Рәхимов үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген 1956 йылда, Өфө нефть техникумын тамамлағандан һуң, Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып башлай. Төп эшенән айырылмай, 1964 йылда Өфө нефть институтының киске бүлеген тамамлай.

1960—1975 йылдарҙа КПСС-тың ХХII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында ҡоролма начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, яңы производстволарҙы эшкә ҡушыу һәм көйләү буйынса баш инженер урынбаҫары булып эшләй.

1976—1978 йылдарҙа — предприятиеның баш химигы һәм баш инженер урынбаҫары вазифаларын башҡара.

1978—1986 йылдарҙа — КПСС-тың ХХII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводының баш инженеры, артабан 1990 йылға тиклем директоры була.

1974 йылдан 1991 йылдың авгусына тиклем КПСС ағзаһы.

Өфө ҡала Советы һәм Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы депутаты.

1989 йылда СССР халыҡ депутаты һәм СССР Юғары Советы ағзаһы итеп һайлана.

1990—1993 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе. Был осорҙа Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация (1990 йыл, 11 октябрь) ҡабул ителә, Федератив Килешеүгә һәм Федератив Килешеүгә Башҡортостан Республикаһынан Ҡушымтаға (1992 йыл, 31 март), Башҡортостан Республикаһы яңы Конституцияһы (1993 йыл, 24 декабрь) ҡабул ителә.

1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡ тарафынан Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты итеп һайлана. Һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың 63 проценты М. Ғ. Рәхимов өсөн тауыш бирә. Беренсе президентлыҡ осоронда Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһы Килешеүенә (1994 йыл, 3 август) ҡул ҡуйылa.

1998 йылдың 14 июнендә Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп ҡайтанан һайлана.

1993—2001 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы, артабан Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы ағзаһы.

2003 йылдың 21 декабрендә «Һайлау хоҡуҡтары һәм РФ граждандары референдумында ҡатнашыуға хоҡуҡтарҙың төп гарантиялары тураһында»ғы Федераль законға ярашлы, бөтә халыҡ һайлауының икенсе турында 78 проценттан артыҡ тауыш йыйып, өсөнсө тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп һайлана.

2006 йылдың сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путинға үҙенә ышаныс тураһында мөрәжәғәт итә. 2006 йылдың 5 октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин республика Президенты вәкәләттәрен йөкмәтеү өсөн Мортаза Рәхимовтың кандидатураһын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарауына индерә. 2006 йылдың 10 октяберендә үткән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 39-сы, сираттан тыш, ултырышында депутаттар бер тауыштан Мортаза Рәхимовҡа республика Президенты вәкәләттәрен яңы биш йыллыҡка йөкмәтеү тураһында ҡарар ҡабул итә.

2010 йылдың 12 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәте башлығы Сергей Нарышкин менән осрашыуында үҙенең вазифаһынан ваҡытынан алда китергә теләүе тураһында иғлан итә[2].

2010 йылдың 15 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Д. А. Медведев М. Ғ. Рәхимовтың Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһынан отставкаға китеү үтенесен ҡәнәғәтләндерә[3]

2010 йылдың 22 октябренән «УРАЛ» хәйриә фонды рәйесе.

2010 йылдың 8 декабрендә «„Башнефть“ акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советына һайлана.

2015 йылдың 14 апрелендә Мортаза Рәхимовҡа «Ватанға хеҙмәте өсөн» («За службу Родине») миҙалы тапшырылды.

Ил ағаһы 2023 йылдың 11 ғинуарында вафат булды[4][5].

Рәсәй Президенты Владимир Путин (һулда), Мортаза Рәхимов һәм Татарстан Президенты Минтимер Шәймиев
  • Ҡатыны — Луиза Ғәлим ҡыҙы.
  • Улы — Урал.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1980 йыл)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986)
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1994)
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1999)
  • «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2000)
  • Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының В. Н. Татищев исемендәге «Ватанға файҙаһы өсөн» ордены (2002)
  • Бөйөк Пётр («Дәүерҙең иң яҡшы менеджерҙары» йәмәғәт фонды) ордены (2002)
  • Салауат Юлаев ордены (2004 йыл)
  • Рәсәй Федерацияһы Президенты рәхмәте (1996, 1999 һәм 2004 йылдар)
  • Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы Почёт грамотаһы (2001)
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Почёт грамотаһы (2002)
  • «Президент 2002—2003» номинацияһында «Рәсәй Милли Олимпы» премияһы (2004)
  • «Рәсәй иҡтисады лидеры» Почётлы милли билдәһе (2004)
  • Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почётлы гражданы (2009)[7].
  • «Ватанға хеҙмәте өсөн» («За службу Родине») миҙалы (2015)
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2019)[8]
  • Башкортостан — моя судьба: очерки, статьи, интервью, выступления, обращения, документы. — Уфа, 1998.
  1. Ушел из жизни экс-президент Башкирии Муртаза Рахимов (урыҫ)
  2. Рахимов отказался от нового срока на посту главы Башкирии.
  3. Указ Президента Российской Федерации № 913 от 15 июля 2010 года «О досрочном прекращении полномочий Президента Республики Башкортостан» 2014 йыл 18 февраль архивланған..
  4. Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимов вафат. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 12 ғинуар 2023 йыл (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2023)
  5. Первого президента Башкирии Муртазу Рахимова похоронят 13 января на мусульманском кладбище Уфы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2023)
  6. «Башҡортостан» гәзите, 2019, 6 февраль 2019 йыл 9 февраль архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2019)
  7. Еще трое уфимцев стали Почетными гражданами Орджоникидзевского района. ИА «Башинформ», 9 октября 2009 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 ғинуар 2021)
  8. Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың юбилейында: Мин унан халыҡ мәнфәғәттәре менән йәшәргә өйрәндем. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 7 февраль (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2019)
  • Президент Муртаза Рахимов=Prezident Murtaza Rakhimov. — М., 1998.
  • Дело жизни. — Уфа, 2009.