Эстәлеккә күсергә

Рәхимов Урал Мортаза улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәхимов Урал Мортаза улы
 
Тыуған: 13 декабрь 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (62 йәш)
Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы
Атаһы: Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы
Әсәһе: Рәхимова Луиза Ғәлим ҡыҙы
Балалары: юҡ
Партия: Берҙәм Рәсәй, 2010 йылға тиклем
Белеме: Өфө нефть институты

Рәхимов Урал Мортаза улы (13 декабрь 1961 йыл) — «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элекке генераль директоры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының экс-депутаты.

Башҡортостандын беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың улы.

«Forbes» журналы мәғлүмәттәре буйынса, 2005—2012 йылдарҙа Рәсәйҙең иң бай 200 бизнесмены исемлегенә инә[1].

Урал Мортаза улы Рәхимов 1961 йылдың 13 декабрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

1984 йылда Өфө нефть институтының технология факультетын тамамлай[2].

Артабан Францияның French Institute of Petroleum институтында уҡый.

Пенсильвания университетында магистратураны тамамлай.

1995—1999 йылдарҙа «Башнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директоры.

1999—2002 йылдарҙа «Башкирская топливная компания» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директоры.

2002—2006 — «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе.

2006—2009 — «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе.[3]

2009 йылда Система АФК-һы Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексының контроль акцияларын Урал Рәхимовтан һатып ала.

2009—2010 йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей клубы президенты булды.

2014 йылда Рәсәй Прокуратураһы Урал Рәхимовҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғата, Австрияға экстрадиция буйынса мөрәжәғәт ебәрә.