Эстәлеккә күсергә

Ермилов Олег Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ермилов Олег Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 декабрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө геофизика[d]
Эш урыны Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d] һәм иҡтисад фәндәре кандидаты[d] (1995)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин комсомолы премияһы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы

Ермилов Олег Михайлович (12 декабрь 1949 йыл) — тау инженеры, геология, геофизика, газ һәм газ конденсаты ятҡылыҡтарын эшкәртеү өлкәһендәге белгес, И. М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты профессоры, Рәсәй фәндәр академияһы академигы (2016).

Олег Михайлович Ермилов 1949 йылдың 12 декабрендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1973 йылда Өфө нефть институтын «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙең технологияһы һәм комплекслы механизацияһы» һөнәре буйынса тамамлай, 1995 йылда  Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһын «Дәүләт предприятиеларында иҡтисад, ойоштороу һәм идара итеү» һөнәре буйынса тамамлай.

1979 йылда техник фәндәр өлкәһендә «Методика расчета внедрения пластовой воды в газовую залежь с учетом неоднородности коллектора по проницаемости и геометрии фильтрационного потока» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай".

1991 йылда техник фәндәр өлкәһендә «Геотехнологические основы разработки крупных газовых месторождений Крайнего Севера» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1995 йылда иҡтисад фәндәре өлкәһендә «Экономические задачи повышения эффективности освоения газовых месторождений Крайнего Севера» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, ӨДНТУ (1995).

Профессиональ эшмәкәрлеге[1]:

  • «Башнефть» берекмәһенең «Саҡмағошнефть» нефть сығарыу идарлығында быраулаусы ярҙамсыһы (1971)
  • скважиналарҙы тикшереү буйынса инженер, газ ятҡылыҡтары эшкәртеү буйынса бүлек мөдире, Тюменниигипрогаз Төньяҡ комплекслы ғилми-тикшеренеү экспедицияһының экспедиция начальнигы (1973—1987)
  • ТюменНИИгипрогаз Надым филиалының фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары (1988—1993)
  • «Газпром» РАО, ОАО «Надымгазпром» тәбиғи газды сығарыу һәм транспортировкалау буйынса предприятиеның фән буйынса генераль директоры урынбаҫары (1994 йыл)
  • Өфө дәүләт нефть техник университеты (1993) һәм Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте эргәһендәге ауыл хужалығы академияһы профессоры (1995 йыл)
  • И. М. Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ университетының газ һәм конденсатлы газ ятҡылыҡтарын файҙаланыу һәм эшкәртеү кафедраһы профессоры (2000 йылдан)

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрлө коллекторҙарҙа урынлашҡан уникаль һәм эре газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү технологияһы өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәр алып бара, структура палерельефы һәм коллекторының продуктлылыҡ бәйләнеше законлылыҡтарын аса, геологик, промысла-геологик һәм техник ярым системаларҙың ваҡытта һәм арауыҡтағы бәйләнеш үҙенсәлектәрен асыҡлай.

Ҡеүәтле скважиналарҙың геологик-геофизик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһен интерпретациялау буйынса һәм уникаль газ ятҡылыҡтарының файҙаланыу процессын ҡулайлаштырыу маҡсатында бөтә мәғлүмәттәрҙе график күрһәтеү буйынса яңы комплекслы ысулдар булдырыусы, Көнбайыш Себерҙең газ ятҡылыҡтары запасын баһалауҙа ҡатнаша. Көнбайыш Себер нефть газ комплексының тиҙ үҫешен тәьмин итеү өсөн Медвежий һәм Уренгой газ ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙең проектлау, анализлау һәм идара итеү ысулдарын камиллаштыра.

Бай газлы ҡатламдарҙың геологик-газ динамик моделдәрен булдырыу буйынса уның эштәре сеномандың ҡатмарлы төрлө системаларында газдың башланғыс запасын иҫәпләү ысулдарын камиллаштырыуға һәм газ запасын иҫәпләүҙә даими һәм осраҡлы хаталарҙы, скважиналарҙың һыуһыҙ файҙаланыу оҙайлығын, уларҙың эштән сығыу динамикаһын баһалауҙың аппаратын булдырырға мөмкинлек бирә. Сеномандың йомшаҡ цементланған коллекторҙарының һыу үткәреү шарттарында скважиналарҙың файҙаланыу режимының теоретик һәм методик нигеҙҙәрен, сығарыу эргәһе зонаһына деформацияның йоғонтоһон һәм скважиналарҙың киҫемендә ҡатлам һыуҙарының барлығы уларҙың технологик файҙаланыу режимына йоғонтоһон тикшерә.

Себер төбәктәрендә нефть газ иҡтисадының торошона анализ үткәрә һәм хәҙерге шарттарҙа уларҙың социаль-иҡтисади үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләй. Ятҡылыҡтарҙы экстремаль шарттарҙа үҙләштереүҙең нефть газ комплексының эшләүенең социаль-иҡтисади проблемаларын анализлай, уларҙың хәл итеү мөмкинлектәрен баһалай.

1994 йыл — Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының академигы.

2000 йыл — Рәсәй фәндәр академияһының һайланған ағза-корреспонденты.

2016 йыл — Рәсәй фәндәр академияһы академигы.

Уның етәкселегендә 28 кандидатлыҡ һәм 2 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана.

Фәнни ойошмаларҙы ҡатнашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендә премияларын тапшырыу буйынса Совет ағзаһы (2003 йылдан)
  • «Геология, геофизика, разработка нефтяных и газовых месторождений» журналының редколлегия ағзаһы.
  • Донъя газ союзының «Геология, разработка» N 1 комитет ағзаһы
  • Нефть һәм газ проблемалары буйынса Рәсәй Федерацияһы Юғары аттестация комиссияһының эксперт советы ағзаһы, Рәсәй фәндәр академияһының газ һәм нефть проблемалары институтында Диссертация советы ағзаһы (Мәскәү).

Ямал-Ненец автономиялы округының халыҡ депутаттары советы президиумы ағзаһы һәм депутаты (1990—1993).

Һайланма хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Технология разработки крупных газовых месторождений Западной Сибири. М., 1990. 302 с. (в соавт.)[2];
  • Регулирование разработки крупных газовых месторождений Западной Сибири. М., 1991. 304 с.[2];
  • Физика пласта, добыча и подземное хранение газа. М, 1996. 540 с. (в соавт.)[2];
  • Особенности геологического строения и разработки уникальных залежей газа Крайнего Севера Западной Сибири. Новосибирск, 2004. 141 с. (в соавт.)[2];
  • Проблемы устойчивого развития крупного сырьевого моноотраслевого региона на Крайнем Севере. Новосибирск, 2004. 206 с. (в соавт.)[2];
  • Стратегия развития нефтегазовых компаний. М.: Наука, 1998[3];
  • Методология изучения единой геологической системы нефтегазового комплекса Крайнего Севера Сибири. Амстердам, Голландия // Доклад на междунар. газовом конгрессе. 2001, 5-8 ноября[3];
  • Геоэкологический мониторинг по ОАО «Газпром» на Севере Западной Сибири // Доклад на междунар. газовом конгрессе в Амстердаме, 2001, 5-8 ноября[3]
  • Фән һәм техника өлкәһендә «Прогноз, разведка и разработка газовых месторождений крайнего севера Сибири» хеҙмәттәре циклы өсөн Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы (1998)
  • Рәсәй газ сәнәғәтен үҫтереү стратегияһын әҙерләгәне, тәбиғәттең экстремаль климат һәм тау-геологик шарттарында газ һәм газ конденсаты сығарыуҙың яңы технологияларын индергәне өсөн Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте премияһы (2002)[4]
  • Фән һәм техника өлкәһендә Ленин комсомолы премияһы (1981) — Көнбайыш Себер нефть газ комплексының тиҙ үҫешен тәьмин итеү өсөн Медвежий һәм Уренгой газ ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙең проектлау, анализлау һәм идара итеү ысулдарын камиллаштырғаны өсөн.
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997)
  • Газ сәнәғәте отличнигы (1991)