Нафиҡова Асия Заҡуан ҡыҙы
Асия Нафиҡова | ||||
Исеме: |
Нафиҡова Асия Заҡуан ҡыҙы | |||
---|---|---|---|---|
Тыуған ваҡыты: | ||||
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы, Шишмә районы, Ураҙбахты ауылы | |||
Вафат ваҡыты: | ||||
Вафат урыны: | ||||
Гражданлығы: | ||||
Театр: |
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры | |||
Наградалары: |
|
Нафиҡова Асия Закуан ҡыҙы (9 октябрь 1932 йыл — 4 февраль 1995 йыл) — башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1972) артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Асия Заҡуан ҡыҙы Нафиҡова 1932 йыл Шишмә районы Ураҙбахты ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһында конферансье булып эш башлай. Сираттағы концерттан һуң уға һәләтен театр сәхнәһендә һынап ҡарарға тәҡдим итәләр. Был 1956 йылда була. Шунан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Асия Нафиҡова яҙмышын театр менән бәйләй.
Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Эҙләнеү йылдары» (А. Арбузов) драмаһында — Галинаны, һуңынан «Муса» (Н. Иҫәнбәт) трагедияһында Муса Йәлилдең ҡатыны Әминә ролен ышанып тапшыраларйәш актрисаға. Һынатмай ул — спектаклдән спектаклгә һәләте асыла бара, сәнғәттә үҙ урыны төҫмөрләнә башлай. Һуңынан инде — Нурия («Әсәйемдең сал сәстәре», Ә. Мирзаһитов), Сания (Д. Исламовтың «Йомарт ер» романы буйынса В. Ғәлимовтың «Ҡуштирәк» инсценировкаһы), Ләйсән («Ауыл күренештәре», Ә. Мирзаһитов), Тамара («Атайыңдың ҡәҙерен бел», В. Лаврентьев) — ул кәүҙәләндергән героиняларҙың бер нисәүһе генә.
Асия Нафиҡова ижад иткән образдар галереяһында Н. Асанбаев драмаһы буйынса ҡуйылған «Фәйзи» спектаклендәге әҙәпһеҙ, ҡылансыҡ Зөһрә ролен театр белгестәре «ҙур оҫталыҡ менән башҡарылып, күптәргә фәһем, ғибрәт булырлыҡ теүәл образ» тип атаһа, М. Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» драмаһындағы гүзәл, тормошсан Ғәлиәбаныуы (һуңынан Ғәлимәбаныуы) Ҡазан, Мәскәү, Ленинград тамашасыларын да таң ҡалдыра.
М. Кәримдең «Йырланмаған йыр» драмаһындағы Мәстүрә лә актрисаның етди ижад емештәренең береһе булараҡ һанала. Ә. Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» драмаһы буйынса ҡуйылған спектакль республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ була. Унда Асия Нафиҡова Шәфиғаны уйнай.
Карпенко-Карыйҙың «Бәхетһеҙ мөхәббәт» драмаһында ул уйнаған Варка, И. Абдуллиндың «Айһылыуҙың айлы кистәрендәге» Марфа, «Их, Өфө ҡыҙҙарында» Тамара, «Тиле йәшлектә» иһә Сәйҙәттәй, Л. Пиранделлоның «Лиола, йәки мут егетендә» Ҡупшыбикә, Ә. Атнабаевтың «Игеҙәктәрендә» Нәсимә, Л. Толстойҙың «Тере мәйетендә» Настасья Ивановна, М. Буранғоловтың «Башҡорт туйында» Йомабикә, Ф. Бурнаштың «Йәш йөрәктәрендә» Ғәлимә, Ф. Бүләковтың «Әбейҙәргә ни етмәйендә» Хәнә, М. Кәримдең «Киске табынында» Ҡорбанбикә — театр йылъяҙмаһына инеп ҡалған сағыу образдар.
Асия Нафиҡованың исеме бөгөн дә хеҙмәттәштәренең, уны хәтерләгән тамашасының теленән төшмәй, яҡты ла, һағышлы ла бер моң кеүек күңелдәренең иң түрендә һаҡлана.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 9 октябрҙә тыуғандар
- 1932 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Шишмә районында тыуғандар
- 4 февралдә вафат булғандар
- 1995 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артистары
- Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт филармонияһы
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры