Наил Ғәлиев
Наил Ғәлиев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 октябрь 1928 |
Тыуған урыны | Юрковка ауылы, Дедов ауыл Советы (Фёдоровка районы), Федоровка районы[1] |
Вафат булған көнө | 7 февраль 2005[1] (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй[1] |
Һөнәр төрө | баянсы, композитор, концертмейстер |
Әүҙемлек урыны | Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы[1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d] |
Наил Ғәлиев (төп исеме Голов Николай Афанасьевич; 9 октябрь 1928 йыл — 7 февраль 2005 йыл) — баянсы, композитор. 1957—1998 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының баянсы-концертмейстры, «Өфө уттары» исемле тәүге башҡорт профессионал эстрада-инструменталь ансамблен ойоштороусы һәм уның художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ (1988) һәм атҡаҙанған (1968) артисы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Голов Николай Афанасьевич 1928 йылдың 9 октябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны[2] Юрковка ауылында тыуған. 1948 йылда Чкалов ҡалаһында (хәҙер Ырымбур) музыка училищеһын тамамлай.
1952 йылда Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә (Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) баянсы булып эшкә алына. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша. 1957—1998 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының баянсы-концертмейстры булып эшләй.
1961 йылда «Өфө уттары» исемле тәүге башҡорт профессиональ эстрада-инструменталь ансамблен ойоштора һәм 1988 йылға тиклем уның алмашһыҙ етәксеһе була.
Халыҡ араһында үҙенең импровизаторлыҡ, аккомпаниаторлыҡ оҫталығы менән дан яулай. Репертуарында башҡорт һәм татар композиторҙарының йырҙарын һәм инструменталь пьесаларын һәм үҙенең әҫәрҙәрен башҡара.
Популяр йырсы булып танылған тормош иптәше Мәғфирә Ғәлиева башҡарыуында Наил Ғәлиевтың үҙе ижад иткән әҫәрҙәре йыр һөйөүселәр араһында киң тарала.
2005 йылдың 7 февралендә вафат була һәм Өфөлә ерләнә.
Инструменталь ансамбль өсөн пьесалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Өфө уттары»,
- «Һабантуй»,
- «Бөрйән бейеү көйҙәре»,
- «Егеттәр бейеүе»,
- «Юлдаш»
Йырҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Башҡортостан»,
- «Оҙата кил»,
- «Өс егет йөрөй артымдан»,
- «Өфө куранттары» Шәриф Бикҡол һүҙҙәре;
- «Бөрлөгәнем» Р. Т. Вәлиева һүҙҙәре;
- «Һалдат йыры» Әнғәм Атнабаев һүҙҙәре.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Уйнайыҡ та йырлайыҡ». Өфө, 1994.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наил Ғәлиев // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 апрель 2022)
- http://www.ye02.ru/litra/10727-bashort-moon-itep-bashort-yyn-yr-itep.html
- http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--