Өләсәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Өләсәй яратҡан ейәне менән
УФА-ЛАДЬЯ. АРТ.РЕМЕСЛА. СУВЕНИРЫ 56.jpg

Өләсәй — атайҙың йәки әсәйҙең әсәһе, олатайҙың ҡатыны. Ейәндәре булған ҡатын.

Шулай уҡ һөйләшкән ваҡытта өлкән йәштәге инәйҙәргә ихтирам йөҙәнән дә әйтелә.

Синонимдары (урындағы һөйләштәрҙә) — әбей, өләсәй, инәй, ҡартәсәй, ҡәртнәй (ҡарт инәй).

Өләсәй менән олатай ғаиләнең ихтирамлы ағзалары булып тора. Күп ғаиләләрҙә балаларҙы тәрбиәләү тап уларға йөкмәтелә. Улар йәшәгән осоронда йыйған тәжрибәләрен ҡулланып, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләй.

Өлгөлө өләсәйҙәр ғаиләлә генә түгел, бар ауылға ағинәй булып иҫәпләнә.

Испанияла йыл һайын 26 июль көнөн өләсәйҙәр һәм олатайҙар көнө тип билдәләнә.

Фәүзиә Ҡотлогилдина. Өләсәй булыуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Их, өләсәй булыуҙары рәхәт икән,
Бер нигә лә алыштырмаҫ бәхет икән!
Был тормошта йәшәүҙәр бит үҙе бәхет,
Ҡәҙерҙәрен генә шуның белһәк икән!
Ейәндәрем-ейәнсәрҙәр балдан татлы,
Уларҙың саф күңелдәре, аяҙ, яҡты!
Раббым бүләктәре менән көндәр йәмле,
Улар менән бергә саҡта ризыҡ тәмле!
Балаларҙың балалары килеп торһон,
Күңелдәргә шатлыҡтарҙы улар һалһын!
Бергә үткәргән көндәрҙән иҫтәлеккә
Хәтерҙәрҙә юйылмаҫлыҡ бер эҙ ҡалһын!


Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре

ИрҠатынАтайӘсәйУлҠыҙАғайҠустыАпайҺеңлеОлатайӨләсәй
Үгәй атайҮгәй әсәйҮгәй улҮгәй ҡыҙСводные брат/сестра
БабайИнәйАғайҙың йәки апайҙың улыАғайҙың йәки апайҙың ҡыҙы
ҠоҙаҠәйнәҠайныБейемБикәс
БалдыҙҠәйнешҠайнағаҠәйенбикәКиленКейәү
Внучатая племянницаБажаАпһынҠәйенеңгәҠәйенеҙнә

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Категория: Ғаилә