Әмиров Рәиф Ҡәҙим улы
Әмиров Рәиф Ҡәҙим улы | |||
Тыуған көнө | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Балтас районы Нажар ауылы | ||
Ил |
СССР, Россия | ||
Ғилми даирәһе |
әҙәбиәт ғилеме | ||
Эшләгән урыны | |||
Альма-матер |
Бөрө дәүләт педагогия институты | ||
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре докторы (1986) | ||
Ғилми исеме |
профессор (1987) | ||
Ниндәй өлкәлә танылған |
башҡорт әҙәбиәте белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы | ||
Награда һәм премиялары |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992) | ||
Әмиров Рәиф Ҡәҙим улы (3 ноябрь 1941 йыл) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытусыһы. 1971 йылдан — КПСС, 1981 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1986), профессор (1987), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2001), Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991). Татарстан Республикаһының Ҡол Ғәли исемендәге халыҡ‑ара (1998), «Мәғрифәт» Бөтә Рәсәй мәғариф фондының Башҡортостан республика бүлексәһе, Мишкә һәм Ҡалтасы райондары хакимиәттәре булдырған Яныш Ялкайн исемендәге (2012) премия лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәиф Ҡәҙим улы Әмиров 1941 йылдың 3 ноябрендә Башҡорт АССР-ы (1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы Балтас районы Нажар ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Бала саҡтан һәр төрлө эшкә күнегеп үҫә, уҡыуға һәләтле һәм әүәҫ була, йәйге ял ваҡыттарында ғына түгел, йылдың башҡа осорҙарында ла тыуған колхозының төрлө эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Үҙ ауылында башланғыс, күршеләге Еләҙекүлдә ете йыллыҡ, Үрге Ҡарышта урта мәктәпте тамамлай. 1958 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә.
Тәүге көндәрҙән үк бар фәндәрҙән дә алдынғы була, күп уҡый, йәмәғәт әштәренән дә ситләшмәй. Үҙен тырыш итеп күрһәткән, ҡушылғанға яуаплы ҡараған һәм белем кимәле менән күптәрҙән алдым булған Рәиф Әмиров һуңғы курста филология факультетының әҙәбиәт кафедраһы ассистенты вазифаһында үҙе студенттар уҡытыуға йәлеп ителә.
1963 йылда институтты тамамлап, юғары белем тураһында диплом алған йәш белгес йүнәтмә менән БАССР-ҙың Бөрө районы Иҫке Баҙан мәктәбендә үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай, уҡытыусы бурыстарына өҫтәп, директор урынбаҫары вазифаһын да башҡара, алдағы уҡыу йылында Нуриман районы Байгилде мәктәбендә эшләй.
Институтта уҡыу дәүерендә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән Рәиф Әмировҡа 1965 йылда аспирантураға инергә тәҡдим итәләр. 1968 йылда ул Н. К. Крупская исемендәге Мәскәү өлкә педагогия институтының совет әҙәбиәте кафедраһы аспиранты була һәм, уҡыуын уңышлы тамамлап, башҡорт әҙәбиәте буйынса 1917—1971 йылдарҙа башҡорт совет очеркының үҫеш темаһына арналған кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Артабан 1968—1974 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡыта, был дәүерҙә әҙәбиәт кафедраһында доцент вазифаһына һайлана. 1974 йылда Өфөгә күсеп, Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) педагогик һәм фәнни эшмәкәрлеген дауам итә. 1986 йылда башҡорт әҙәбиәтендә әҙәби-публицистик жанрҙарҙың тарихи үҫеше темаһына «филология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертацияны уңышлы яҡлай, 1987 йылдан — әҙәбиәт кафедраһы профессоры. Төп эше менән бер рәттән 1984—2010 йылдарҙа ошо кафедра мөдире, күп йылдар филология факультеты деканы вазифаларын башҡара. Республикабыҙҙың ике педагогия институтында фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн Рәиф Ҡәҙим улына хаҡлы рәүештә «Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәр биреү хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1981 йылда СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителгән Рәиф Әмиров был ижади ойошманың эшендә әүҙем ҡатнаша: ул күп йылдар очерк һәм публицистика секцияһын етәкләне. Ул шулай педагог һәм институт ғалиме булараҡ «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының редколлегия ағзаһы. Быларҙан тыш, Бөтә союз «Белем» йәмғиәтенең Башҡортостан ойошмаһында мәҙәниәт секцияһы рәйесе, республиканың Тәбиғәтте һаҡлау буйынса йәмәғәт советы ағзаһы булды.
Фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәиф Әмиров үҙенең фәнни һәм педагогик эшмәкәрлеге менән Башҡортостандан ситтә лә киң танылыу алды. Ғилми өлкәгә килгәндә, ул бигерәк тә әҙәби тәнҡит йүнәлешенгдә әүҙем эшләй. Уның тәүге тәнҡит мәҡәләре, теге йәки был әҫәрҙәргә рецензиялары республика гәзиттәрендә, «Ағиҙел» журналы биттәрендә ХХ быуаттың алтмышынсы йылдары урталарында күренә башлай. Үҙенең кандидатлыҡ диссертацияһы темаһына ярашлы башта ул әҙәби очерк һәм публицистика мәсьәләләренә ныҡлы иғтибар бирә. 1977 йылда донъя күргән «Тормош алҡынында» исемле әҙәби тәнҡит мәҡәләләре йыйынтығы бының асыҡ миҫалы.
Ә инде 1982 йылда рус телендә нәшер ителгән ярайһы уҡ күләмле «Иртәгәгә атлау өсөн» («Чтобы шагнуть в завтра») китабы әҙәби тәнҡитсенең ижад офоҡтарының һиҙелерлек киңәйеүен күрһәтте, ғалимдең әҙәбиәт тарихы һәм теорияһының көнүҙәк мәсьәләренә битараф булмауын дәлилләне. Башҡорт әҙәбиәтендәге әҙәби-публицистик жанрҙар үҫешен тарихи күҙлектән тикшеренеүҙәре нигеҙендә Рәиф Ҡәҙим улы 1986 йылда «филология фәндәре докторы» дәрәжәһенә диссертация яҡланы. Артабанғы өс тиҫтәгә яҡын арауыҡта тәнҡитсе ижадының проблематикаһы күҙгә күренеп киңәйҙе, ул Рәсәйҙең милли әҙәбиәттәренең жанр һәм стиль үҙенсәлектәрен фәнни күҙлектән өйрәнеүгә лә күп көс һалды. Уның тәнҡит мәҡәләләре төрлө фәнни йыйынтыҡтарҙа, үҙәк матбуғатта даими донъя күреп килә. Башҡортостан әҙәби тәнҡитселәре араһында ул иң әүҙемдәр рәтендә.
XXI быуат башында Рәиф Әмиров үҙен тәржәмә һәм драматургия өлкәләрендә лә һынап ҡараны. Нәтижәлә 2011 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты нәшриәтендә «Был бары уйын ғына» тигән исем аҫтында әҙиптең пьесалары һәм ғәрәп теленән тәржемәләре донъя күрҙе.
Ғилми хеҙмәттәре һәм китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирский советский очерк (1917—1971 гг.): Автореф. — М., 1967. — 20 с. (рус.)
- Молодой жанр молодой литературы: о башкирской прозе. // Уч.зап./ Моск. обл. пед. ин-т им. Н. К. Крупской. Т.187. Советская литература. — М., 1967. — Вып.8. — С. 113—122. (рус.)
- Тормош алҡынында: Әҙәби тәнҡит мәҡәләләре. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1977. — 169 бит.
- Чтобы шагнуть в завтра: Литературно-критические статьи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1982. — 280 с. (рус.)
- Летопись современности: Литературно-критические статьи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1985. — 272 с. (рус.)
- Формирование и развитие художественно-публицистических жанров в башкирской литературе: автореф. — Ташкент, 1986. — 34 с. (рус.)
- Человек во времени: Литературно-критические статьи. — М.: Современник, 1991. — 225 с. (рус.)
- Реклама и мы. Особенности национально-региональной рекламы. — Уфа, Китап, 2001. — с. (рус.)
- За наше и ваше завтра: о творчестве А. Генатуллина в контексте лейтенантской прозы: — Уфа: Гилем, 2012. — 123 с. (рус.)
- Был бары уйын ғына: пьесалар, ғәрәпсәнән тәржемәләр. — Өфө: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, 2011. — бит.
- Бикмәттә лә тауҙар бар: Суфиян Сафуанов ижады тураһында. — Өфө: Китап, 2013. — 201 бит.
- Святая душа: о творчестве Мариуса Максютова. — СПб, 2013. — 120 с. (рус.)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2001)
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992).
- Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәр биреү почётлы хеҙмәткәре.
Әҙип ваҡытлы матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәиф Әмировҡа — 50 йәш. // «Башҡортостан уҡытыусыһы», 1991 йыл, № 11.
- Байбурин Ғ. Тынғыһыҙ йән: (Р. Әмировҡа — 50 йәш). // «Ҡыҙыл таң», 1991 йыл, 5 ноябрь.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- 3 ноябрҙә тыуғандар
- 1941 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Балтас районында тыуғандар
- Филология фәндәре докторҙары
- Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессорҙары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- КПСС ағзалары
- Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡорт яҙыусылары
- «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Башҡорт әҙәбиәте белгестәре