Игнатенко Сергей Николаевич
Игнатенко Сергей Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 ноябрь 1955 (69 йәш) |
Һөнәр төрө | рәссам |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Игнатенко Сергей Николаевич (3 ноябрь 1955 йыл) — СССР һәм Рәсәй рәссамы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2004).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игнатенко Сергей Николаевич 1955 йылдың 3 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1982 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының художество бүлеген тамамлай.
Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының дәүләт стипендиаты (2006).
Сергей Николаевич Өфөлә йәшәй һәм эшләй.
1991 йылдан СССР (Рәсәй Федерацияһы) Рәссамдар союзы ағзаһы. «Март» ижади төркөмө ағзаһы (1989—1993).
Ҡатыны, Игнатенко Светлана Владиславовна[1] (1956 йылда тыуған), — М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры урынбаҫары, Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. «Бельские просторы» журналының редколлегия ағзаһы.
Игнатенко Сергей Николаевич — Башҡортостандың һынлы сәнғәттәге концептуаль йүнәлешенең сағыу вәкиле.
Рәссам әҫәрҙәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), МРСИ (Джерси-Сити, АҠШ), Алла Булянская галереяһында (Мәскәү, Үҙәк рәссамдар йорто), «Academia» сәнғәт академияһында (Өфө, УГАЭС), «Сәнғәт» галереяһында (Өфө), «Мираҫ» галереяһында (Өфө), Нефтекама «Мираҫ» картиналар галереяһында (Башҡортостан Республикаһындағы Нефтекама ҡалаһы), «Янғантау» курорт ҡаласығында (Башҡортостан Республикаһының Салауат районы, «Янғантау» шифаханаһы) һаҡлана.
Эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Һунарсылар» (1987), «Инвалид (Тир)», (1988), «Марионеткалар» (1988), «Эт майҙансығы» (1989), «Дуҫтар» (1990), «Пир» (1990), «Человек в коконе» (1996), («Киске аш», 1993; «Поцелуй Иуды», (1994) һәм тәрегә ҡаҙаҡлау алдынан төндә Ғайсаның ғазаплы уйҙары («Гефсиманская ночь», 1994; «Гефсиманская ночь — II», 1998), «Фәрештә», 1992, һәм «пәйғәмбәр»- фәрештәләре («Зәңгәр фәрештә», 1993), «Ангелы в березовом лесу», 1999, «Душа отлетела», 1999, «Натюрморт с красным» (1997), «Натюрморт с розовым» (1998), «Натюрморт с белым» (2000), «Красное и чёрное» (2001), «Красный натюрморт» (2001), «Розовый натюрморт» (2001), «Белое, чёрное, серое» (2002), «Красное, белое, чёрное» (2003), «Деревенская церковь» (2007). «Портрет девушки в шляпе» (1994), «Портрет N в шляпе» (1995), «Портрет неизвестного в чёрном» (1996), «Стоящая женщина» (1997), «Флора» (1998), «Юноша с книгой» (2007), «Фрагмент» (2000, 2001, 2003, 2004) и «Калмычка» (2002). «Портрет Филонова», (1988).
Игнатенко — киң танылыу алған, шешәләр менән натюрморт авторы (уратып алған донъяның ыуалыусанлығы менән ассоциация)[2].
Ҡатнашҡан күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1977 йылдан алып Игнатенко республика, декада, зона, төбәк, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2004).
- Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының дәүләт стипендиаты (2006).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979
- БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970.
- Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1974.
- Башкирская энциклопедия. т. 4, Уфа, 2006.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Океан времени Сергея Игнатенко. Основы навигации. Современные художники Башкирии.
- Игнатенко Сергей Николаевич (Уфа) Сайт союза художников Республики Башкортостан.
- Игнатенко Сергей Николаевич 2018 йыл 20 апрель архивланған. http://artru.info/ 2018 йыл 20 апрель архивланған.
- Картины художника Игнатенко Сергея Николаевича 2018 йыл 19 декабрь архивланған.