Сәлихов Кев Миңнулла улы
Сәлихов Кев Миңнулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй СССР |
Тыуған көнө | 3 ноябрь 1936 (87 йәш) |
Тыуған урыны | Бәләбәй районы, Башҡортостан Республикаhы |
Һөнәр төрө | физик |
Эш урыны | Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
Уҡыу йорто | Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы һәм Комиссия по борьбе с лженаукой и фальсификацией научных исследований[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Сәлихов Кев Миңнулла улы Викимилектә |
Кев Миңнулла улы Сәлихов (3 ноябрь 1936 йыл) — физика-математика фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, парамагнетиктар, томография, нанолитографияла спин системалары динамикаһы өйрәнеү өлкәһендә төп белгес, Е. К. Завойский исемендәге Ҡазан физика-техник институты директоры һәм Ҡазан ғилми үҙәге рәйесе урынбаҫары, Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһы вице-президенты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1936 йылдың 3 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы Ҡыҙыл йылға ауылында тыуған[1].
1959 йылда В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университетының физика факультетын тамамлай.
1959 йылдан алып 1962 йылға тиклем СССР Фәндәр академияһының юғары молекуляр берләшмәләре институты аспирантураһында белем ала.
1963 йылда Ҡарағанда ҡалаһында Политехник институтта эшләй[1].
1963 йылдан 1988 йылға тиклем СССР-ҙың Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Химик кинетика һәм яныу институтының ғилми хеҙмәтҡәре булып эшләй.
1968—1988 йылдарҙа — доцент, Новосибирск дәүләт университетының дөйөм һәм теоретик физика кафедраһы профессоры.
1989 йылдан — В. И. Ульянов — Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университетының химик физика кафедраһы мөдире.
1988 йылдан — Е. К. Завойский исемендәге Ҡазан физика-техник институты директоры.
Фәнни эшмәкәрлеге химик һәм медицина физикаһы, радиоспектроскопия, квант информатикаһы проблемаларына арналған. Сәлихов тарафынан тышҡы магнит ҡырҙарының радикаль реакцияларға йоғонтоһо, изотоплы магнит эффекты теориялары эшләнә; радикаль парҙар рекомбинацияһы ихтималлығының ҡыр бәйләнешлелегенең экстремаль характерҙа булыуы алдан әйтеп бирелә һ.б.[1].
230-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Инглиз һәм немец телдәрен белә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ике балаһы бар.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салихов К. М., Семёнов А. Г., Цветков Ю. Д. Электронное спиновое эхо и его применение. — М.: Наука, 1976.
- Замараев К. И., Молин Ю. Н., Салихов К. М. Спиновый обмен. — М.: Наука, 1977.
- Бучаченко А. Л., Сагдеев Р. З., Салихов К. М. Магнитные и спиновые эффекты в химических реакциях. — Новосибирск: Наука, 1978.
- Салихов К. М. 10 лекций по спиновой химии. — 2000.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин премияһы лауреаты — фән һәм техника өлкәһендә (1986), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995)[2]
- ЭПР Халыҡ-ара йәмғиәтенең алтын миҙалы,
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2007)[3]
- «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
- «РИКЕН ғилми үҙәгенең билдәле ғалимы» исеме (Япония)
- Татарстан Республикаһының дәүләт премияһы лауреаты — фән һәм техника өлкәһендә (1998)
- Александр фон Гумбольдт исемендәге халыҡ-ара фондының премияһы лауреаты (Германия, 2001)
- ,Е. К. Завойский исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты (2004)
- Бөйөк Британия Король химик йәмғиәтенең Брукер премияһы лауреаты (2012)[4].
- «Татарстан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2006)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/11520-s-likhov-kev-mi-nulla-uly 2016 йыл 21 апрель архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 11 октября 1995 года № 1036 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2014 йыл 19 февраль архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 10 мая 2007 г. № 617 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2015 йыл 5 май архивланған.
- ↑ Юлия Файзрахманова. Казанский физик Кев Салихов удостоен Брукеровской премии 2019 йыл 8 май архивланған. // Вечерняя Казань. — 6 апреля 2012 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү][1] 2016 йыл 21 апрель архивланған.
- 3 ноябрҙә тыуғандар
- 1936 йылда тыуғандар
- Бәләбәй районында тыуғандар
- Ҡазан университетын тамамлаусылар
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Ленин премияһы лауреаттары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар