Талипов Рид Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Талипов Флорит Сәлих улы битенән йүнәлтелде)
Талипов Рид Сергеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Беларусь
Тыуған көнө 3 ноябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Уҫман, Балтаc районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Балтаc районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 21 февраль 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Минск, Беларусь
Һөнәр төрө драматург-режиссёр
Эш урыны Якуб Колас исемендәге милли академия драма театры
Уҡыу йорто Театральный институт имени Бориса Щукина[d]
Рәсәй театр сәнғәте университеты

Талипов Рид Сергеевич (төп исеме Талипов Флорит Сәлих улы; 3 ноябрь 1948 йыл — 21 февраль 2011 йыл) — белорус театр режиссёры, Якуб Колас исемендәге милли академия драма театрының художество етәксеһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флорит Сәлих улы 1948 йылдың 3 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Балтас районы Уҫман ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Свердловск машиналар эшләү заводында слесарь һәм гравер булып башлай. Свердлов киностудияһында рәссам-аниматор, Минск ҡалаһының 81-се мәктәбендә рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы булып эшләй. Б. В. Щукин исемендәге юғары театр училищеһының һәм Мәскәүҙә А. В. Луначарский исемендәге дәүләт театр сәнғәте институтының режиссёр бүлеген тамамлаған.

1989 йылдан алып — Белоруссияла Минск ҡалаһында Еңеү паркындағы беренсе антреприза театр-студияның художество етәксеһе һәм директоры, «АРТ», «АРТ-Центр» театр-студияһының художество етәксеһе булып эшләй, шулай уҡ 1997 йылға тиклем Республика сәнғәт программалары дирекцияһы янындағы театр-студияны етәкләй.

35 йыл ижади эшмәкәрлеге эсендә (1976—2011) Беларуста, Рәсәйҙә, Австрияла, Словенияла, Германияла, Польшала 50-ләп спектакль ҡуя, һәм улар халыҡ-ара театр фестивалдәрендә сценографик һәм режиссёрлыҡ маһирлығы өсөн юғары наградаларға лайыҡ була, актёрҙар юғары башҡарыу оҫталығы өсөн приздар алыуға өлгәшә. Улар араһында Леонид Андреевтың «Екатерина Ивановна» (2001 йыл), Максим Горькийҙың «Васса» (2007 йыл) әҫәрҙәре лә була.

2000 йылдан Белорусь дәүләт сәнғәт академияһында режиссура кафедраһы доцент булып эшләй.

2009 йылдың 31 мартынан — Якуб Колас исемендәге Милли академия драма театрында художество етәксеһе. 2010 йылдың ғинуарында А. Островскийҙың «Аҡыл эйәләре…» пьесаһы буйынса Талипов ҡуйған спектаклдең премьераһы үтә; һуңғы спектакле — «Квартет». К. Крапиваның «Үлемһеҙлек ҡапҡалары» әҫәре буйынса ла эш алып барылған була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • СССР Мәҙәниәт министрлығының һәм театр эшмәкәрҙәре союзыының (1989), Польшаның сәнғәт һәм мәҙәниәт министрлығы (1990) грамоталары һәм дипломдар.
  • Беларусь Республикаһы Президентының махсус премияһы (2001) — театр сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн.
  • Федор Тютчев исемендәге миҙал (Рәсәй, 2004)
  • «Белорусь әҙәби-художество тәнҡитселәре берләшмәһе» Республика йәмәғәт берекмәһенең дипломы (2005—2011) — иң яҡшы сәхнә әҫәре һәм сценография өсөн.
  • «Белая Вежа» Халыҡ-ара театр фестивалендә Гран-при (1996)
  • «Славянские театральные встречи» халыҡ-ара театр фестивалендә Гран-при, «Иң яҡшы режиссура өсөн» дипломы (2003)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]