Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 22 октябрь 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Ғүмәр, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Кушнаренко районы
Вафат булған көнө 12 октябрь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (57 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Өфө, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө мосолман зыяраты
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940)
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы (22 октябрь 1912 йыл — 12 октябрь 1970 йыл) — 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. Уҡсылар полкының взвод командиры, өлкән лейтенат (1944). Советтар Союзы Геройы (1943).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәлих Шәйбәк улы Вәлиев 1912 йылдың 22 октябрендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Ғүмәр ауылында[1] тыуған.

1940 йылдан алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 йылда кесе лейтенанттар курстарын тамамлаған. 1941 йылдың июленән Көнбайыш, Брянск, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 309‑сы уҡсылар дивизияһы 957‑се уҡсылар полкы взвод командиры кесе лейтенант Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы 1943 йылдың 24 сентябрендә Украина ССР‑ы Балыко‑Щучинка ауылы янында Днепрҙы аша сыҡҡанда һәм уң яҡ ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Ленин (1943), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыуған ауылында Вәлиев Сәлих Шәйбәк улына — һәйкәл, Өфөләге ул йәшәгән йортҡа һәм Иҫке Ғүмәрҙәге мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Советтар Союзы Геройы (1943)
  • Ленин ордены (1943)
  • 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]