Эстәлеккә күсергә

Мөҙәрисов Миңлеғәли Закир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөҙәрисов Миңлеғәли Закир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 февраль 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Кушнаренко районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 25 март 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө тренер
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный тренер РСФСР

Мөҙәрисов Миңлеғәли Закир улы (23 февраль 1947 йыл24 март 2015 йыл) — СССР биатлонсыһы, биатлон буйынса СССР һәм Рәсәй тренеры. 1995—2003 йылдарҙа Рәсәй Йәйге биатлон һәм ғәмәли күпбәйге федерацияһының тренерҙар советы рәйесе. Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1989) һәм бөтә Союз категориялы судья (1983), биатлон буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1971). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006).

Миңлеғәли Закир улы Мөҙәрисов 1947 йылдың 23 февралендә Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Үгеҙ ауылында тыуған.

1976 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын  

Новосибирск ҡалаһының «Динамо» (тренеры И. Н. Овчинников) һәм Өфөләге «Труд» (тренеры М. С. Алсынбаев) спорт йәмғиәттәре тәрбиәләнеүсеһе. Биатлон буйынса шәхси уҙышта РСФСР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призеры (1974).

1978 йылдан алып ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитетының биатлон һәм хәрби-практик күпбәйге буйынса тренер-уҡытыусыһы, 1980 йылдан алып - ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитетының өлкән тренер-уҡытыусыһы .

  • 1988-1989 йылдарҙа — РСФСР һәм СССР ДОСААФ-ының биатлон буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы тренеры,
  • 1994-2003 йылдарҙа — йәйге биатлон буйынса ДОСААФ-РОСТ йыйылма командаһының өлкән тренеры,
  • 1995-2004 йылдарҙа — хәрби-ғәмәли күпбәйге буйынса республика спорт-техник клубы етәксеһе.

2004 йылдан — Стәрлетамаҡ физик культура техникумының спорт ҡоролмалары мөдире. 2009 йылдан биатлон буйынса республика балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы спорт мәктәбенең (Өфө) тренер-уҡытыусыһы.

Уның тәрбиәләнеүселәре араһында биатлон буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары Александренко Галина, Любовь Дюпина, Ғарифуллин Рөстәм, йәйге биатлон буйынса халыҡ-ара класслы Рәсәй спорт мастерҙары Нурия Мөҙәрисова, О. Качалкова һәм 30-ҙан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастерҙары.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Йәйге биатлон һәм ғәмәли күпбәйге федерацияһының тренерҙар советы рәйесе (1995-2003).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1989)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006).
  • Бөтә Союз категориялы судья (1983).
  • Ҡатыны — Нурия Мөҙәрисова (ҡыҙ фамилияһы Нуретдинова), йәйге биатлон буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры[1]. Ике ҡыҙы бар.