Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы
Тыуған көнө 15 февраль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Кушнаренко районы
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Өфө
Һөнәр төрө ғалим

Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы (15 февраль 1936 йыл3 октябрь 2008 йыл) — ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1978), профессор (1985). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нәжип Хәтмулла улы Вәлитов 1936 йылдың 15 февралендә Башҡорт АССР-ының Топорнин районы[1] Ҡарасайылға ауылында тыуған.

1959 йылда Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң «Башнефтепроект» институтының Салауат филиалында эшләй; 1962 йылдан алып Салауат нефтехимия комбинатының тәжрибә‑тикшеренеүҙәр заводында (1970 йылдан башлап директор); 1974 йылдан — «Башнефтехимзаводы» территориаль берекмәһенең начальник урынбаҫары, 1976 йылдан — баш инженеры; 19872003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вәлитов Нәжип Хәтмулла улының фәнни-производство эшмәкәрлеге сәнәғәт катализаторҙарының физик‑химик үҙенсәлектәрен, каталитик реакцияларҙың кинетикаһын һәм механизмын тикшереүгә арналған. Нәжип Хәтмулла улы етәкселегендә нефть яғыулыҡтарын, шул иҫәптән уларҙың юғары калориялы һәм экологик таҙа төрҙәрен, бутил спирттары, синтетик май спирттары, метилэтилкетон, пластификатор, аммиак, техник водород һәм башҡалар етештереүҙең яңы технологиялары эшләнгән һәм етештереүгә индерелгән; республика нефть эшкәртеү заводтарының технологик ҡорамалдары үҙгәртеп ҡоролған.

Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы шәхсән үҙе нефть химияһының, үҙе асҡан күренештәргә нигеҙләнеп, 9 конкурентҡа һәләтле технологияһын эшләгән һәм етештереүгә индергән, был 80-се йылдар аҡсаһы менән йылына 20 млн һум иҡтисади эффект биргән. СССР Юғары аттестация комиссияһы рәйесе һәм Халыҡ-ара фәнни һәм техник мәғлүмәт үҙәге уның докторлыҡ диссертацияһын унынсы биш йыллыҡ йылдарында иң әһәмиәтле тип таный, уның асыштары ил һәм донъя фәне үҫешенә ҙур өлөш индерә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 23 уйлап табыу авторы.

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Вакуумные колебания при химическом возбуждении атомов, молекул и хаотичность силовых линий электромагнитного и гравитационного поля. Өфө, 1997;
  • Электромагнитные и гравитационные взаимодействия виртуальных диполей, Т‑инвариантность, мгновенность, периодичность равновесных процессов, универсальность изотермически десорбируемых и термодесорбируемых частиц. Өфө, 2002.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1981)
  • СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976)
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (1986)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]