Эстәлеккә күсергә

Березники (Барҙы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Березники (Ҡайын ауыл)
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙы районы

Координаталар

56°58′58″ с. ш. 55°33′11″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Этнохороним

бирзнәкләр, ҡайынауыллар

Телефон коды34299
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 000 045

ОКТМО коды

57 604 410 101

ГКГН номеры

0347230

Березники (Ҡайын ауыл) (Рәсәй)
Березники (Ҡайын ауыл)
Березники (Ҡайын ауыл)
Березники (Барҙы районы) (Пермь крайы)
Березники (Ҡайын ауыл)

Березники (Ҡайынауыл, Бирезнәк, Ҡайын[1]; рус. Березники) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Березники ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618153, ОКАТО коды — 57204810001.

Ауыл район үҙәге Барҙа ауылынан яҡынса 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 464 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 204 ир һәм 260 ҡатын[2]. 2005 йылда ауылда 515 кеше йәшәгән[3].

Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.

Березники ауылы Тайни улусына кергән. Башҡортостандағы кантон идара итеү системаһы ваҡытында 1-се башҡорт кантонының 4-се йортона ҡараған. Халыҡ араһында ауыл Бирзнәк, Ҡайын ауыл тип исемләнгән[4].

Ревизия мәғлүмәттәре буйынса 1816 йылда ауылдың 74 йортонда 204 ир һәм 200 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1834 йылда 98 йортта 267 ир һәм 257 ҡатын-ҡыҙ, 1859 йылда 150 йортта 438 ир һәм 379 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән[4].
Профессор Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Ауылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, 20-се башҡорт полкы яуғиры, зауряд-сотник Әлекәй Сабит улы Мораҡаев (Аликай Сабитович Муракаев) йәшәгән[4].

1868 йылда ауылдың йәмиғ мәсете эргәһендәге мосолман мәктәбендә 50 малай һәм 40 ҡыҙ белем алған[4].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Әлекәй Сабит улы Мураҡаев — 20-се Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры.
  1. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 364. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  2. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  3. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.