Батырбай
| Ауыл | |||||
| Батырбай | |||||
| |||||
| Ил | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| Федерация субъекты | |||||
| Муниципаль район | |||||
| Координаталар | |||||
| Милли состав | |||||
| Телефон коды | 34261 | ||||
| Һанлы танытмалар | |||||
| Автомобиль коды |
59, 81, 159 | ||||
| ОКАТО коды | |||||
| ОКТМО коды | |||||
Батырбай — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Брюзли ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618162, ОКАТО коды — 57204816002.
Ауыл район үҙәге Барҙа ауылынан яҡынса 14 км көнсығыштараҡ урынлашҡан.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылдың 14 октябрендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 105 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 47 ир һәм 58 ҡатын-ҡыҙ[1].
2005 йылда ауылда 174 кеше йәшәгән[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Батырбай ауылын 1814 йылда Удик (Елпачиха), Мостовая, Ҡыҙылъяр, Аҡлыш, Барҙа, Ишим, Усть-Тунтор, Чалково исемле башҡорт ауылдарынан сығыусылар ниғеҙләгән[3]. 1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса ул ваҡытта ауылда Елпачиха ауылынан күсеп килеүсе һәм 20 кешенән торған 4 ғаилә иҫәпкә алынған[3]. 1834 йылда Батырбайҙа 176, ә 1859 йылда 247 башҡорт йәшәгән[3]. Ауылда керҙәштәр булмаған[3].
1834 йылда ауылда йәшәүсе 176 кеше 40 ат, 100 һыйыр, 50 һарыҡ, 10 кәзә аҫраған, 15 күс бал ҡорто тотҡан[3].
Батырбай ауылында йәмиғ мәсете һәм уның эргәһендәге мосолман мәктәбе булған[3].
Тарихсы Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
|
Башкиры д. Батырбаево по VIII ревизии 1834 г. |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
- ↑ Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.