Эстәлеккә күсергә

Аҡлыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Аҡлыш
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙа районы

Координаталар

56°51′00″ с. ш. 55°37′00″ в. д.HGЯO

Климат тибы

уртаса континенталь

Милли состав

башҡорттар

Этнохороним

аҡлышлар, аҡлыштар

Телефон коды34292
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 000 044

ОКТМО коды

57 604 403 106

ГКГН номеры

0347236

Аҡлыш (Рәсәй)
Аҡлыш
Аҡлыш
Аҡлыш (Пермь крайы)
Аҡлыш

Аҡлыш (Аҡлуш[1]) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Төнгүк ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618161, ОКАТО коды — 57204804002.

Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 10 км көньяҡтараҡ урынлашҡан.

Ауылдың социаль инфраструктураһына балалар баҡсаһы һәм башланғыс мәктәп, фельдшер-акушер пункты, магазин, китапхана, мәҙәниәт йорто керә. Аҡлыш халҡының төп кәсебе — шәхси йорттағы баҡсасылыҡ.

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 432 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 192 ир һәм 240 ҡатын[2].

2005 йылда ауылда 470 кеше йәшәгән[3].

Аҡлыш ауылы исеме П.И.Рычковтың 1775 йылда баҫылған «Лексикон или словарь топографический Оренбургской губернии» китабында иҫкә алына[4]. 1834 йылда уҙғарылған VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 84 йортонда 522 кеше, ә 1859 йылда 126 йортта 705 кеше иҫәпләнгән[4]. Аҡлыш ауылында барлыҡ йәшәүселәр ҙә үҙҙәрен ғәйнә ырыуының аҫаба башҡорттары итеп танытҡандар[4].

Ауылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә көмөш миҙал кавалеры, 20-се башҡорт полкы яуғиры Ғәбдулла Ғәбдулла улы Савин йәшәгән[4].

1815 йылдан алып ауылдың йәмиғ мәсете эргәһендә мосолман мәктәбе эшләп килгән, 1868 йылда мәктәптә 50 малай һәм 20 ҡыҙ белем алған[4].
Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Ауылдың билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Савин Ғәбдулла Ғәбдулла улы — 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә көмөш миҙал кавалеры, 20-се башҡорт полкы яуғиры;

Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.

  1. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 363. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  2. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  3. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.