Эстәлеккә күсергә

Бисер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Бисер
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙы районы

Координаталар

56°50′46″ с. ш. 55°25′35″ в. д.HGЯO

Телефон коды34261
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 000 046

ОКТМО коды

57 604 413 101

ГКГН номеры

0347445

Бисер (Рәсәй)
Бисер
Бисер
Бисер (Пермь крайы)
Бисер

Бисер (Бисура[1], Оҙон Ялан[2]; рус. Бичурино) — Пермь крайының Барҙы районындағы тарихи башҡорт ауылы, Бисер ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Почта индексы — 618156, ОКАТО коды — 57204813001.

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 1373 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 646 ир һәм 727 ҡатын-ҡыҙ[3]. 2005 йылда ауылда 1339 кеше йәшәгән[4].

1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 63 йортонда 380 кеше йәшәгән[5]. 1834 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 78 йорттонда 537 башҡорт теркәлгән[5]. 1859 йылғы ревизияла ауылдың 165 йортонда 415 ир һәм 417 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[5].
Ауылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә көмөш миҙал кавалеры Ильмакаев Ғабдулвали Ғабдулмазит улы йәшәгән[5].
1868 йылда Бисер ауылы йәмиғ мәсете эргәһендәге мәктәптә 40 малай һәм 25 ҡыҙ белем алған[5]. Мәктәп 1830 йылдан бирле эшләп килгән[5].
Тарихсы Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Ауылдың билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 364. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  4. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Асфандияров төшөрмәләре өсөн текст юҡ