Иҫке Башап
Ауыл | |||||
Иҫке Ашап | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Климат тибы |
уртаса континенталь | ||||
Милли состав | |||||
Телефон коды | 34261 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
59, 81, 159 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
Иҫке Башап (Күперле Башап, Ашап[1]; рус. Старый Ашап) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Төнгүк ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618161, ОКАТО коды — 57204804003.
Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 14 км көньяҡтараҡ урынлашҡан.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 46 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 20 ир һәм 26 ҡатын[2].
2005 йылда ауылда 66 кеше йәшәгән[3].
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ревизия мәғлүмәттәре буйынса 1816 йылда ауылдың 11 йортонда 80 кеше йәшәгән[4]. 1834 йылда үткән VIII ревизия ауылдың 18 йортонда 59 ир-ат һәм 64 ҡатын-ҡыҙ йәшәүе тураһында мәғлүмәт теркәгән[4]. Ауылда барлыҡ йәшәүселәрҙә милләттәре буйынса башҡорт булғандар[4].
Тарихи сығанаҡтарҙа шулай уҡ ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған[4]. 1842 йылда ауылдың 116 аҫабаһы бөтәһе 344 бот икмәк сәскән, 18 йорттоң мөлкәтендә 15 ат, 80 һыйыр, 129 һарыҡ, 20 кәзә, 3 умарта һәм 1 солоҡ иҫәпләнгән[4]. Ул ваҡытта ауылда тирмән дә булған[4]. Шулай уҡ тарихи сығанаҡтарҙа 1861 йылда ауыл мәсет эргәһендә мосолман мәктәбе эшләүе тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған[4].
Профессор Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
Башкиры д. Староашапово по VIII ревизии 1834 г. |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 363. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ Численность и размещение населения Пермского края . Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
- ↑ Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района» . Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йосопов Р. М., Черных А. В., Шитова С. Н. Пермь башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.