Эстәлеккә күсергә

Аҡбаш (Барҙы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Аҡбаш
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙы районы

Координаталар

56°57′35″ с. ш. 55°14′20″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Телефон коды34261
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 000 043

ОКТМО коды

57 604 441 106

ГКГН номеры

0347447

Аҡбаш (Рәсәй)
Аҡбаш
Аҡбаш
Аҡбаш (Барҙы районы) (Пермь крайы)
Аҡбаш

Аҡбаш (Әмжебаш[1]) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Фиҙеркә ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618157, ОКАТО коды — 57204843004.

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 540 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 264 ир һәм 276 ҡатын[2]. 2005 йылда ауылда 633 кеше йәшәгән[3].

Рәсәйҙең архив сығанаҡтарында Аҡбаш ауылы тәүге тапҡыр 1780 йылда иҫкә алынған[4]. Тап шул йылда ауылда йәшәүсе Петр Аҡбашев Аҡбаш баҡыр рудниғын аса[4].
1816 йылда үткәрелгән ревизия ауылдың 40 йортонда 100 ир һәм 88 ҡатын-ҡыҙ теркәгән[4]. 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 64 йортонда 145 ир һәм 169 ҡатын-ҡыҙ йәшәүе тураһында билдәле[4]. 1859 йылда үткәрелгән ревизия ауылдың 84 йортонда 266 ир һәм 240 ҡатын-ҡыҙҙы теркәгән[4].
Тарихи сығанаҡтарҙа шулай уҡ ауылдың хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған. XIX быуатта ауылда ике тирмән булған[4].
1842 йылда ауылда йәшәүселәрҙең мөлкәтендә 89 ат, 139 һыйыр, 57 һарыҡ, 20 кәзә һәм 73 умарта иҫәпләнгән[4].
Ауылда мәсет һәм уның эргәһендә мосолман мәктәбе эшләп килгән[4].
Ауылда йәшәүсе Хәбибулла Аҡбашев (Хабибулла Акбашев) 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡаны өсөн 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә көмөш миҙал менән бүләкләнгән[4]
Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Ауылдың билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 363. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  2. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  3. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. № 72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.