Шликбаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Шликбаш
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙы районы

Координаталар

56°42′37″ с. ш. 55°31′52″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Этнохороним

эшлекбашлар

Телефон коды34261
Цифровые идентификаторы
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 000 008

ОКТМО коды

57 604 403 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Шликбаш (Рәсәй)
Шликбаш
Шликбаш
Шликбаш (Пермь крайы)
Шликбаш

Шликбаш (Үрге Шлыҡ, Шлик[1]; рус. Верх-Шлык) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Төнгүк ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618161, ОКАТО коды — 57204804005.

Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 24 км көньяҡтараҡ урынлашҡан.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 144 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 65 ир һәм 79 ҡатын[2].

2005 йылда ауылда 233 кеше йәшәгән[3].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихи сығанаҡтар буйынса тәү башлап ауыл Шлыково исеме аҫтында билдәле[4]. Ауыл 1820 йылда Төнгүк ауылының утары һымаҡ барлыҡҡа килгән[4]. Иң тәүҙә ауылда, 1820 йылдан алып, Ғилмитдин һәм Имаметдин Монасиповтар улдары менән йәшәй башлайҙар[4]. 1825 йылда ауылға 1-се Ҡыҙылъяр ауылынан Йәнмөхәммәт Мөсәғитов (Зянмухамат Мусагитов), Төнгүк ауылынан 1826 йылда Дәүләтбай Абдулов (Давлетбай Абдулов), 1831 йылда Ғабдулшафиҡ Мөсәғитов (Габдулшафик Мусагитов), Хөснөтдин Ғәмилев (Хуснутдин Гамилев), Күзмәнән Рәхмәтулла Ҡантуғанов (Рахматулла Кантуганов) күсеп киләләр[4].

1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 7 йортонда 40 кеше, ә 1859 йылда 20 йортта 127 кеше йәшәгән, улар бөтәһе лә милләттәре буйынса башҡорт булғандар[4].

1842 йылда ауылда йәшәүселәрҙең мөлкәтендә 80 ат, 40 һыйыр, 20 һарыҡ, 24 умарта һәм 4 солоҡ иҫәпләнгән[4].

Ауылда йәмиғ мәсете һәм уның эргәһендәге мосолман мәктәбе эшләп килгән, 1868 йылда мәктәптә 20 малай һәм 10 ҡыҙ белем алған[4].
Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — Б. 363. — 544 б. — ISBN 5-295-02882-8.
  2. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 октябрь 2012. 1 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  3. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. 14 октябрь 2012 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]