Эстәлеккә күсергә

Иҫке Чат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Иҫке Чат
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙы районы

Координаталар

56°55′38″ с. ш. 55°25′38″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Телефон коды34261
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 000 027 һәм 57 204 807 003

ОКТМО коды

57 604 407 111

Иҫке Чат (Рәсәй)
Иҫке Чат
Иҫке Чат
Иҫке Чат (Пермь крайы)
Иҫке Чат

Иҫке Чат (Иҫке Сат, Ҡажмаҡты Чат[1]; рус. Старый Чад) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Барҙа ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618150, ОКАТО коды — 57204807003.

Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 10 км көнбайыштараҡ урынлашҡан.

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 131 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 63 ир һәм 68 ҡатын-ҡыҙ[2].

2005 йылда ауылда 195 кеше йәшәгән[3].

Тарихи сығанаҡтарҙа ауыл Үрге Ҡажмаҡты тип тә исемленә.

Профессор Ә.З.Әсфәндиәров фекеренсә Иҫке Чат ауылын Барҙы ауылынан сығыусылар нигеҙләгәндәр[4]. Ауылға шулай уҡ башҡа ауылдарҙан да күсеп килеүселәр булған[4]. Мәҫәлән, Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылғы VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып баҫтырған ауылда йәшәүселәр исемлегендә Удик (Елпачиха), Усть-Тунтор , Ҡуян ауылдары вәкилдәре лә бар.

1834 йылғы VIII ревизия мәғлүмәттәрендә ауыл «әҙ йортло» тип билдәләнгән[4]. Ул йылда ауылда 39 ир һәм 26 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[4].

1859 йылғы ревизия ваҡытында ауылдың 55 йортонда 118 ир-ат һәм 110 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[4].

Шулай уҡ тарихи сығанаҡтарҙа ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәттәр һаҡланған. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылдың 12 йортонда 20 ат һәм 80 һыйыр иҫәпкә алынған[4]. Ул йылда ауыл халҡы бөтәһе 600 бот икмәк сәскән[4].

1850 йылда ауылда мосолман мәктәбе эшләп килгән, 1868 йылда был мәктәптә 20 малай һәм 15 ҡыҙ белем алған[4].

Профессор Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.

  1. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 366. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  2. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  3. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 4,8 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.