Эстәлеккә күсергә

Башҡултай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Башҡултай (Пермь крайы) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Башҡултай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Пермь районы

Координаталар

57°50′45″ с. ш. 55°54′18″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар, татарҙар, урыҫтар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 246 000 201

ОКТМО коды

57 646 413 111

ГКГН номеры

0346493

Башҡултай (Рәсәй)
Башҡултай
Башҡултай
Башҡултай (Пермь крайы)
Башҡултай

Башҡултай (Баш-Ҡалтай, Башҡорт Ҡалтай[1]; рус. Баш-Култаево) — Пермь крайының Пермь районындағы тарихи башҡорт ауылы, Ҡултай ауыл биләмәһенә керә.

Пермь крайы. Башҡултай ауылы. "Батыр торҡаһы" һәйкәленән күренеш
"Батыр торҡаһы" һәйкәле. Авторы Әнәс Мырҙаҡаев. Башҡултай ауылы. Пермь крайы
"Батыр торҡаһы" һәйкәленең көмбәҙе

2010 йылдың 14 октябрендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 666 кеше теркәлгән[2].

2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ауылда 698 кеше теркәлгән[3].

Тарихсы Ә.З.Әсфәндиәровтың ғилми хеҙмәттәрендә ауылда йәшәүселәр ғәйнә ҡәбиләһенә ҡараған башҡорттар тип иҫкә алыналар[4]

Был фекер ревизия мәғлүмәттәре менән дә иҫбатлана. 1816 йылда ауылда 229, ә 1834 йылда 576 башҡорт теркәлгән[4]. 1859 йылда үткәрелгән X ревизия ауылда 441 ир һәм 354 ҡатын-ҡыҙҙың йәшәүе тураһында мәғлүмәт бирә[4].

Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

XIX быуатта ауылда шулай уҡ мәсет һәм тирмән булған[4].

Ауыл янында тимер дүңгәләктәрҙән торған, бейеклеге 7 метрға етә яҙған монументаль һәйкәл эшләнгән. Уны ябай слесарь-сантехник Әнәс Мырҙаҡаев тимер торбаларҙан киҫеп дүңгәләктәр эшләп беркетеп яһаған. "Батыр торҡаһы" тип атаған ул үҙенең башҡорт батырҙарына бағышланған әҫәрен. Эш 4,5 йыл буйы барған.

Автор вафат булған[5]

Әнәс Мырҙаҡаев үҙе тураһында бик күп яҡты иҫтәлектәр ҡалдырған кеше. Ул Псков өлкөһенә бер нисә йыл барып, шунда емерелеп ятҡан ҡәбер һәйкәлдәрен, ҡоймаларын тәртипкә килтергән,ә тыуған ауылдарында һуғыш ҡорбандарына бағышлап һәйкәл һалған, ауыл зыяратының кәртәһен тәрбиәләп торған [6]

  1. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 369. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  2. Об итогах социально — экономического развития Пермского муниципального района за 2010 год и о перспективах развития в 2011 году
  3. Култаевское поселение. Пермский район 2020 йыл 14 август архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.
  5. Уникальный памятник-шлем в селе Баш-Култаево Пермского края(недоступная ссылка)
  6. В Баш-Култаево готовы приступить к строительству мечети