Мырҙаҡаев Әнәс Сабир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мырҙаҡаев Әнәс Сабир улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 20 сентябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Пермь районы, Свердловск өлкәһе, РСФСР, СССР
Башҡултай, Култаевское сельское поселение[d], Пермь районы, Свердловск өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 12 апрель 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (73 йәш)
Һөнәр төрө слесарь

Мырҙаҡаев Әнәс Сабир улы (20 сентябрь 1935 йыл12 апрель 2009 йыл) — халыҡ оҫтаһы. Пермь крайының Пермь районы Башҡултай ауылындағы «Батыр торҡаһы» һәйкәле авторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Батыр торҡаһы» һәйкәле.
Башҡултай ауылы. Пермь крайы

Әнәс Сабир улы Мырҙаҡаев 1935 йылдың 20 сентябрендә хәҙерге Пермь крайының Пермь районы Башҡултай ауылында тыуған.

Тыуған ауылында ете синыф тамамлағандан һуң, һөнәрселек-техник училищеһында электр үткәргес линиялар — ЛЭП-тарҙа бейектә эшләүсе монтажник һөнәре ала.

Атаһы Мырҙаҡаев Сабир Бөйөк Ватан һуғышы яландарында ятып ҡала. Утыҙ йыл уҙғас, улы Әнәс уның ерләнгән урынын Псков өлкәһендә барып таба. Шунда һәләк булған яугирҙарҙың туғандары һәм урындағы хакимиәт ярҙамында берлектә туғандар ҡәберлеген тәртипкә килтерәләр. Киләһе йылдан ул инде тимер йәбештереү конструкциялары тултырып барып төшә һәм ҡәбер һәйкәлен дә, ҡоймаһын да йүнәтеп ҡайта. Тулыһынса тәртипкә килтергәнсе ул бер нисә йыл Псковҡа барып йөрөй.

1985 йылда Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығына ауылдың мәҙәниәт йортонан йыраҡ түгел Әнәс Сабир улы һуғыш шәһиттәренә бағышланған өс ҡалҡандан торған обелиск эшләй. Унда шәһиттәрҙең тулы исемлеге һәм ҡайҙа һәләк булғандары ырып яҙылған. Ауылдаштары уға материалдар алыша, яҙыуҙарҙы эшләшә.

1986 йылда Ә.С. Мырҙаҡаев «Россия» колхозы балыҡ үрсетеү быуаһы эшләтергә йыйынғанын белеп ҡала, етмәһә, шунда ҙур силос соҡоро ҡаҙып ҡуйған булалар. Ә был урын «Алтынтау» тип аталған боронғо археологик ҡомартҡы тип иғлан ителгән булған. Әнәс Сабир улы Көңгөр районынан 12 тонналыҡ эзбизташ һатып алып, шул урынға килтертеп ҡуя. Ташҡа «Алтынтау»ҙың тимер быуат археологик ҡомартҡыһы булғанын яҙҙырта. Колхоз үҙ ниәтенән баш тартырға мәжбүр була.

1992 йылда Башҡултай ауылына 400 йыл тула. Ә.С. Мырҙаҡаев был ваҡиғаға 4 йыл алдан әҙерләнә башлай. Ул батыр торҡаһына һәйкәлтөҙөргә була. Тутыҡмаҫ ҡоростан дүңгәләктәр ҡырҡып эшләй ул уны. Самородок-оҫта махсус белеме булмаған көйө юғары инженерлыҡ әҫәре тыуҙыра, яңғыҙы шул бөйөк эште атҡарып сыға, ваҡыты менән дә, аҡсаһы менән дә, тимер йәбештергәндәге зарарлы эш булыуы менән дә иҫәпләшеп тормай. Уға бит хатта «Новис» предприятиеһы станоксылары менән инженерҙары кәңәшләшергә килә торған булған.

Һәйкәл Алтынтауҙа урынлаштырылған. Торҡа өс аҫҡормаға урылаштырылған. Ул өс өлөштән — ике ҡолаҡты һәм маңлай менән танауҙы һаҡлаусы бүлкәттән тора. Маңлай өлөшөнә ғәрәпсә доға яҙылған.

Ауылдың шәжәрәһен төҙөү идеяһын да ул уйлап сығара һәм ауылдашы Фаил Кәрим улы Сәйҙәшевты Башҡортостан архивтарына барырға өгөтләй. Һәм Ф. К. Сәйҙәшев ошо изге эшкә башкөллө сума, һаман эҙләнеүен, документтарҙы өйрәнеүен дауам итә.

Ауыл зыяраты кәртәһе, ҡапҡаһын да сәнғәти итеп эшләп ҡуя Әнәс Сабир улы. Уның тирәләй ағастар ултырта. Уҡыусы балалар менән Тирмән йылғаһын таҙартырға ла йөрөй.

Автобус туҡталышындағы матур павильон да — уның эше.

Вафаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ул 2009 йылдың 12 апрелендә оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат була. Тыуған ауылында ерләнгән[1]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Улы һәм ҡыҙы бар.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Сайдашев Ф. К. (Пермский район). Материалы 12-й научно-практической конференции (май 2011г.), посвященной 175-летию Пермской краевой библиотеки им. А. М. Горького

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • А. З. Асфандияров и авторский коллектив. Башкирские рудопромышленники Тасимовы. Уфа 2011. Китап. С. 22-37, 47-91, 92-107.
  • «Пермская старина» Александра Дмитриева, выпуск II, 1890г. с. 78-171.
  • Н. А. Мажитов, А. Н. Султанова, История Башкортостана (Древность. Средневековье). Уфа 2010. Китап. С. 119—121, 205—212, 234—238, 248—249.
  • Страницы истории земли Пермской, учебное пособие под редакцией А. М. Белавина. Пермь «Книжный мир» 1995. С. 76,90-94, 102—106,117-122.
  • А. М. Белавин и др. Страницы истории земли Пермской, учебное пособие, часть вторая. Пермь «Книжный мир» 1997. С. 17, 40-58.
  • ГАЙНА, история башкирских родов, том 11-й. Уфа 2015. с. 15-82.
  • Фонды Государственного архива Пермского края:
    • ФПИ: — В. Н. Шишонко, книга II с. 126—129;
    • дело 517 с. 78-89;
    • Ф 177, оп 3, д 332, листы 1-4
    • Ф 177, оп 3, д 140, листы 80-82.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]