Әйнә менән Ғәйнә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әйнә менән Ғәйнә
Жанр

риүәйәт

Автор

халыҡ ижады

Төп нөхсә теле

башҡорт

«Әйнә менән Ғәйнә»башҡорт халыҡ ижады ҡомартҡыһы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1963 йылда Пермь өлкәһе Барҙы районы Удикта — Хәйҙәрхан Ибраһимовтан, Солтанайҙа — Байрамша Бикҡужиндан, Ҡайын ауылында Ҡәүи Юлаевтан фольклорсы Ә. Н. Кирәев тарафынан ғәйнә ырыуы башҡорттарының этногенетик легендаһы яҙып алына, уларҙың варианттары «Әйнә менән Ғәйнә», «Толбуйҙар» һәм «Ғәйнә ырыуы» тип атала.

Филология фәндәре докторы Н. Ә. Хөббөтдинова билдәләүенсә, был этногенетик легенда ҡасандыр эпос булған, шунлыҡтан уны «Әйнә менән Ғәйнә» тигән боронғо эпик ҡомартҡының ярсығы тип иҫәпләргә мөмкин. Әйтергә кәрәк, ҡояшты ҡотҡарыу мотивы «Ригведа», «Маһабһаратам», «Авеста» эпостарында тотороҡло урын биләй.

Тарих фәндәре докторы Р. Ғ. Кузеев башҡорттарҙың ғәйнә менән йәнәй ырыуҙарының этнонимдарының бер-береһенә тап килеүе хаҡында фекерен белдергән һәм бының Ғәйнә менән Әйнә риүәйәтендә сағылыш табылыуын билдәләгән.

Сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәйнә башҡорттарының нәҫел башлыҡтары — ағалы-ҡустылы Әйнә һәм Ғәйнә тәүге башҡорттар рәүешендә килеп баҫа.

Башҡорттарҙың риүәйәттәрендә ата-бабаларының боланды илаһлаштырыу ауазы осрай. Был — күктәге хайуан, демиург — ҡояшты ер аҫтында тотолған тотҡонлоҡтан ҡотҡарыусы, ҡояш, ай һәм ут менән ассоциациялана, Әйнә һәм Ғәйнәнең мәҙәни геройҙарының менге хайуандары тип һанала.

Бер ваҡыт Убыр-ҡарсыҡ Ҡояшты урлап, уны Толтау аръяғындағы урман мәмерйәһендә йәшергән. Тол йылғаһы буйына, кеше йәшәмәгән ергә, Ғәйнә һәм Әйнә исемле ағай-энеләр аҡ боландарға атланып килә. Бер ваҡыт болан туҡтай һәм тояҡтары менән ерҙе ярып, мәмерйәгә юл асылған, бында туғандар Ҡояшты тапҡандар. Һуңынан Әйнә менән Ғәйнә уны ҡуржынға (тоҡҡа) һала һәм Тол буйына юл тоталар. Бында уларҙы убыр-ҡарсыҡ баҫтырыуын абайлайҙар. Ағалы-ҡустылар ҡуржынды болан мөгөҙөнә элеп, йылға аша үтәләр, ә бына убыр-ҡарсыҡ һыу аша үтә алмай яр буйында тороп ҡала. Яр буйына сыҡҡас, Әйнә менән Ғәйнә ҡуржынды бушатҡан. Ҡояш күккә олғашып, йәнә ергә, бөтә донъяға нур һибә башлаған. Ағалы-ҡустылар Тол буйында йәшәргә ҡалып, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Уларҙың вариҫтарын ғәйнәләр тип атай башлағандар. Ҡайһылары толбуйҙар йәғни Тол буйында йәшәүселәр тип атағандар.

Икенсе вариантта, Әйнәне ошо ерҙәрҙең хужаһы Тулауа исемле убыр-ҡарсыҡ үлтерә. Туғанын эҙләгән Ғәйнә ҡороҡлап ҡарсыҡты боландан төшөрөп, ҡамсы менән һуға башлағас, ул сибәр ҡыҙға әүерелә лә: «Ағаҡайым, ярма мине, мин һинең ҡатының булырмын», тип ялбара. Ғәйнә менән уның ҡатыны Тулуанан башҡорттарҙың ғәйнә ҡәбиләһе барлыҡҡа килгән.

Өсөнсө вариантта Әйнә бөтөнләй телгә алынмай. Ғәйнә батыр Толтау артында йәшәгән аждаһаны үлтереп, Ҡояшты азат итә, һәм болан мөгөҙөнә тағып уны Тол йылғаһы аша икенсе ярға күсерә. «Көн һайын ошо ваҡытта мине көт», — ти ҙә Ҡояш күккә күтәрелә. Шулай көн һайын Ҡояшты көткәндә, Ғәйнә әкренләп был урындарға төпләнә. Унан ғәйнә исемле ырыу таралған. «Ғәйнәләр — иң беренсе башҡорттар», тип тамамлана риүәйәт.

Тағы бер вариантта ағалы-ҡустылар ер аҫтында йәшерелгән һыуҙы табып алып, уны иреккә сығаралар. Тап ошонан Тол йылғаһы барлыҡҡа килә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Айна и Гайна // Башкирское народное творчество. Т. 2: предания и легенды / Сост., автор вступ. статья и комм. Ф. А. Надршина. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1987. — С. 117.
  • Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар / Төҙ., баш һүҙ авт., аңлат. бир. Ф.Нәҙершина. – Өфө: Китап, 1997. – 104–105, 106, 120-се бб.
  • Ғәйнә башҡорттары фольклоры / Авт.-төҙ. Р. Ә. Солтангәрәева, төҙ. Ф. Ф. Ғайсина. Баш һүҙ авт. Р. Ә. Солтангәрәева. — Өфө: БР ФА, «Ғилем» нәшриәте, 2012. — 172 б. ISBN 978-5-4466-0017-5
  • Илимбетова А. Ф. Олень в устном творчестве, народном искусстве и верованиях // Башкиры-гайнинцы. История и современность. –Уфа: Китап, 2012. – 165-се б.
  • История башкирских родов. Гайна. Том 11 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, А. Р. Махмудов, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — 696 с. — ISBN 978-5-85051-641-3.
  • Киреев А. Н. Этногенетические легенды и предания башкирского народа // Археология и этнография Башкирии. Т. 4. Уфа, 1971.
  • Сөләймәнов Ә. М. Аҫаба булып торғандар (ғәйнәләр ауыҙынан) // Ватандаш. – 2003. – №2. – 143-сө б.
  • Сулейманов А. М. Фольклорные материалы башкир-гайнинцев // Башкиры племени гайна. — Уфа, 2002. — С. 41-101.
  • Хөббөтдинова Нәркәс. Боронғо башҡорт эпосының ярсығы – «Әйнә менән Ғәйнә» легендаһы. // Ватандаш. – 2020. – №8. – 118—127-се бб.
  • Хуббитдинова Н. А., Юлдыбаева Г. В. Художественно-эпическая трансформация древнего эпоса об Айне и Гайне в этногенетическую легенду гайнинских башкир // Oriental Studies. 2020. Т. 13. № 2. — С. 455-464.