Вәлиев Ильяс Иштуған улы
Уҡыу көйләүҙәре
Вәлиев Ильяс Иштуған улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 25 ғинуар 1949 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Тайыш ауылы, Йонос ауыл советы, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Туған тел | башҡортса |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Вәлиев Ильяс Иштуған улы (25 ғинуар 1949 йыл) — педагогия фәндәре докторы (1999), профессор (2010), Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), Халыҡ-ара педагогия академияһының мөхбир ағзаһы (1996), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2009), Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы (1998).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ильяс Иштуған улы Вәлиев 1949 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Тайыш ауылында тыуған. Гурьев дәүләт педагогия институтын (Ҡаҙағстан) тамамлай, тарих уҡытыусыһы.
- 1969—1973 — Гурьев дәүләт педагогия институты студенты;
- 1972—1973 — Гурьев өлкәһе Макат районы Досорский һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең география уҡытыусыһы;
- 1973—1975 — Макат район «Белем» йәмғиәтенең яуаплы сәркәтибе;
- 1975—1978 — Ҡаҙаҡ ССР-ы Гурьев өлкәһенең Макат район партия комитетының сәйәси ағартыу кабинеты мөдире;
- 1978—1982 — Өфө ҡалаһының 5-се урта мәктәбе директоры;
- 1982—1984 — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары бүлеге инструкторы;
- 1984—1991 — Өфө ҡалаһындағы 1-се мәктәп-интернат директоры;
- 1991—2000 — 124-се урта мәктәп директоры;
- 2001 йыл — Башҡорт дәүләт аграр университетының тарих һәм культурология кафедраһы профессоры.
- 2002—2004 — фәнни-педагогик кадрҙары әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләү буйынса проректор, Башҡорт дәүләт аграр университеты лицейы директоры.
- 2005—2009 — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының (УГАЭС) педагогика һәм психология кафедраһы мөдире.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР-ҙың мәғариф отличнигы;
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы;
- ГДР-ҙың мәғариф алдынғыһы;
- ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы;
- СССР Мәғариф министрлығының рәхмәт хаты.
- Педагогия фәне ҡаҙаныштары өсөн ул К. Д. Ушинский миҙалы
- Этнопедагогик тикшеренеүҙәр циклы өсөн ул академик Г. Н. Волков исемендәге Халыҡ-ара премияһы
- Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү буйынса хеҙмәте өсөн М. М. Йәлил миҙалы
- «XX быуатта Рәсәй ауылы» монографияһы өсөн Т. С. Мальцев миҙалы
- «Патриотизм һәм халыҡтар» монографияһы өсөн Степан Злобин исемендәге премия
300 ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәттәр авторы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Милли һәм дөйөм кешелек: тарихи-педагогик аспект. -Өфө: Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Ғилем» нәшриәте, 2003. — 224 с.
- Мостай Кәрим: яугир, шағир, граждан. — М.: Ватан Геройҙары, 2004. С −584
- Йәмғиәт һәм инновацион мәктәп. — М.: Наука, 2005. — С. 217
- XX быуатта Рәсәй ауылы.- Өфө: Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Ғилем» нәшриәте, 2006. — С. 312
- Мостай Кәрим — донъя мәҙәниәте күренеше: ике томда. Т.I —Өфө: Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Ғилем» нәшриәте, 2007. С −480
- Мостай Кәрим — донъя мәҙәниәте күренеше: ике томда. Т.II. — Өфө: Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Ғилем» нәшриәте, 2007. — 528 б.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкортостан: краткая энциклопедия. Уфа: башкирская энциклопедия, 1996.
- Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы: энциклопедия / Редкол.: Солтанов Ю. Ю. (баш мөхәррир), Н. ф. Ахкамова (төҙөүсе), Бикташева Г. К. (яуаплы мөхәррир) һ. б. — Өфө: матбуғат Донъяһы, 2010. — С. 284:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9