Өфө-Шигер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Деревня
Уфа-Шигири
башҡ. Өфө-Шигер
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Свердловск өлкәһе

Муниципаль район

Түбәнге Серге районы

Ҡала биләмәһе

Михайловка

Координаталар

56°26′54″ с. ш. 58°55′33″ в. д.HGЯO

Халҡы

522[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Почта индексы

623078

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

66, 96

ОКАТО коды

65 228 854 002

ОКТМО коды

65 628 104 116

Уфа-Шигири (Рәсәй)
Уфа-Шигири
Уфа-Шигири
Өфө-Шигер (Свердловск өлкәһе)
Уфа-Шигири

Өфө-Шигер (рус. Уфа-Шигири) — Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районында урынлашҡан тарихи башҡорт ауылы[2], Михайловка муниципаль берәмеге составына инә.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Түбәнге Серге муниципаль районы» составына ингән Өфө-Шигер ауылы «Михайловский муниципаль берәмеге»нә инә, Түбәнге Серге ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 35 километр алыҫлыҡта, урманлы урында, Өфө йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Ауылда Өфө йылға аша йәйәүлеләр күпере бар[3].

Топонимикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әртә (Өфө) — Шигер — Әртә һәм Түбәнге Серге райондарындағы бик боронғо башҡорт тораҡ пункттары. Был ауылдарға 1647 йылда нигеҙ һалынған. Әртә-Шигер ауылының икенсе атамаһы — Мәүлекәй, шуға оҡшаған ауылдар Пермь крайында ла бар, мәҫәлән: Иҫке Шигер.

«Шағир» — поэт; «шиғри» — шиғри, йәғни һүҙмә-һүҙ: был ауылдар ултырған ерҙәр бик матур; бынан башҡа, «ышыҡ+ер» — йылға буйындағы аулаҡ, ышыҡ ер тигәнде аңлата. Яңы урындарҙа төпләнеүселәргә тап шундай ерҙәр кәрәк булған.[4]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл халҡы ҡошсо һәм ғәйнә башҡорт ырыуҙары тоҡомдарынан[5]. Ҡайһы бер кешеләр үҙ генеалогияһын 1552 йылда Ҡазан яуланғандан һуң Урал аръяғына күсенгән татарҙар менән тоташтыра[6].

Ауылға XVI быуатта нигеҙ һалынған[3]. [7]. Башҡортостанда идаралыҡтың кантон системаһы осоронда Өфө-Шиғйер ауылы 2-се башҡорт кантонының 5-се йорто соствына ингән.

Революцияға тиклемге рәсәй ғалимы Н. Л. Скалозубов фекеренсә, Өфө-Шиғйер торағында халыҡ 1647 йылда йәшәй башлай[8].

Күрше Үрмәкәй һәм Әртә-Шиғйер ауылдары халҡы кеүек, аҫаба ерҙәрен 1755 йылдың 19 июлендә барон Строганов Сергей Григорьевичҡа һатҡанлыҡтан, ерһеҙ ҡалалар. 1748 йылда уларҙың элекке биләмәләрендә Әртә сүкеү заводы төҙөлә. Башҡорттар был урында тотҡарлыҡһыҙ йәшәү һәм ер-һыуҙар менән файҙаланыу хоҡуғына эйә булһа ла, ысынбарлыҡта сит ерҙә керҙәштәр һымаҡ йәшәгән[9]. XVIII быуаттың уртаһында ауыл халҡы үҙ аҫаба ерен билдәле урыҫ сәнәғәтселәр ғаиләһе Строгановтарға һата. 1755 йылдың 19 июлендә төҙөлгән ауыл ерен һатыу тураһында килешеүҙе үҙ китабында тарихсы Ә.З.Әсфәндиәров баҫтырған.

«1755 йылдың 5 июлендә Себер даруғаһы Өфө өйәҙе старшина мулла Ҡоҙаш Рахманғолов командаһы Шиғйер улусы башҡорттары Мөхтәр Кашаев, Һағынбай Кашаев, Сапар Ҡорһаҡов, Яҡуп Һабансин, Әжекәй Һабансин, Аҡъегет Мырҙагилдин, Мөхәмбәт Ҡасымбаев, Һоробаев, Йомаҡай Сәйетов, Мәтүк Айытов, Ҡансура Ҡанһуяров, Батыр Юлмәтев, Аҙнаш Ҡанһуяров, Ҡотош Мансуров, башҡорттар кесеһе лә, олоһо ла, Өфө крепостной эштәр идаралығы аша үҙҙәренең ышаныслы иптәштәре Мортаза Бикйәнов, Мәүлекәй Кашаев, Аҡмаш Яугилдин йөҙөндә ғали йәнәптәре генерал-лейтенант, действительный камергер һәм изге Александр һм изге Анна ордендары кавалеры Сергей Григорьевич Строганов әфәндегә, уның балаларына һәм ейәндәренә - вариҫтарына беҙ, башҡорттар, Мөхтәр Кашаев, иптәштәре менән ... бөйөк императрица Анна Ивановнаның 1736 йылдың март указына ярашлы… беҙ, башҡорттар, Өфө провинциаль канцелярияһында иҫке төркисә яҙмаға үҙ түбәбеҙҙәге ере-һыуы менән, аҫаба ерҙәребеҙҙе: Ҡошсо ыҙанынан Йылы йылғанан уң яҡлап Әртә йылғаһына һул яҡтан ҡушылған Борғатья үренә тиклем Красноуфимск ҡәлғәһенә һәм Көңгөр ҡалаһына алып барған Оло юл буйлап Ҡара Өпәй аҫаба ере ыҙаны янында Бәләкәй Алабуға йылғаһы үренә ҡойған йылға үренә һәм Оло һәм Бәләкәй Алабуғанан Әрем йылғаһын аша сығып, Әртәгә уң яҡтан ҡойған Бәрәндәм йылғаһы үренә, Шәрәм йылғаһына ҡойған тамағына һәм Өфө йылғаһына ҡойған урынға һ. б. Арыҡйылға, Олайыр йылға, яманса, Бәрҙәшйылға, Нағышйылға, Талйылға аша Ҡошсо ырыуы ыҙанына, Уртаҡурай йылғалары һәм Йоғош, Тартайылға, Әртә, Таҡлы йылғалары, ер аҫты ятҡылыҡтары - барыһы өсөн беҙ, Мөхтәр Кашаев һәм алда телгә алынған иптәштәр менән, 300 һум аҡса алдыҡ, тип купчая ҡағыҙына ҡултамға ҡуябыҙ. Тик шартыбыҙ бар: беҙ, башҡорттар, ошо һатҡан еребеҙҙә йәшәйәсәкбеҙ, урман ағасына эйә буласаҡбыҙ, йәнлектәренә, ҡоштарынә, ҡондоҙона һунар итәсәкбеҙ, ҡомалаҡ йыясаҡбыҙ, балығын уртаҡ тотасаҡбыҙ. Беҙҙең еребеҙгә башҡаларҙы индереп, тотҡарлыҡ ҡылыу булмаһын...»[8]

. Шәкүр һәм Өфө-Шиғйер ауылдарына 1773 йылдың март башында академик П. С. Паллас килгән:

«Күпселекген Өфө йылғаһы боҙо буйлап башҡорт ауылдары аша Шәкүр ауылына барҙыҡ. Бәхетле башҡорттар бында мул игенселек менән шөғөлләнә, бал ҡорто үрсетә, күп итеп мал аҫырай, ҡуйы урман ҡыраға йәнлек. Һуҫарға, боланға һунар итә. Башҡорттар даими ауылдарҙа йәшәй.

.

1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 29 йортонда 141 башҡорт йәшәгән[8] 1850 йылғы ревизия 28 йортта 175, ә 1859 йылда 29 йортта 220 йәшәүсене теркәгән[8]

1834 ауылда мәсет булған[8] Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1850 йылда үткәрелгән IX ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

  1. Әблихан Әбдрәшитов 55 йәш, 1844 й. үлгән, улы Ғәлим 34 (улдары Ғәлметдин 7, Ғәйнетдин 1 йәш).
  2. Ниғман Әбдрәшитов 38 йәш, улы Фәжетдин 5, энеһе Мәндзин 30 йәш, 1833 йылда суҡынған.
  3. Сәхип Балтағолов 53 йәш, 1848 й. үлгән, улы Мөхәмәтсаҙый 16, энеһе Бикмөхәмәт 23 йәш, 1838 й. үлгән.
  4. Динмөхәмәт Балтағолов 46 йәш.
  5. Сәғиб Балтағолов 29 йәш, 1835 й. һөргөнгә оҙатылған, энеләре Мөхәмәҙей 34 (улы Мөхәмәтйән 9), Шәмсетдин 29 (улы Камалетдин 2), Нафиҡ Балтағолов 23 йәш.
  6. Зәйет Ильясов 30 йәш, 1835 й. Себергә оҙатылған, улы Мөҡмин 40 йәш (улдары Хөсәйен 1 йәш, Ғүмәр 7, Хәсән 9), энеһе Ғосман Зәйетов (Ғиләжетдин 11 йәш).
  7. Абдуллатиф Абдулсәләмов 47 йәш, улдары Дәүләтша 10, Ғәлиәкбәр 4, энеһе Йәләлетдин 44 (улы Әхмәҙей 14 йәш).
  8. Юныс Йосопов 66 йәш, улы Юлдашбай 20 йәш.
  9. Әсиб Юнысов 53 йәш, улдары Хөснулла 24 (улы Ғиззәтулла 3), Хөснөтдин 13, Хайретдин 13, Мөхәммәт 3, энеһе Ғәли Юнысов 39 йәш.
  10. Мөхәмәҙйәр Хәйбуллин 46 йәш, улдары Мөхәмәтйәр 18, Ғәлиулла 3, энеһе Рахманғол 41 йәш.
  11. Ғөзәйер Мортазин 56 йәш, 1835 й. Себергә оҙатылған, улдары Фәйзулла 43 (улы Хисаметдин 14, Нәжметдин 12, Аҡмалетдин 8, Рәсүл 1 йәш), Нәсибулла 37 (улдары Нәбиулла 5, Төхвәтулла 2), Ғәлимулла 34 (улы Ибәтулла 5), Әлимулла 17, Кәлимулла 15 йәш.
  12. Сәйфулла Мортазин 51 йәш, 1849 й. вафат булған, улдары Сәйфетдин 32 (улы Аллаһияр 6), Ғәйнулла 22 йәш.
  13. Мозатулла Яҡупов 78 йәш, 1840 й. вафат булған, улы Бикмөхәмәт 29 (улдары Ҡорамша 4, Фәйзулла 1 йәш).
  14. Серйән Якупов 76 лет, сын Нигматулла 37 (сын Хабибулла 12 лет). :
  15. Рәхмәтулла Серйәнов 56 йәш (улдары Әхмәтулла 9, Кинжәбай 6 йәш).
  16. Йәрмөхәмәт Әлмөхәмәтов 46 йәш, улы Дусмөхәмәт 13, энеләре Бикмөхәмәт 28, 1834 й. вафат булған, Баймөхәмәт 19, 1834 й. вафат булған.
  17. Таймырҙа Яҡупов 74 йәш, улдары Ғәйнулла 37, Фәйзулла 18, вафат.
  18. Абдулнасир Абуталипов 35 йәш, 1840 й вафат булған.
  19. Мөхәмәтвәлей Әбделвәлиев 26 йәш, улы Мөхәмәтша 1, энеһе Рәхимғол 23, бабаһы Абдулатиф Әбделмәжитов 44 (улы Ибниәмин 8 йәш).
  20. Әбделвәхит Әбделкәримов 41 йәш, улы Әфләтун 1 йәш.
  21. Зәйнулла Туймырҙин 51 йәш, 1835 й. Себергә оҙатылған, улы Миңдейәр 24, никахһыҙ тыуған улы Камалетдин 8 йәш.
  22. Абсатар Әбделкәримов 62 йәш, улдары Әбделяпар 24 (улы Әбделғафар 2), Әбделхалиҡ 21 йәш.
  23. Әбделғафар Ҡотошев 56 йәш, 1837 й. вафат булған, улдары Ғәбделнасир 28, 1835 й. суҡындырылған (улы Әхмәтша 14), Ғәбделнасир 30 (улы Мөхәмәтзакир 20, Ғәбделкәбир 23 йәш).
  24. Хәйерзаман Әбделхәйеров 50 йәш.
  25. Ибраһим Ҡаҙанаев 50 йәш, 1741 й. вафат булған, улы Ғәбделбасир 37 (улдары Абдулхәсән 9, Әбделлнафиҡ 5 йәш).
  26. Әбделхәлим Ҡаҙанаев 59 йәш.
  27. Хәсән Аҡбаев 31 йәш, 1835 й. вафат булған.
  28. Абдулла Абдулваһапов 52 йәш, улдары Баһауетдин 23, Шәрәфетдин 20, Йәләлетдин 17, Шаһиәхмәт 8, Мөхәмәтулла 6 йәш.[8]

Р. Р. Аҫылғужин фекеренсә Өфө-Шиғйер ауылында башҡорт халҡының ҡошсо һәм ғәйнә ырыуҙары вәкилдәре йәшәй[10].

1920 йылғы йәниҫәп буйынса, 74 йортта 437 башҡорт иҫәпкә алынған[5].

1926 йылда Өфө-Шиғйер халҡы үҙенең башҡорт икәнен яҡшы белгән, ә 1959 йылдан — татар тип иҫәпләй башлаған[11].

Башҡортостан автономияһының тәүге йылдарында Шәкүр улусы (Өфө-Шиғйер ауылы ошо улусҡа ингән) Ҡошсо кантоны составына ингән. 1919 йылдың сентябрендә Башҡорт АСССР-ы Ҡошсо һәм Дыуан кантондары Дыуан-Ҡошсо кантоны итеп берләштерелгән, һәм ул 1922 йылда Мәсәғүт кантоны итеп үҙгәртелә. 1923 йылда был кантондың сиктәре үҙгәртелә һәм төньяҡ улустар Екатеринбург губернаһына, һуңынан Урал өлкәһенә ҡушыла[11].

Инфраструктураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл территорияһында медпункт, клуб[12]бар, унда «Шишмәкәй» вокал ансамбле һәм «Мираҫ» фольклор ансамбле, «Шатлыҡ» балалар һәм үҫмерҙәр клубы эшләй[13]

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 522 кеше йәшәй, шул иҫәптән 254 ир-ат һәм 268 ҡатын-ҡыҙ.[14]

2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 492 кеше теркәлгән[15]

Ауылдың административ бойһоноуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карта: «Өфө провинцияһының һәм Башҡортостандың юлдарға (даруғаларға) бүленеше», Красильниковтың «Ырымбур губернаһының ландскарталары», 1755 йыл

XVII—XVIII быуаттарҙа административ бойһоноу күҙлегенән Өфө-Шиғйер ауылы Башҡортостандың Өфө провинцияһы Себер юлына ҡараған[10].

Башҡортостанда кантон идаралығы осоронда (1798—1865 йылдар) ауыл 2-се башҡорт кантонының 5-се йортона кергән[10].

1919—1923 йылдарҙа ауыл Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының Дыуан-Ҡошсо кантонына керә[10].

1923 йылдан алып ауыл тәүҙә Екатеринбург губернаһына, ә һуңынан Урал өлкәһенә буйһона башлай[10].

2005 йылға тиклем ауыл Свердловск өлкәһе Түбәнге Серге районының Үрмәкәй ауыл советына кергән[16].

2005 йылдан алып Өфө-Шигер ауылы Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районының Михайловка муниципаль берәмегенә керә.

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Нафиҡов Хәмит Мөғин улы (20.12.1960—15.08.1984) — Афған һуғышында һәләк булған яугир, лейтенант, спецназ төркөмө командиры. Ленин ордены менән бүләкләнгән (үлгәндән һуң).

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области. Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
  2. Мазур Л. Н. Сёла и деревни Среднего Урала в XX веке: стат.этногр. описание. — Екатеринбург: Изд-во Урал. ун-та, 2003. — 159 с.
  3. 3,0 3,1 Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — С. 456. — ISBN 978-5-85383-392-0.
  4. Топонимы Свердловской области.
  5. 5,0 5,1 История башкирских родов. Кошсо, Сызги, Упей. Том 18 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2016. — С. 135, 137.
  6. Русские и татары Среднего Урала.
  7. Населённые пункты зауральских башкир, входившие в Пермскую губернию (с населением свыше 100 человек в 1866 году // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 8,6 8,7 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.
  9. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Башкиры Свердловской области: история и современное состояние этнической идентичности в полиэтничном окружении / P.P. Асылгужин. Уфа: «Хан», 2008. — 64 с.
  11. 11,0 11,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Асылгужин Р. Р. төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  12. ural.ru " Главная " Справочники " Товары и Товаропроизводители " 2013 йыл 20 декабрь архивланған.
  13. Краткая историческая справка о татарском населении региона.(недоступная ссылка)
  14. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, населенных пунктов Свердловской области по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года 2019 йыл 7 июнь архивланған..
  15. 2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре базаһы 2018 йыл 15 июнь архивланған.
  16. Нижнесергинский муниципальный район 2016 йыл 8 март архивланған.