Үрмәкәй (Свердловск өлкәһе)
Ауыл | |||||
Үрмәкәй | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
66, 96 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
Үрмәкәй (рус. Урмикеево) — Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районында урынлашҡан тарихи башҡорт ауылы, Михайловск муниципаль берәмегенә керә.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 827 кеше йәшәй, шул иҫәптән 400 ир-ат һәм 427 ҡатын-ҡыҙ.[1].
2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 785 кеше теркәлгән[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 20 йортонда 98 башҡорт йәшәгән[3]. 1850 йылғы ревизия 20 йортта 107, ә 1859 йылда 22 йортта 140 башҡортто теркәгән[3].
1755 йылда Үрмәкәй халҡы үҙ аҫаба ерен билдәле урыҫ сәнәғәтселәр ғаиләһе Строгановтарға һатыу сәбәпле, XVIII быуаттың уртаһынан алып ауылда йәшәүселәрҙең үҙ ере булмай[3].
Архив сығанаҡтарҙа шулай уҡ ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылда йәшәүселәр 488 бот ярма икмәк сәскән[3].
Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1850 йылда үткәрелгән IX ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
Башкиры д. Урмекеево по IX ревизии 1850 г. |
Р.Р.Аҫылғужин фекеренсә Үрмәкәй ауылында башҡорт халҡының ҡошсо ырыуы вәкилдәре йәшәй[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, населенных пунктов Свердловской области по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года 2019 йыл 7 июнь архивланған.
- ↑ 2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре базаһы 2018 йыл 15 июнь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.
- ↑ Башкиры Свердловской области: история и современное состояние этнической идентичности в полиэтничном окружении / P.P. Асылгужин. Уфа: «Хан», 2008. - 64 с.